6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Хөкөм

Өс аферистың береһе генә ултырасаҡмы?
19.06.07


       Өфөнөң Совет район суды бер төркөм фатир аферистарына хөкөм сығарҙы. "БАШвестЪ"ты даими уҡып барыусылар 2003 йылдан 2006 йылға тиклем үҙ ҡара эштәре менән булашыусы өс әхирәт менән таныштыр. 40, 50 һәм 55 йәштәрҙәге "булдыҡлы" ҡатындар, үҙҙәрен БР Президенты ҡарамағындағы Торлаҡ төҙөлөшө фонды хеҙмәткәрҙәре тип күрһәтеп, граждандарға уларҙы торлаҡ алыуға льготалы сиратҡа индерергә тәҡдим иткәндәр. Үҙ хеҙмәттәре өсөн улар, аҡса һатып алынасаҡ фатир иҫәбенә күсереләсәк, ярты хаҡы республика бюджеты средствоһынан түләнәсәк тип ышандырып, байтаҡ сумма һорап алғандар. Ярты хаҡына торлаҡ һатып алыу мөмкинлеге өсөн граждандар аферистарға аҡса түләгән: ҡайһы 150 мең, ә ҡайһылары миллион һумлап биргән. Тикшереүселәр иҫәпләүҙәре буйынса - эш республика прокуратураһында ҡарала - мут ҡатындар бөтәһе 26 миллион һумдан ашыу аҡса йыйған.
       Бысраҡ эш асыҡланғас, өсөһөнә лә Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы дүртенсе часы буйынса ғәйепләү белдерелә. Суд уларҙы ғәйепле тип таный һәм 99 мутлыҡ ҡылған 40 йәшлек ҡатынды 8 йылға иркенән мәхрүм итә. Уның әхирәттәренә - улар иҫәбендә 40-50 мутлыҡ эпизоды - ете һәм алты йыл шартлы срок бирелә. Әммә республика прокуратураһында хәбәр итеүҙәренсә, дәүләт ғәйепләүсеһе был ҡарарҙы сиктән тыш йомшаҡ тип иҫәпләй һәм кассацион тәртиптә суд ҡарарына ялыу бирә. Тимәк, был эштә нөктә ҡуйылмаған әле.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал