6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәнәғәт // Парламентта

Бюджет ҡайтанан иҫәпләнә
22.06.07


       Республика Дәүләт Йыйылышы сессияһы күп кенә закон проекттарын тикшереү менән тамамланды. Егерме биш хоҡуҡ актының ун һигеҙен депутаттар бер юлы өс уҡыуҙа ҡабул итте. Республика бюджеты дефицитын 522 миллион һумға арттырҙылар, ә дәүләт наградалары исемлегенә "БР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы" тигән яңы почетлы исем индерҙеләр.
       Дәүләт Йыйылышында яңы партия фракцияһы - иҫәбе буйынса икенсе - барлыҡҡа килде. "Ғәҙел Рәсәй" депутаттар төркөмө артыҡ ҙур түгел, биш парламентарийҙы индерә. Депутаттар "Башҡортостан Республикаһында кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил тураһында" яңы үҙ аллы закон ҡабул итте.
       Парламентарийҙар төнөн йәшерен спиртлы эсемлектәр менән һатыу иткән өсөн штраф санкцияһы күләмен билдәләне. Тыйылған ваҡытта - киске сәғәт 11-ҙән алып иртәнге һигеҙгә тиклем - алкоголле эсемлектәр һатҡан өсөн һатыусы - илле минималь эш хаҡы, ә сауҙа нөктәһе үҙе мең минималь эш хаҡы күләмендә штраф түләйәсәк.
       Республика педагогтарына депутаттар ҙур бүләк яһаны. Улар, республика башлығы теләген иҫәпкә алып, "Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы" тигән яңы почетлы исем булдырҙы.
       Зарарлы ғәҙәттәргә ҡаршы көрәшеүе менән танылған депутат Винер Сәхәүетдинов ир-егеттәрҙең һаулығын кесе йәштән үк һаҡлау проблемаһын күтәрҙе һәм ошо маҡсатта медицина учреждениеларында андролог хеҙмәтен ойошторорға тәҡдим итте. Дәүләт Йыйылышы үҫмерҙәргә мотлаҡ профосмотр үткәреүҙе билдәләгән закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте.
       БР финанс министры Айрат Ғәскәров бюджет закондарына төп төҙәтмәләрҙе әйтеп үтте. Бюджет дефициты 522,7 миллион һумға - биш миллиард 522,7 миллион һумға тиклем арттырыла. Ҡаҙнаның өҫтәмә керемдәре 5,3 миллиард һумдан ашыу тәшкил итте. Ғәскәров депутаттарға үҙгәрештәр индереү федераль бюджеттан трансферттар күләмен аныҡлау, шулай уҡ үҙ килемдәренең артыуы менән бәйле булыуын аңлатты. "Артыҡ" средстволарҙы инвестицион программаларҙы, капиталь төҙөлөштө, юл хужалығын һәм Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығына ҡарата сараларҙы финанслауға йүнәлтеү планлаштырыла. Парламентарийҙар закон проектын бер юлы өс уҡыуҙа ҡабул итте.
       Ер мәсьәләһе һәм ауыл хужалығы депутаттар көн тәртибендә беренсе урынға сыға. Республикала дәүләт ерен хосусилаштырыу йыл аҙағына тиклем тамамланырға тейеш. Парламент, ауыл хужалығы участкалары граждандар милкенә күсеп өлгөрһөн өсөн, бөтә тырышлығын һаласаҡ.
       Депутаттар республикала ер участкаларын шәхси милеккә тапшырғанда бирелгән льготаларҙы айырым закон итеп билдәләне. Парламентарийҙар, ерҙе бер тапҡыр бушлай хосусилаштырыу өс осраҡта мөмкин, тип билдәләне. Фатирға сиратта тороусы граждандарға ғына - индивидуаль торлаҡ төҙөлөшө өсөн. Ауыл халҡына бындай хоҡуҡ өй янындағы ер участкаһын шәхси ярҙамсы хужалығы өсөн ҡулайлаштырырға теләгән осраҡта ла бирелә. Ахыр килеп, ҡала халҡы баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн участканы бушлай ала ала. Шул уҡ ваҡытта икенсе тапҡырына бушлай ер бирелмәйәсәк.
       БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов беренсе уҡыуҙа ҡарауға тәҡдим ителгән "Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығын үҫтереү тураһында" республика законын "революцион" тип атаны. Был документ ауылға дәүләт яҡлауын тормошҡа ашырыуҙа ла төп нигеҙ булып торасаҡ. Ә бына икенсе революцияны - уйын бизнесында - депутаттар тулыһынса баҫтырҙы. 2008 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда уйын автоматтарын ҡулланып ҡомарлы уйындар ойоштороу һәм үткәреү буйынса бөтә эшмәкәрлек туҡтатыласаҡ. Республика парламенты был законды икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа бер юлы ҡабул итте.
       Ултырышта БР Президенты Мортаза Рәхимов, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары, министрлыҡтар етәкселәре, хөкүмәт һәм Федерация Советы ағзалары, федераль министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың территориаль органдары, республиканың суд һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре, ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары, йәмәғәт ойошмалары һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал