6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Бал ҡорто айыуға башҡорт телен өйрәтә
26.06.07


       Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин, тормошобоҙ сифаты уҡытыусыға мөнәсәбәткә бәйле, тип иҫәпләй. Уҡытыусы иң хөрмәтле кеше булған илдәр бар. Уларға тиңләшәһе ине лә...
       Иң мөһиме - төшөнкөлөккә бирелмәҫкә. Раил Әсәҙуллиндың фекеренсә, алынған белемде баһалау һәм уҡытыусылар хеҙмәтен хөрмәт итеү генә түгел, ә белем биреү процесын борон- борондан тотороҡланған иҫкелек тип түгел, ә, киреһенсә, даими үҙгәреүсе яңылыҡ тип ҡабул итеү ҙә үтә мөһим. Әлегә иһә ни өсөндөр бөтәһе лә бының менән килешергә әҙер түгел.
       Рәсәйгә Европа белем биреү даирәһенә инергә кәрәк, сөнки 70 йыл буйына беҙ маташҡанса, бөтә донъянан айырым йәшәү мөмкин түгел. Ләкин Рәсәй мәғариф системаһы өсөн был үҙгәрештәр еңелдән түгел. Ике баҫҡыслы белемгә (магистратура, бакалавриат һәм аспирантура) күсеүҙе йәмәғәтселек бер төрлө ҡабул итмәй, - тип һөйләне Раил Әсәҙуллин. - Беҙҙең университет ваҡыт менән бергә атларға тырыша, шуға күрә беҙ, башҡа күп вуздарҙан айырмалы рәүештә, белем биреү процесына башҡасараҡ күҙлектән ҡарайбыҙ. Бына яңы ғына миҫал килтерәм.
       Күптән түгел бюджет өлкәһе өсөн хеҙмәткәрҙәр әҙерләүҙе тикшереүсе дәүләт аттестация комиссияһы үҙ эшен тамамланы. Мәскәү дәүләт университетынан белгес-генетиктар, беҙҙең генетиктарыбыҙ Мәскәү студенттарынан яҡшыраҡ әҙерләнгән, тип ғәжәпләнеп белдерҙе, - тине Әсәҙуллин. - Һигеҙ тамамлаусыбыҙҙы аспирантураға саҡырҙыҡ, уларҙың өсәүһе МДУ-ла уҡыясаҡ. Нисек беҙҙең студенттарыбыҙ шундай яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте һуң? Мин, бөтә эш университетыбыҙ әүҙем индергән белем биреү процесына яңыса ҡарашта, тип раҫлайым. БДПУ Биохимия һәм генетика институты менән килешеү төҙөнө, шул арҡала студенттарыбыҙ уҡыуҙы фән һәм производство менән бергә алып бара, был уларға үҙ эштәрендә бына тигән һөҙөмтәләргә өлгәшергә, студенттар араһында иң яҡшылар булырға ярҙам итә. Әгәр беҙ бөтә специальностар буйынса теория һәм практиканы шулай "берләштереүгә" өлгәшһәк, студенттарыбыҙҙың профессионализмы геометрик прогрессияла артасаҡ.
       Раил Әсәҙуллин әйтеүенсә, педагогия университетының маҡсаты - өлгөлө юғары уҡыу йорто, ғилми-методик белем биреү үҙәге булыу. Шуға күрә БДПУ Башҡортостандың белем биреү порталын булдырыу инициативаһын, ә яңы проектта телевизион белем биреү каналы булдырыуҙы үҙ өҫтөнә алды.
       - Беҙ булдыра алған тиклем тағы бер проблеманы хәл иттек... Демографик хәлдең тотороҡһоҙлоғо арҡаһында юғары уҡыу йорттарында йылдан-йыл абитуриенттар һаны кәмей. Шуға күрә бөтә вуздарҙа бюджет нигеҙендә студенттар ҡабул итеү ҙә 10 процентҡа кәметелде, - тип хәбәр итте Раил Әсәҙуллин. - Беҙҙең университет, магистранттар һәм профилһеҙ специальностарҙы - экологтар, генетиктар, социологтар - арттырыу иҫәбенә бюджет урындарын киңәйтеп, был һанды ике-өс процентҡа ҡалдыра алды.
       БДПУ ректоры һөйләүенсә, быйыл вузда студенттар инглиз, рус һәм башҡорт телдәрендә уҡый алһын өсөн биш яңы һөнәр барлыҡҡа килтерелде. Былар инглиз телендә хоҡуҡ белеме, башҡорт телендә балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, үҫемлектәр һәм организмдар биотехнологияһы, юридик психология, "инглиз теленә иртә өйрәтеү методикаһы" махсуслаштырыуы менән инглиз теле.
       2005 йылда Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты бөтә специальностар буйынса комплекслы аккредитация үтте, һәм, Раил Әсәҙуллин әйтеүенсә, вузға иң юғары баһалар бирелде.
       - Мотлаҡ критерийҙарҙың береһе - компьютерлаштырыу, - тип билдәләне ул. - Ләкин бында беҙгә ҡурҡырлыҡ урын юҡ - был күрһәткес буйынса беҙ Рәсәй педагогик вуздары араһында икенсе урындабыҙ, ә быйыл хатта студенттар ҡаласығын - 6-сы һәм 7-се дөйөм ятаҡтарҙы да интернетҡа тоташтырҙыҡ. Бынан тыш, быйыл беҙ тәүге тапҡыр ун яңы һөнәр буйынса белгестәр сығарабыҙ. Мәҫәлән, музеологтарҙан һигеҙ кешене шунда уҡ БР
       Милли музейы ала. Башланғыс махсус белем биреү уҡытыусыларының бюджет төркөмөн тамамлаусы 20 студенттың һигеҙе аспирантураға саҡырылған, шуларҙың өсәүһе - Екатеринбургҡа.
       Беҙҙең уҡыу йортон тамамлаусылар үҙ һөнәре буйынса эшләмәй тигән хәбәр буш һүҙ ул. Быйыл, мәҫәлән, көндөҙгө бүлекте 1090 кеше һәм коммерция бүлеген 236 кеше тамамланы. Был студенттарҙың биш процентына иркен урынлашыу мөмкинлеге бирелде (ҡағиҙә булараҡ, улар буласаҡ әсәйҙәр), 30 проценты - Өфө мәктәптәренә, 41 проценты район мәктәптәренә барасаҡ, ике проценты аспирантурала ҡалa һәм 17 проценты башҡа һөнәрҙәр буйынса эшләй.
       Һүҙен йомғаҡлап, Раил Әсәҙуллин университетта күптән түгел бик мөһим ваҡиға булыуы хаҡында һөйләп үтте: башҡорт филологияһы һәм художество-графика факультеттары студенттары Башҡортостанда тәүге тапҡыр балалар өсөн башҡорт телен уйын формаһында үҙләштерергә булышлыҡ итеүсе анимацион фильм төшөргән. Сюжет буйынса рус айыу балаһы башҡорт бал ҡорто менән осраша. Бал ҡорто уның Башҡортостанда йәшәп, туған телен белмәүенә ғәжәпләнә һәм айыу балаһын башҡортса һөйләшергә өйрәтә башлай. "Студенттарыбыҙ афарин, юғары уҡыу йорто программаһын аҡлай!" тип һүҙен йомғаҡланы Әсәҙуллин.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал