6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Дауалауы ҡиммәткә төшкән ауырыуҙарға аҡса етмәй
20.06.07


       Һүҙ юҡ, "Һаулыҡ" милли проекты һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бик күп ыңғай һөҙөмтәләр килтерҙе. Яңы дауаханалар, поликлиникалар төҙөү, иҫкеләрен реконструкциялау, уларҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу, медиктарға эш хаҡын арттырыу - быларҙың барыһы ла милли проекттың эшләүен күрһәтә.
       Былтыр республиканың баш ҡалаһында 21-се ҡала клиник дауаханаһының операция блогы, 12-се дауахананың балалар бүлексәһе һәм 6-сы балалар поликлиникаһы филиалы файҙаланыуға тапшырылды. Быйыл Дим районында 47-се поликлиниканың реконструкцияланған балалар филиалы, Сипайловола ремонтланған 43-сө ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы ишектәрен асасаҡ.
       - Заман аҙ ҡеүәтле дауалау учреждениеларын берләштереп эреләтеү кәрәклеген талап итә, - тип билдәләй Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Әлфирә Баҡыева. - Ауырыуҙарҙы бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған ҙур клиникаларҙа ғына яҡшылап тикшерергә мөмкин.
       Шуның менән бәйле, Башҡортостанда хәҙер ҙур булмаған дауаханаларҙы һәм поликлиникаларҙы эре дауалау-профилактика учреждениеларына ҡушалар.
       Бынан тыш, "Һаулыҡ" милли проекты демографияны яҡшыртыу өсөн яҡшы стимул бирҙе. Тыуым йылдан-йыл арта, былтыр мең өфөлөгә 11,1 яңы тыуған сабый тура килде. Өфөлә 2006 йылда 14 меңдән ашыу бала тыуҙы, был 2005 йылдағыға ҡарағанда 105-кә күберәк.
       Быйыл беренсе квартал тыуымдың артыуы менән генә түгел, үлемдең кәмеүе менән дә ҡыуандырҙы. 2007 йылдың беренсе кварталында ҡалала 2950 бала тыуҙы, был уҙған йылдың шул уҡ күрһәткесенән 172 сабыйға күберәк.
       Участка врачтарына һәм шәфҡәт туташтарына эш хаҡын арттырыу кадрҙар потенциалын нығытыуға ыңғай йоғонто яһаны. Тик хәл ителмәгән күңелһеҙ яҡтары ла күп әле. Әгәр участка врачы уртаса - 17500 һум, участка медсестраһы 10300 алһа, тар профиль белгестәре иһә ике тапҡырға кәмерәк ала. Ә инде яңы ғына халат кейгән медик унан да аҙыраҡ аласаҡ. Мәҫәлән, яңы эш башлаусы кардиологҡа ни бары өс мең генә тейә.
       Участка врачтарынан тыш, акушер-гинекологтар ҙа юғары эш хаҡы ала. Быларға бала табыу сертификаттарын индереү арҡаһында өлгәшелде. Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларында врачтарҙың уртаса эш хаҡы хәҙер 12 мең һум, бала табыу йорттарында өс-дүрт мең һумға күберәк тәшкил итә.
       Тағы ла бер "бәхетлеләр" төркөмө - "ашығыс ярҙам" белгестәре. Былтырҙан алып сиреналы машиналағы врачтың уртаса эш хаҡы 20600 һум тәшкил итә, шәфҡәт туташтары 13 мең ала. Быйыл, етмәһә, ҡала тағы ла техниканың һуңғы һүҙе буйынса йыһазландырылған 28 "ашығыс ярҙам" машинаһы аласаҡ.
       Бына тағы айырым бер мәсьәлә - эшләүсе халыҡты өҫтәмә диспансерлаштырыу. Ғәжәп, ҡайһы бер граждандарҙы врачтар поликлиникаға профосмотрға ҡулдарынан һөйрәп тиерлек килтерә. Һыҙлауыҡтарыбыҙ ҙур бер проблемаға әйләнгәнен көткәнсе, улар тураһында алданыраҡ белеү үҙебеҙҙең мәнфәғәттә түгелме ни?
       Өфө хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау идаралығы начальнигы Виталий Викторовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, былтыр ҡаралған 47 мең бюджет хеҙмәткәрҙәренең һәм зарарлы производствола эшләүселәрҙең 35 проценты ғына һау-сәләмәт тип танылды, ике процентына кисекмәҫтән дауаханаға ятырға кәрәк булды, ҡалғандары "теге йәки был ауырыу менән сирләү хәүефе юғары" графаһына эләкте.
       Өҫтәмә диспансерлаштырыу 47 мең ҡаралған хеҙмәткәрҙең һигеҙ меңе юғары технологик ярҙам күрһәтеүгә мохтаж булыуын асыҡланы. Бынан тыш, 30 онкопатология осрағы, 229 шәкәр диабеты теркәлде, 97 хеҙмәткәрҙә - глаукома, етәүһендә туберкулез асыҡланды.
       Дарыуҙар менән өҫтәмә тәьмин итеү системаһы ла мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Билдәле булыуынса, соцпакетта бөгөн ҡиммәтле препараттарға мохтаж булған һәм айына дәүләт бүлгән 378 һумға уларҙы һатып ала алмаған льготасылар ғына ҡалды.
       Бөтә ил буйынса дарыуҙар менән өҫтәмә тәьмин итеү системаһындағы кризис менән бәйле, төбәк властары үҙ льготасыларының хәлен нисек тә еңеләйтергә тырыша. Башҡортостанда, мәҫәлән, дарыуҙар менән өҫтәмә тәьмин итеү системаһындағы ауырыуҙарҙы Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында һәм Республика онкодиспансерында дауалау өсөн урындағы бюджеттан өҫтәмә аҡса бүленде.
       Федераль кимәлдә һуңғы ваҡытта дарыуҙар менән өҫтәмә тәьмин итеү системаһынан айырым төркөмдө - ҡиммәткә төшөүсе ауырыуҙарҙы - бүлеү тураһында һөйләшеүҙәр йышыраҡ яңғырай. Былар онкоауырыуҙар, диабетиктар, шулай уҡ етди ҡан ауырыуына дусар булыусылар, ағзалары күсереп ултыртылған ауырыуҙар һәм нәҫелдән килгән сир менән яфаланыусылар. Бындай бер ауырыуҙы дауалау хаҡы айына тиҫтәләгән, хатта йөҙәрләгән мең һумға төшә. Шуға күрә бындай пациенттарҙы айырыу һәм уларҙы лайыҡлы финанслау маҡсатҡа ярашлы булыр ине.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал