6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Социаль сәйәсәт

Эш хаҡына "Урал коэффициенты" өҫтәмәһен бөтөрәсәктәрме?
25.06.07


       Башҡортостан халҡы эш хаҡына 15 процент өҫтәмәһеҙ ҡалыуы ихтимал, йәғни "Урал коэффициенты"н алырға йыйыналар. Район коэффициентын бөтөрөү инициативаһы менән, "Ғәҙел Рәсәй" сәйәси партияһының төбәк бүлексәһендә раҫлауҙарынса, Рәсәй Иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министрлығы сығыш яһарға планлаштыра. Ошо айҡанлы Өфөлә "түңәрәк өҫтәл" үткәрелде, унда Башҡортостандың күренекле ғалимдары, сәйәсмәндәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре был тәҡдимде ҡырҡа тәнҡитләп сығыш яһаны.
       - Тәүге тапҡыр министрлыҡ 2004 йылда район коэффициентын бөтөрөргә маташты, - тип иҫкә төшөрҙө Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, БР-ҙың атҡаҙанған врачы Сергей Чуйкин. - Ул саҡта был тәҡдимгә профсоюздар һәм төбәк властары ҡаршы сыҡты. Һөҙөмтәлә Владимир Путин Герман Грефтан район коэффициентын бөтөрөү тураһында хәбәрҙәрҙе кире ҡағыуҙы талап итте, һәм шулай эшләнде лә.
       1950 йылдар аҙағында Себерҙән халыҡ ағымы ҡырҡа артты. Артабан уның кәмеүенә юл ҡуймау өсөн, 1957-1960 йылдарҙа СССР властары ғалимдар эшкәрткән район коэффициенты системаһын индерә, уға ярашлы йәшәү шарттары ҡаты булған төбәктәрҙә йәшәүселәр ил буйынса уртаса эш хаҡының 15 процентынан алып 100 процентына тиклем өҫтәмә ала.
       "Ҡатылыҡ" иң элек тәбиғи-климат факторҙары менән билдәләнә, уларҙан иң төп факторҙар - температура һәм ел. Башҡортостанда температураның үҙгәреш амплитудаһы 96 градус тәшкил итә - ҡышын минус 54-тән йәй 42 градусҡа тиклем, был граждандарҙың һаулығына кире йоғонто яһай, - тип һөйләне БДУ-ның география факультеты деканы, профессор Инбер Япаров, коэффициенттар системаһының ғилми нигеҙләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып.
       Бөгөн минималь коэффициенттар (1,15) Уралдың көньяғы (бында Башҡортостан да инә) һәм Көнбайыш-Себер төбәктәрендә, шулай уҡ Кострома, Киров һәм Вологда өлкәләре предприятиеларында ҡулланыла; максималь коэффициент (2,0) - Яҡутияның төньяғында, Чукоткала, Боҙло океан утрауҙарында һәм Курил утрауҙарында.
       Иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министрлығы чиновниктары фекеренсә, совет осоронда ҡабул ителгән коэффициенттар системаһы "иҫкергән", һәм бөгөн ҡатмарлы климат шарттарында эшләгән өсөн өҫтәмә түләүҙе Баренц диңгеҙе яры буйында, Көнбайыш һәм Көнсығыш Себерҙең төньяҡ киңлектәрендә йәшәүсе рәсәйҙәр генә алырға тейеш. Илдең ҡалған төбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, йәшәүселәрҙе "бюджет аҡсаһын экономиялау" маҡсатында өҫтәмәләрҙән мәхрүм итергә тәҡдим ителә.
       - Өҫтәмәләр күләмен үҙгәртеүгә килгәндә, тик арттырыу яғына ғына, - тип ышаныслы әйтте Сергей Чуйкин. - Башҡортостанда, ҡаты климат шарттарынан тыш, беҙгә совет заманынан мираҫҡа насар экологик шарттар ҡалған. Етмәһә, Урал коэффициентын бөтөрөү тураһында тәҡдим Рәсәй Президенты Мөрәжәғәтнамәһенә ҡаршы килә, унда, халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу сараларын күрергә, тип яҙылған бит. Эш хаҡын кәметеү иһә, беренсе сиратта, халыҡтың аҙ тәьмин ителгән ҡатламында сағыласаҡ.
       БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының килемдәр һәм хеҙмәткә түләү бүлегенең баш белгесе Зилә Юнысованың һүҙҙәренә ҡарағанда, миллион ярым башҡортостандар Урал коэффициентын иҫәпкә алып эш хаҡы һәм пенсиялар ала.
       - Коэффициент фактик эш хаҡына өҫтәлә. Ул отпуск аҡсаһын, ауырлы булыу һәм бала табыу пособиеһын, балалар пособиеларын иҫәпләп сығарғанда, пенсия күләмен билдәләгәндә иҫәпкә алына. Уны бөтөргән осраҡта халыҡтың иң яҡланмаған ҡатламдары зыян күрәсәк.
       - Бәләкәй һәм урта бизнес өсөн дә был һиҙелерлек буласаҡ, - тип билдәләне Өфө Советы депутаты Александр Баутский. Ул эшселәрҙең һәм хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡына район коэффициентын бөтөрөүгә ҡаршы Башҡортостан профсоюздарының мөрәжәғәтен уҡып ишеттерҙе. Был айҡанлы Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһының Генераль советы РФ Хөкүмәтенә Мөрәжәғәт ҡабул итте.
       "Түңәрәк өҫтәл"дә ҡатнашыусылар, физик шәхестәрҙән килемгә һалым - төбәктәр ҡарамағында ҡалған бик аҙ һалымдарҙың береһе, һәм коэффициентты бөтөрөү менән уның күләме кәмейәсәгенә иғтибар йүнәлтте һәм Башҡортостан парламентарийҙарына ултырыш йомғаҡтарын федераль үҙәккә еткерергә тәҡдим итте.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал