6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Экология

Экология - үгәй түгел, үҙ балаң
21.06.07


       Һыу - тәбиғәтебеҙҙә иң таралған һәм шул уҡ ваҡытта иң мөһим продукт. Ер йөҙөнөң 70 проценттан ашыуы һыу менән ҡапланған, ләкин донъя һыу запастарының бер процентын ғына эсәр һыу тәшкил итә.
       Илебеҙ һыу запастарына ярлы түгел. Эсәр һыу запастарының биштән бер өлөшө тиерлек Рәсәйҙә. Бер кешегә һыу менән тәьмин ителеш буйынса беҙ, Бразилиянан һәм Канаданан ҡала, донъяла өсөнсө урынды биләйбеҙ.
       Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе һыу мөнәсәбәттәре өлкәһендә РФ субъекттары вәкәләттәрен тормошҡа ашырыуҙың норматив-хоҡуҡ базаһын үҫтереүгә арналды. Федераль һыу ресурстары агентлығы етәксеһе Рөстәм Хәмитов, ил территорияһы буйынса һыу тигеҙ бүленмәй һәм төп производство ҡеүәттәренең урынлашыуына тап килмәй, тип билдәләне. Мәҫәлән, рәсәйҙәрҙең 80 проценты тупланған илдең Европа өлөшөндә йылға һыуҙарының һигеҙ проценты ғына урынлашҡан.
       - Беҙ Рәсәйҙә ҡоролоҡто ҡаршы алырға әҙер түгелбеҙ, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. - Һыу ресурстары беҙҙә бушлай тиерлек, һыу өсөн түләүҙәр ставкаһы сиктән тыш түбән. Мең кубометрға 300-500 һум түләү менән беҙ бер ваҡытта ла бер кемде лә һыуҙы һаҡларға һәм ҡәҙерен белергә өйрәтә алмаясаҡбыҙ. Түләү системаһы дифференциацияланырға тейеш, шул саҡта ғына һыуҙы экономиялы тотоноуҙа алға китеш һиҙеләсәк.
       Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, йыл һайын һыу юғалтыу һигеҙ куб. километр тәшкил итә, йәғни һыулыҡтарҙан алынған һыуҙың 10 проценты. Ысынбарлыҡта иһә, һыу хужалығы комплексы буйынса юғалтыуҙарҙы эксперттар 25 процент тип баһалай. Торлаҡ-коммуналь хужалығы буйынса улар 40-50 процентҡа етә, ә иҡтисадтың айырым тармаҡтарында хатта 80 процентҡа тиклем. Селтәрҙәрҙең һәм канализацияның туҙыуы алынған һыуҙың биштән бер өлөшө генә ҡулланыусыға барып етеүенә килтерә.
       Белгестәр раҫлауынса, Рәсәйҙә фатирҙарға бирелгән һыуҙың 70 проценты санитария нормаларына тап килмәй. Бөтә ерҙә эсәр һыу менән тәьмин итеү сығанаҡтары булып йылға-күлдәр, һыу һаҡлағыстар тора. Ә йыл һайын һыулыҡтарыбыҙға ташланған бысратыусы матдәләр күләме бер миллион тоннанан ашыу тәшкил итә!
       Бында шулай уҡ 100 мең ҡала һәм ауылдарыбыҙ территорияһынан ямғыр һәм ҡар һыуҙары менән йылға- күлдәребеҙгә ағып төшкән бысраҡ һәм сүп-сарҙы ла өҫтәргә мөмкин.
       Иң "бысрағы" - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ. Әлеге ваҡытта ҡалаларҙан йылғаларға ағып төшкән бысраҡ һыуҙарҙың 95 проценты Рәсәй нормативтары менән ҡаралғандан күпкә насарыраҡ таҙартыла. Федераль һыу ресурстары агентлығы етәксеһе Рөстәм Хәмитов фекеренсә, илдә әле булһа төрлө власть органдары араһында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын реконструкциялауға йүнәлтелгән системалы саралар эшкәртелмәгән. Шуға күрә һыу ресурстары сифаты менән идара итеү мәсьәләләрен дәүләт власының бер органына йөкмәтергә кәрәк.
       Ә республикабыҙҙа, ҙур илебеҙҙең айырым бер төбәгендә, хәлдәр нисек һуң?
       - Башҡортостан - власть менән тәғәйен хужалыҡтар араһында тәбиғәтте һаҡлау мөнәсәбәттәрен оҫта ойоштороу планында илдең иң ҡеүәтле субъекты, - тине РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының Экология буйынса комитеты рәйесе Владимир Грачев. - Илдең башҡа төбәктәренә тирә-яҡ мөхит именлеген һаҡлау өлкәһендә Башҡортостандан өйрәнергә мөмкин.
       Тәбиғәттән файҙаланыу һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә республикала биш кодекс һәм ундан ашыу махсуслаштырылған закон, шул иҫәптән Һыу кодексы һәм Ерҙәрҙе мелиорациялау тураһында закон ҡабул ителгән. Әйткәндәй, БР Һыу кодексы ошондай уҡ Федераль кодексҡа тиклем күпкә алдан эшкәртелгән һәм ҡабул ителгән.
       Һуңғы йылдарҙа төҙөлгән һыу һаҡлағыстар республиканың көньяҡ-көнсығыш дала зонаһы ҡала һәм ауылдарын эсәр һыу менән тәьмин итеү мәсьәләләрен тулыһынса хәл итергә ярҙам итте.
       Ғөмүмән, республика халҡының күбеһен ауылда йәшәүселәр тәшкил итә, статистика буйынса, һәр өсөнсө кеше ауылда йәшәй. Тимәк, ауылдарҙы сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеү проблемаһы бик тә мөһим. Барыһына ла аҡса кәрәк, ә ул күп ваҡыт етешмәй.
       Әлбиттә, республикала ағып төшкән бысраҡ һыуҙарҙы таҙартыу, таҙартылған һыуҙарҙы ҡайтанан файҙаланыу буйынса күп эшләнә.
       БР тәбиғәттән файҙаланыу, урман ресурстары һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау министры Альфред Фәүхетдинов иҫәпләүенсә, һыу объекттарын рациональ файҙаланыу һәм һаҡлау, халыҡты һәм сәнәғәтте талап ителгән күләмдә сифатлы һыу менән тәьмин итеү элеккесә быйыл да актуаль. Предприятиеларҙа һыуҙы һаҡсыл тотоноу технологиялары индерелә, ағып төшкән бысраҡ һыуҙарҙы таҙартыу ысулдары камиллаштырыла, аҙ һыулы райондарҙа яңы һыу һаҡлағыстар төҙөлә.
       Әлбиттә, беҙ барыбыҙ ҙа экология проблемаларын хәл итеү ҙур аҡса һалыуҙы талап итеүен аңлайбыҙ.
       - Ҡайһы бер төбәктәрҙә иҡтисад һәм экология һис тә "татыу" түгел, - ти Владимир Грачев. - Ләкин, бер килеп, һәр дәүләт экология - илдең үгәй ҡыҙы түгел, ә иҡтисад кеүек үҙ балаһы булыуына төшөнә.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал