6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Бергә-бер көрәш

Башҡорт билбауҙары хаҡында сага
21.06.07


       Республикабыҙға ҡунаҡтар килеүгә өс ай ғына ваҡыт ҡалды. Тимәк, Өфөлә билбауҙар менән көрәш буйынса донъя чемпионатына ла шул тиклем ваҡыт ҡалды. Был ҙур ярышты үткәреү буйынса ойоштороу комитетының беренсе ултырышы ошоға арналды.
       Ултырышты алып барыусы БР Президенты Хакимиәте Етәксеһе Радий Хәбиров олимпиада чемпионы темпында ойоштороу комитетының бурыстарын һанап сыҡты ла БР физик культура, спорт һәм туризм буйынса министр Владимир Самородовҡа, БР Спорт саралары идаралығы директоры Александр Ефимовҡа һәм Өфөнөң "Инвестицион-төҙөлөш комитеты" муниципаль-унитар предприятиеһы директоры Рәиф Әбдрәхимовҡа һүҙ бирҙе.
       Владимир Самородов чемпионатта ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы урынлаштырыу, уларҙың хәүефһеҙлеге, был форумға әҙерләнеү өсөн эшсе төркөмдәр төҙөү мәсьәләләрен күтәрҙе. Ҡыҫҡаһы, донъяның 76 иленән (уҙған, бишенсе чемпионатта 62 ине) вәкилдәр киләсәк, быға сығымдар ҙа ҙур талап ителәсәк - иҫәп йөҙәрләгән миллион һумға бара.
       Аҡсаға килгәндә, Радий Хәбиров "Салауатнефтеоргсинтез", Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, "НефАЗ" һәм башҡа предприятиелар менән һөйләшеүе хаҡында әйтте - барыһы ла матди ярҙам күрһәтергә әҙер, тик смета ғына кәрәк.
       Александр Ефимовтың сығышында төп иғтибар сувенирҙарҙы, донъя чемпионаты логотибын һәм талисманын тикшереүгә йүнәлтелде. Талисман сифатында Хәбировтың өҫтәленә ҙур хәтфә бал ҡортон һәм башҡорт ерен төйәк итеүсе айыуҙы килтереп һалдылар. Талисмандар конкурсында бал ҡорто еңде. Логотипҡа килгәндә, Хәбиров менән Самородовҡа милли колорит менән, һыуһар тиреһенән тегелгән бүрек кейгән ике көрәшсе менән вариант оҡшаны. Донъя чемпионы Юрий Сабановтың "Тормош - ул көрәш, байрамға рәхим итегеҙ!" тигән саҡырыу менән өлгө ролигы күрһәтелде. Дөйөм алғанда, байрам контурҙарын шымартаһы ғына ҡалды.
       Чемпионатты ҡабул итәсәк йорт - "Өфө-Арена" мегаһарайы тураһында Рәиф Әбдрәхимов һөйләне. "Өфө-Арена" төҙөлөп бөтөү стадияһында, аҙ ғына аҡса етешмәй (400 миллион һум тирәһе). Беренсе боҙ 5 августа ҡойоласаҡ. Ә билбауҙар менән көрәш өсөн түшәмә йәйеү (боҙҙа көрәшмәйәсәктәр бит инде), хөрмәтле ҡунаҡтар өсөн ложа әҙерләү һәм чемпионатҡа әҙерлектең башҡа моменттары буйынса мәсьәләләр арена хужаһы - "Салауат Юлаев" хоккей командаһының теләктәрен иҫәпкә алып хәл ителәсәк.
       Ҡыҫҡаһы, ҙур байрам яҡынлаша, әлбиттә, уның тирәләй мәшәҡәттәре лә уйын эш түгел.

Дмитрий Слезин.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал