6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Тирә-яҡ донъя

Аяҡлы ҡарбуз һәм мышы балаһының бесәй менән дуҫлығы тураһында
22.06.07


       Сит ерҙәргә барып, йәнәһе, иң тәрән йылғаларҙы, иң бейек тауҙарҙы һәм иң ғәжәйеп ҡош һәм йәнлектәрҙе күреү өсөн беҙ әллә күпме аҡса сығарып һалырға әҙербеҙ. Ә үҙебеҙҙең матурлыҡтар? Бында беҙ шулай фекер йөрөтәбеҙ: улар бер ҡайҙа ла китмәй, шуға күрә көтөп торор.
       Әйткәндәй, һеҙ - Башҡортостандың баш ҡалаһында йәшәүселәр, Өфөлә, беҙҙең таш джунглиҙа, анаконда һәм крокодилдар, Себер айыуҙары һәм Америка ҡабандары йәшәүе хаҡында беләһегеҙме?
       Әйҙәгеҙ, Махсуслаштырылған урман паркы урман хужалығы вольерына юл тотайыҡ, был урын халыҡҡа "Башҡортостан" сауҙа үҙәге эргәһендәге парк" булараҡ билдәле. Унда инеп, ашыҡмай ғына бер 10-15 минут атлағас, парктың иң йәнле урынына - вольер хужалығына барып етерһең: тысҡылдайҙар, ырылдайҙар, өрәләр. Йәнлектәр - шул тиклем аралашыусан йән эйәләре, улар бер-береһенә генә түгел, бер ни аңламаған халыҡҡа ла ни ҙә булһа ҡысҡырып өлгөрәләр.
       - Һуңғы яңылыҡты ишеттегеҙме әле? - тип өндәшә инә айыу.- Беҙҙең инә сусҡаның ғаиләһе тулыланған - бер юлы алты сусҡа балаһы.
       Әлбиттә, тайыш табан әсәйҙең бер аҙ күңеле ҡырылған, хәҙер уның өс игеҙәгенә иғтибар кәмей инде. Хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре ярты йәшлек айыу балаларына сәғәт һайын инһә лә, бер аҙна элек кенә донъяға килгән сусҡа балаларына күберәк иғтибар бирәләр. Ни өсөн?
       - Шуның нимәһе аңлашылмай, - тип ғәжәпләнә өлкән, тимәк, аҡыллы дөйә. - Сабыйҙар бит һирәк америка тоҡомонан. Улар йылыға күнеккән һәм беҙҙә уларға ҡыйын. Бына биш йыл элек мине ҡояшлы Үзбәкстандан Өфөгә килтергәс тә... - нисәнсе тапҡырына инде ул үҙ тормошон һөйләй башлай.
       Ярай, дөйәне ҡалдырып, сусҡа балаларына әйләнеп ҡайтайыҡ. Күренеп тора, беҙҙең хайуандар түгел. Һимеҙ, сағыу ерән, ҡара буй һыҙатлы, улар сусҡа балаһынан бигерәк аяҡлы ҡарбузды хәтерләтә. Ә бына холҡтары балаларса инде. Бер нәмәнән дә ҡурҡмайҙар ҙа, ҡыҙыҡһыныусандар. Ситлектәренә яҡынлаша башлаһаң, "Һине кем саҡырған?" тигәндәй, текәлеп ҡарап китәләр. Һуңынан бер-ике тапҡыр мырҡылдайҙар ҙа, үҙ эштәре менән булалар.
       - Уларҙың ниндәй эштәре булһын. Этешеп-төртөшөп, һуғышалар инде шунда, - ти әсәләре. - Был яғы менән улар аталарына оҡшаған, беҙ - америка сусҡалары бик тынысбыҙ бит, ә уларҙың атаһы урыҫ, - тип ул сабыйҙарына ҡарап, ҡырҡа хорҡолдап ала. - Әйҙә ҡайтығыҙ, үҙегеҙҙе тәртипле тотоғоҙ.
       Сабыйҙар, әсәләре менән бәхәсләшмәй, тыңлаусан ғына ағас өйҙәренә йүнәлә. Был үрсемле әсәне Өфөгә йыл ярым элек Удмуртиянан килтергәйнеләр. Уны һәм диңгеҙ аръяғы тоҡомонан тағы өс сусҡаны вольер хеҙмәткәрҙәре дүрт айыу балаһына алыштырып алғайны. Алыштырып алынған һәм бүләк ителгән хайуандар бында күп. Мәҫәлән, күптән түгел вольерға "рус эҙәрлекләүсе эт" тоҡомонан ике матур ғына көсөк бүләк иттеләр.
       - Шунан, хәлдәрегеҙ нисек? - тип һорайым көсөктәрҙән.
       - Бөтәһе лә яҡшы, - тип өрә улар һәм, танауҙарын һоноп, һыйпауҙы һорайҙар. Башта ҡыйыуһыҙ ғына ҡулдарымды тығам, һунан эттәре бит, тешләп алмаһын тип ҡурҡыңҡырайым. Ләкин мөләйем сабыйҙар һырылып-һырылалар, һәм бына һыйпай башлағас, эттең, ысынлап та, кешенең дуҫы булыуына инанаһың. Тик бына бесәй балаһы Кузька килеп сыҡты. Көсөктәрҙең үҙенә нисек ҡарауын белә бит инде, юрамал ары-бире үтә. Мин түҙмәй, "брес" тип ҡысҡырҙым.
       Бесәй балаһы шунда уҡ үҙенең яҡлашыусыһы - мышы балаһы Лесяға елдерҙе. Вольерға улар бер көндө килде, йәштәре лә бер тирәлә - икеһенә лә саҡ ҡына айҙан ашыуыраҡ. Сабыйҙар шунда уҡ дуҫлашты, һәм хәҙер аралашыу ғына түгел, бергә йоҡлайҙар, бер һауыттан ашайҙар, иң яратҡан аштары - һөт.
       Лесяны мин айырыуса яратам - республика Тәбиғәттән файҙаланыу, урман ресурстары һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау министрлығы белгестәре менән бергә беҙ уны әсирлектән ҡотҡарҙыҡ, ул саҡта сабый өс-дүрт көнлөк кенә ине, атаһы менән әсәһен рәхимһеҙ браконьерҙар үлтергән. Шул саҡтан алып Лесяны күргәнем юҡ ине, уны уйлап бик борсолһам да, барып килергә уңайы сыҡманы. Лесяны күргәс, ҡыуанып киттем: беренсенән, уны һау-сәләмәт күреүемә, икенсенән, ул мине таныны, ҡурҡып ситкә тайпылманы, хатта аҙ ғына мығырлап алды - оҙаҡ килмәгәнем өсөн әрләгәндер инде.
       Сәхнәлә тағы ла Кузя, үҙенә бер ниндәй ҙә хәүеф янамауын тойоп, ҡосаҡлашырға булып китте. Ни әйтәһең инде, хәйләкәр булһа ла, зыянһыҙ һәм изге күңелле.
       Вольерҙан мин ҡәнәғәт булып ҡайттым - күрҙем, аралаштым, тынысландым - йәнлектәрҙең хәлдәре яҡшы: улар туҡ, ситлектәрендә таҙа. Баш ҡалабыҙ халҡы ла ҡыуандырҙы: бында килеүселәрҙең барыһы ла йәнлектәр өсөн аҙыҡ килтергән. Етмәһә, улар үҙҙәре ашатманы, ә бөтәһен дә белгестәргә бирҙе - хайуандарҙың ҡайһыһына нимә ярай, нимә ярамағанлығын улар белә бит.

Елена Мужайлова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал