6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Тышҡы бәйләнештәр

Башҡорт халҡы үҙ милли традицияларын ихтирам итә
25.06.07


       Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығы айҡанлы көн һайын илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән, республиканың артабан сәскә атыуын теләп, ҡотлауҙар килеүен дауам итә.
       Төбәгебеҙ ҙур байрам алдынан ҡунаҡтар көтөп өйҙә генә ултырмай - беҙ үҙебеҙ ҙә, Башҡортостан менән Рәсәй берҙәмлеге йылын үҙенсәлекле формала билдәләп, күршеләргә әүҙем йөрөйбөҙ. Бына был аҙнала ла Мортаза Рәхимов етәкселегендә Өфөнән ҙур делегация Мәскәүгә юлланасаҡ. Унда 30 июнь - 1 июлдә 450 йыллыҡ юбилейға арналған Башҡортостан Республикаһы көндәре үтәсәк.
       Мәскәүҙәрҙе һәм республика халҡын элек-электән изге мөнәсәбәттәр бәйләй. Улар мәҙәни планда ла, сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек мәсьәләләрендә лә сағыла. 1992 йылда Рәсәй баш ҡалаһында РФ Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының Даими Вәкиллеге асылды, 1994 йылда уны БР-ҙың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы Вәкиллеге тип үҙгәрттеләр. Шулай уҡ был ҡалала Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығы Вәкиллеге эшләй. Шулай итеп, бөгөн Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәшәгән һәм эшләгән алты мең башҡорт үҙен республиканан айырылған итеп тоймай. Яңы йәшәү урынында улар кәрәк саҡта квалификациялы ярҙам ала - яҡташтарының яҡлауын тойоп һәм аралашып йәшәй.
       Аҙна аҙағында Башҡортостандан делегация Мәскәүгә осасаҡ. Байрам итеү өсөн генә түгел, осрашыу осрағы менән файҙаланып, ике төбәк властары Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында договорға ҡул ҡуйырға планлаштыра. Дөрөҫөрәге, ҡул ҡуйырға түгел, ә дауам итергә - яҡтар араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек алып барылыуға 10 йылға яҡын бит.
       Һис шикһеҙ, төбәк-ара бәйләнештә иң мөһим пункт - иҡтисади хеҙмәттәшлек. 2005 йылда Мәскәү менән беҙҙең тауар әйләнеше 8,5 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән, шул иҫәптән Башҡортостандан 5,4 миллиард һумдан ашыулыҡ тауар сығарылған, республикаға өс миллиард һумлыҡ тауар индерелгән.
       Республика мәскәүҙәргә шәкәр һәм һөт консервалары оҙата, урындағы агросәнәғәт комплексы - Рәсәйҙә иң көслөләрҙең береһе бит, ә алға киткән үҙәк Салауат Юлаев тоҡомдарын тәмәке, араҡы һәм ювелир изделиелары менән тәьмин итә. Әлбиттә, тауар әйләнеше бының менән генә сикләнмәй. Мәскәү шулай уҡ яһалма күнгә, синтетик кер йыуыу средстволарына һәм техник тауарҙарға теләп заказ бирә.
       Бындай әүҙем иҡтисади алмашыуҙы дауам иттереү өсөн июндең һуңғы шәмбеһендә Башҡортостан етәкселеге Мәскәү мэры Юрий Лужков менән артабанғы хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйырға тейеш. Мөнәсәбәттәрҙең сауҙа-иҡтисади аспектынан тыш, договорға фән һәм юғары технологиялар, йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу, һаулыҡ һаҡлау, тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге һәм башҡа өлкәләрҙә яҡтарҙың үҙ-ара эш итеүе мәсьәләләре инәсәк.
       Рәхимов һәм Лужков ҡултамғалары менән нығытылған документтан һуң Мәскәүҙең "Яңы Манеж" дәүләт күргәҙмәләр залында Башҡортостан ҡаҙаныштары күргәҙмәһен асыу планлаштырыла.
       - Күргәҙмәнең иҡтисади блогы концепцияһында республика, уның сәнәғәт һәм инвестицион ҡеүәте тураһында мәғлүмәт, шулай уҡ машиналар эшләү, химия һәм нефтехимия предприятиелары стендтары урын аласаҡ, - тип һөйләнеләр "БАШвестЪ"ҡа республиканың Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығы вәкилдәре.
       БР еңел сәнәғәт предприятиелары ассоциацияһы Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының боронғо һәм хәҙерге өҫ кейемдәре моделдәрен күрһәтәсәк. Берҙәмлек йылында айырыуса актуаль булған сувенир продукцияһы ла ҡуйыласаҡ.
       30 июндәге кисә төбәгебеҙ сәнғәт оҫталарының гала-концерты һәм Мәскәүҙә Республика көндәре айҡанлы Башҡортостан Президенты исеменән рәсми ҡабул итеү менән тамамланасаҡ.
       1 июль халыҡ һабан байрамы билдәһе аҫтында үтәсәк. Йыл һайын Мәскәүҙә баш ҡала хөкүмәте ярҙамында һабантуй үткәрелә. Һәр йыл байрам барған урында башҡорт этнографик ауылы барлыҡҡа килтерелә. Йорт кәрәк-яраҡтары, башҡорт милли кейеме, ауыл хужалығы ҡоралдары менән тирмә, мал-тыуар менән ҙур булмаған ҡура ла ҡуйыла. Шул уҡ ваҡытта бер нисә майҙансыҡта башҡорт сәнғәт оҫталарының концерттары һәм көрәш буйынса ярыштар бара.
       Быйыл һабантуй "Битца" ат спорты комплексында үтәсәк, һәм ул бик сағыу, ысын мәғәнәһендә халыҡсан булмаҡсы. "Мәскәү һабантуйы тыуған иленән алыҫта булһа ла, башҡорт халҡы элеккесә үҙ милли традицияларын тәрән ихтирам итеүен асыҡ күрһәтә", - тип раҫлай Өфөнөң алыҫтағы һабантуйҙарҙы ойоштороусылары.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал