6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Кадрҙар

Йәш ҡотҡарыусы - кем ул
24.02.04


       "Ҡотҡарыусы" тигән һүҙҙе ишетеү менән физик яҡтан көслө, күҙҙәре янып торған ир - егет күҙ алдына баҫа. Ә ысынында и һә төрлөсә булыуы мөмкин. Мине һәр ваҡыт кешенең был професс ияны һайлауына нимә этәргес көс булып тороуы ҡыҙыҡһындыра т орғайны. Геройҙың романтик кәүҙәләнеше генәме икән Ул ваҡыт та инде уларҙың ҡотҡарыусы булып эшләү теләге бер ай тирәһен ә генә етеүенә аптырарға ярамай. Һәм бына күптән түгел, Ҡотҡ арыусылар көнөн билдәләр алдынан, мин Валерий Юдин исемле ег ет менән таныштым һәм күптән борсоған һорауҙарымда яуап эҙлә нем. Валерий - ябай ҡотҡарыусы. Уға бары 24 йәш. Туризм, пар ашют спорты менән мауыға.
       - Мин "вертолеткала" тыуып үҫтем ( Өфөлә 90 - сы йылдар а ҙағына тиклем вертолет училищеһы эшләп килде, һөҙөмтәлә был районды шулай тип атап йөрөттөләр), унда малайҙарҙың барыһы ла бер тапҡыр булһа ла парашют менән һикерергә хыяллана ине.
       Ата - әсәләрбеҙ ҙә башлыса хәрби кешеләр. Шуға күрә минең Д ОСААФҡа уҡырға инеүем ғәжәп түгел. Беренсе тапҡыр 15 йәшемд ә 1800 метр бейеклектән һикерҙем. Дөрөҫөн генә әйткәндә, бе р нимә лә аңлап өлгөрмәнем, - тип йылмая Валера. - Мәктәпте тамамлағас үҙ теләгем буйынса армияла хеҙмәт иттем. Һуңынан инде Өфө ҡалаһының 55 - се махсуслаштырылған янғын һүндереү бүлегендә эшләй башланым. Беренсе тапҡыр янғын һүндереүгә сы ҡҡанымды хәтерләйем. Чернышевский урамында ике ҡатлы йорт ян а ине.
       Ә инде 2002 йылдың йәйендә Валераға бер танышы БР Ғәҙәттә н тыш хәлдәр министрлығының ҡотҡарыу хеҙмәтенә күсергә тәҡди м итә.
       - Йышыраҡ ишектәре бикләнеп аса алмаусылар саҡыра. Төрлө авария осраҡтарында булырға тура килде. Быйыл яҙ беҙ ике тап ҡыр юғалған туристы эҙләргә сыҡтыҡ. Йәш егет бер аҙ аҙыҡ - т үлек кенә алып урманға бер үҙе сығып киткән. Уны ике ай буйы
       эҙләнек, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, таба алманыҡ. Үҙ хәүефһеҙле генә шул тиклем яуапһыҙ ҡараусы кешеләргә ғәжәпләнәм мин, - тип һөйләй Валера.
       -Үҙ - үҙеңдә нимәне үҙгәртергә теләр инең - тип һораным м ин. - Тартыуҙы ташларға ине, - тип яуаплай ул.
       - Ә ҡотҡарыусы һөнәрен һайларға теләк белдереүселәргә нимә
       әйтер инең
       - Был профессия тураһында хыялланыуы мөмкин түгел. Юрист, табиб, архитектор һөнәре хаҡында хыялланырға кәрәк.
       Ә күптән түгел Валера Үҙәк эҙләү - ҡотҡарыу отлядынан кит кән... Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Волга буйы э ҙләү - ҡотҡарыу отрядына. Йәшәгән еренә яҡыныраҡ, ти ул. Ул - герой түгел. Уның ниндәйҙер айырым наградалары ла юҡ. Вале рий Юдин - өсөнсө класс ҡотҡарыусы, водолаз. Ә тағы ла ул - яҡшы кеше, шат һәм ҡыйыу егет.

Рәфисә Шәйхисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал