6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Финанстар

Тарифтар бер ҡаҙанда ҡайнаясаҡ
21.06.07


       Был көндәрҙә Өфөлә Тарифтар буйынса федераль хеҙмәт һәм БР Хөкүмәте тарафынан ойошторолған Бөтә Рәсәй семинар- кәңәшмәһе сиктәрендә электр энергетикаһында, газ тармағында һәм торлаҡ-коммуналь хужалығында тарифтар төҙөү мәсьәләләре тикшерелде. Традицион рәүештә йылына бер тапҡыр үткәрелгән форумға федераль министрлыҡтар, хеҙмәттәр һәм агентлыҡтар вәкилдәре, РФ субъекттары башҡарма власының тарифтарҙы дәүләт көйләүе өлкәһендәге органдары етәкселәре, тәбиғи монополия субъекттары, энергия һәм газ менән тәьмин итеү ойошмалары вәкилдәре, электр энергияһын ҡулланыусылар, эксперт йәмғиәте вәкилдәре килде.
       Бындай мәртәбәле, мөһим форумды үткәреү урыны итеп Башҡортостан осраҡлы ғына һайланмаған. БР Хөкүмәте Премьер- министры Рафаэль Байдәүләтов билдәләүенсә, республикала тариф көйләүе мәсьәләләренә элек-электән яуаплы ҡарайҙар.
       Бөгөн электр һәм йылылыҡ энергияһына, торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереүҙәренә республика тарифтары Волга буйы һәм Урал федераль округтарының иҡтисади ҡеүәте буйынса оҡшаш субъекттары араһында иң түбән тарифтарҙың береһе булып ҡала.
       Семинарҙың көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләр араһында гарантиялаусы тәьмин итеүселәр эшмәкәрлеге лә бар. Электр энергетикаһы өлкәһендә улар - ҡулланыусылар менән договор төҙөп, энергияны һатыу компаниялары. Гарантиялаусы тәьмин итеүсе ҡулланыусыны электр энергияһы менән кәрәкле күләмдә тәьмин итергә тейеш.
       Кәңәшмәнең төп темаһы булып электр энергияһын төп ҡулланыусы өсөн тарифтар төҙөүҙең ҡаҙан (берҙәм) ысулына күсеүгә әҙерләнеү торҙо. Ҡаҙан ысулына күскәндә төбәк территорияһында селтәрҙәге бөтә компаниялар өсөн электр энергияһын тапшырыуға берҙәм тариф билдәләнәсәк. Шулай итеп, төрлө ойошмалар ҡулланыусылары араһында һуңғы тарифта айырма бөтөрөләсәк.
       Бөгөн селтәрҙәге һәр ойошма өсөн тарифтар айырым билдәләнә. Иҫәпләүҙең ҡаҙан ысулы электр энергияһын һатыу баҙарында конкуренция булдырыу өсөн кәрәк. Хәҙерге ваҡытта тарифты исәпләп сығарыуҙың яңы ысулы Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә, айырым алғанда, Свердловск һәм Һарытау өлкәләрендә, һынау үтә. Семинарҙа уларҙың тарифтар буйынса территориаль комитеттары етәкселәре тариф иҫәбен индереү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
       Ике көнлөк семинар барышында коммуналь комплекс ойошмалары хеҙмәтләндереүҙәренә һәм тауарҙарына тарифтарҙың үҫеш индекстарын дәүләт көйләүе перспективалары, газ тармағында тарифтар төҙөү мәсьәләләре тикшереләсәк. Семинарҙа ҡатнашыусыларҙан федераль, шулай уҡ төбәк кимәлдәрендә тарифтарҙы көйләүҙе артабан үҫтереү перспективаларына ҡағылышлы файҙалы тәҡдимдәр һәм ҡарарҙар көтәләр.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал