6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Фекерҙәр

Бөтә донъя менән - мәктәптәге коррупцияға ҡаршы
26.06.07


       Өҫтөнлөклө милли проекттарҙы иғлан итеүгә тиҙҙән ике йыл була. Мәғариф өлкәһендәге милли проект был ваҡыт эсендә уҡытыусыларға, уҡыусыларға һәм уларҙың ата-әсәләренә нимә бирҙе?
       Уҡытыусыларҙың эш хаҡы элеккесә йәшәү минимумы сигендә ҡала, уҡыусыларға норманан тыш дәрес биреүҙәр дауам итә, был уҡытыу сифатында ыңғай сағылмай, киреһенсә, "түбән төшә", ә ата-әсәләрҙе, төрлө һылтауҙар табып, "һауалар" ғына. Асылда, мәғариф өлкәһендә коррупция күренештәре барлыҡҡа килеү - ул чиновниктарҙың тотош мәктәпкә һәм, айырым алғанда, уҡытыусыға кәмһетеүле ҡараш һөҙөмтәһе.
       Баҙар иҡтисадына күсеүен иғлан иткән дәүләттә бәләкәй генә эш хаҡына йәшәп, уҡытыусылар үҙ матди проблемаларын үҙ аллы хәл итә башлайҙар. Түләп еткерелмәгән аҡсаны күптәр уҡыусыларҙың ата-әсәләренән алырға маташа. Тарих, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡабатлана. Алыҫ урта һәм унан һуңыраҡ быуаттарҙа, мәҫәлән, уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре сиркәү-приход йәки земство мәктәбенә уҡыу өсөн түләүгә йомортҡа, тауыҡ, ҡаҙ, балыҡ, ҡаймаҡ ташыған. Нығыраҡ "майлаһалар", дьяк шуҡ балаларҙың вайымһыҙлығын ғәфү иткән йәки уҡыусылар менән, хәҙергесә әйткәндә, индивидуаль шөғөлләнгән.
       Бөгөн такса уҡыу учреждениеһының әһәмиәтенә ҡарап билдәләнә. Мәҫәлән, Өфөнөң Октябрь проспектындағы абруйлы мәктәбендә предметтар буйынса юғары уңыштар сирек йәки ярты йыллыҡ өсөн өс меңдән биш мең һумға тиклем йәки ошо суммаға бүләк менән баһалана, сығарылыш кластарында баһа күпкә юғарыраҡ - инша өсөн 10 мең һумға тиклем. Ҡайһы бер мәктәптәрҙә педагогтар бүләккә нимә алырға теләүҙәрен әйтергә оялмайҙар.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн "төртмәйенсә" абруйлы мәктәпкә, теге йәки был йүнәлешле махсуслаштырылған класҡа эләгеүе, педагогтың балағыҙға етди иғтибар биреүенә өлгәшеүе ҡыйын. Әгәр ата-әсәләр "бушлай" белем өсөн түләгән суммаларҙы тиҫтәләгән уҡыусылар һанына ҡабатлап ҡушһаҡ, күрәһең, уҡытыусы ысынында алырға тейешле эш хаҡы килеп сығалыр. Ләкин был рәүешле "аҡса эшләп", уҡытыусылар корпусының ҡайһы бер вәкилдәре үҙен аҙҙыра һәм инде аҡыллы изгелек сәсмәй.
       Ошо йәһәттән Өфө мәктәптәренең береһендә бер әсәй кеше һөйләгән яңы ғына булған осраҡты миҫалға килтерәм. Сығарылыш класы уҡыусыларының ата-әсәләренә имтихан алыу комиссияһын, шул иҫәптән телдән имтихандар алғанда ла, ашатыу кәрәклеге тураһында иҫкәртәләр. Теләк түбәндәгесә белдерелә: билдәле ресторанда ғына заказ яһарға, был юлы бөтәһе лә балыҡ аштары, ә салаттар ҡатлаулы һәм, әлбиттә, бер нисә шешә яҡшы шарап булырға тейеш.
       Төш ваҡытында имтихан алыусылар ҡапҡылап алырға теләне, уларға имтиханға бер ниндәй ҡатнашы булмаған бер нисә кеше ҡушылды. Эштән һорап киткән ата-әсәләр өҫтәл әҙерләне. Салаттар ашағас, эҫе аш алдынан, аппетиттарын асыу өсөн уҡытыусылар шарапты асыуҙы һоранылар, йәнәһе, саҡ ҡына ауыҙ итәләр. Ләкин хәбәр һатып, ике шешәне лә эсеп бөтөргәс, имтихан һәм уларҙы көтөүсе уҡыусылар хаҡында онотоп, тағы шарап килтереүҙәрен һоранылар. Ашап бөтөр алдынан ата- әсәләргә сираттағы күрһәтмә бирелде - киләһе имтиханға итле аштар һәм шарап күберәк булырға тейеш, ассортиментты төрлөләндерергә.
       Уҡыу йылы аҙағына бигерәк тә сығарылыш кластарында, ғәҙәттә, һалымдар арта. Беҙҙең гәзиткә килгән электрон хатта Сипайлово биҫтәһендәге мәктәптән бер ҡыҙҙың әсәһе йән әрнеүе менән түбәндәгеләрҙе хәбәр итә: "Минең ҡыҙым 11-се класты тамамлай, ике көндән уларҙың сығарылыш кисәһе. Кисә ҡабаттан бөтә ата-әсәләрҙе йыйып, АТТЕСТАТ ТУЛТЫРЫУ өсөн һәр уҡыусынан тағы ла 80-шәр һум аҡса йыйырға, тип хәбәр иттеләр. Быны, аттестатта матур почерк булырға тейеш, шуға күрә уны класс етәксеһе түгел, ә черчение уҡытыусыһы тултырасаҡ, тип аңлаттылар. Ул, үҙ сиратында, ошондай хаҡ талап иткән. Әгәр ата-әсә түләүҙән баш тартһа, был аҡса сығарылыш кисәһенә йыйылған аҡсанан алынасаҡ".
       Сығарылыш кисәһен үткәреү урынын һайлауҙа ла ҡайһы бер мәктәптәр, ата-әсәләрҙең мөмкинлектәре менән иҫәпләшмәйенсә, төнгөлөккә ҡиммәтле күңел асыу йорттары залдарын һатып алып, үҙ-ара ярыша. Кисә хаҡына транспорт һәм фейерверк та инә.
       "Мәктәп беҙҙең һуңғы кейемебеҙҙе систерә, тиҙерәк бөтәме- юҡмы", - тине йәне әсеп Черниковканан бер атай кеше, сығарылыш кисәһе менән бәйле һуңғы сығымдары тураһында һөйләп.
       Әлбиттә, ҡайһы бер ата-әсәләр ҡыйыуһыҙ ғына ҡаршы сығып ҡарай, ләкин, йәнәһе, үҙ балабыҙҙың яҙмышы өсөн борсолабыҙ, тиеүселәр уларҙы баҫтыра. Ә ҡайһы бер ата-әсәләр, ярайһы уҡ аҡса түләп, башы йүнләп эшләмәгән балаһына урта белем тураһында аттестатҡа өҫтәп миҙал алыуға ла өлгәшә бит.
       Республика мәғариф ведомствоһы сығанағынан күренеүенсә, ирекле-мәжбүри рәүештә аҡса йыйыу менән даими шөғөлләнеүсе бындай мәктәптәр Өфөлә дүрт-бишәү иҫәпләнә. Уҡытыусыларҙың төп контингенты иһә әхлаҡи сәләмәт. Был ҡаза менән көрәшеүе ауыр.
       Хәйер, был сир беҙҙең төбәгебеҙ белем биреү учреждениеларында ғына түгел. Татарстанда, мәҫәлән, мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениелары мөдирҙәре араһындағы коррупция проблемаһын (сабыйын балалар баҡсаһына урынлаштырыу өсөн ата-әсәләр күпмелер аҡса түләгән) бөтә ерҙә түләүле төркөмдәр индереү, коммерция башланғысында бюджеттан тыш төркөмдәр асыу менән хәл итергә тәҡдим иткәндәр. Коррупция менән көрәш процесына мәктәп уҡыусылары һәм студенттар әүҙем йәлеп ителә. Мәҫәлән, Ҡазандың Волга буйы районы мәктәптәренең береһендә коррупцияға ҡаршы тематика буйынса журнал сығарыла, етмәһә, күп мәҡәләләрҙең авторҙары - уҡыусылар үҙҙәре.
       Әгәр коррупцияға ҡаршы ошондай һәм башҡа ысулдар менән берҙәм көрәшкәндә, ә дәүләт ҡоро һүҙҙә түгел, ә ысынлап матди планда уҡытыусы абруйын күтәрһә, мәғариф учреждениеларындағы коррупцияны еңеп булыр, моғайын.

Сергей Жидков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал