6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Тормош ваҡиғалары

Туғанлыҡтарын онотоп...
19.06.07


       Тормошта ата менән балалар конфликты аҙым һайын. Бер риүәйәттә таш быуатта йәш, көслө бер егеттең ҡартайып, хәлһеҙләнгән атаһынан һөйәкте тартып алыуы тураһында бәйән ителә бит. Атаһы башта көрәшеп маташа, ләкин көстәрҙең тигеҙ түгеллеген аңлап, ҡул һелтәй.
       Ә ҡасандыр, улы бәләкәй саҡта, ул уға иң яҡшы киҫәктәрҙе бирә торғайны бит. Ләкин тегенеһе хәтерләмәй, аслыҡ көслөрәк булып сыға. Атаһы шиңгәндән-шиңә бара, һунарға ла сыға алмай, тамырҙар менән туҡлана, ә уның ҡомһоҙ тоҡомо тилбер ҡулдары менән тапҡан бөтә нәмәне шунда уҡ йотоп та ҡуя.
       Әлбиттә, бында физиология күберәк. Ләкин ҡасандыр совет идеологияһында "зарарлы" тип аталған Фрейдты ҡабат-ҡабат уҡығас, беҙҙе, иң элек, тәбиғәт закондары йөрөтөүен нығыраҡ аңлайһың. Ә был осраҡ ҡайһы бер уландарҙың ҡарт әсәһен ашатыуҙан баш тартыуына оҡшамағанмы ни? Йәки уның пенсияһын тартып алып, эсеп бөтөрә, ә ҡарт әсәһенә дарыуҙар, яҡшы туҡланыу кәрәк булыуы хаҡында уйланып та бирмәй. Ә ҡасандыр әсәһенең күкрәк һөтөн имеп үҫеп, уға ҡулдарын һоноп, уның яҡлауына һәм йылыһына мохтаж ине бит.
       Шулай бер ваҡыт редакцияға бер әбейҙең күршеләре шылтыратты. Ярҙам итеүҙе үтенделәр.
       - Беҙ ҡайҙа ғына шылтыратманыҡ: "ашығыс ярҙам"ға ла, милицияға ла, йортһоҙҙар өсөн приютҡа ла! Берәйһе иғтибар итһәсе. Ә әбей тәҙрә аҫтында ултырып үлә бит.
       Баҡһаң, ул 60 йәшлек ҡыҙы менән бергә йәшәгән икән. Ә тегеһе, үҙе лә бигүк йәш булмаһа ла, ҡарт әсәһенән көслөрәк. Әбейҙе өй эргәһендәге газонға сығарып ултыртҡан, ярай, тышта йәй. Күршеләре күпме генә кире индереүен үтенмәһен, "Уның рухы насар!" тип яуап ҡайтарған. Ҡыҙы менән һөйләшеп килешеп булманы, өс көн буйына ишекте асманы. Шунан һуң ғына әсәһен яманлау һәм ҡәтғи "юҡ" тип әйтеү өсөн журналисты индерҙе. Әбейҙе 21-се ҡала клиник дауаханаһына һалыуға өлгәштек. Уның бөтә ауырыуҙарына һыуыҡ ерҙә ятыуҙан үпкәһе шешеүе өҫтәлде. Уны дауалаған арала беҙҙең бер журналист милиция аша әбейҙе үҙ фатирына кире индереүҙе юллай башланы. Ҡарсыҡты ҡарарға кеше кәрәк булыуын аңлап, Өфөнөң ҡарттар һәм инвалидтар йортона ла "ҡармаҡ һалды". Әммә аяҙ күктә күк күкрәгәндәй, дауахананан: "Әбей вафат булды!" тип шылтыраттылар. Шулай итеп, бөтә тырышлыҡтар бушҡа булды.
       Ғөмүмән, журналистарға үҙҙәренең ҡайғыһы тураһында яҙыуҙы йәки судҡа килеүҙе һорап, ҡарттар йыш мөрәжәғәт итә. Нишләптер әбей-бабайҙар, беҙҙең килеү нимәнелер үҙгәртер һәм судьялар мотлаҡ барыһын да уларҙың файҙаһына хәл итер, тип иҫәпләй. Ләкин, ҡағиҙә булараҡ, был процестар оҙаҡҡа һуҙыла, ә өлкәндәр ҡайғыра, яфалана, услап-услап дарыу эсә.
       Күптән түгел миңә 72 йәшлек ҡатын ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Бына өс йыл инде ул үҙ фатирынан ҡыуып сығарған ҡыҙы менән судлаша.
       "Фаинам аҙғын булып сыҡты! - тип зарлана ул. - Ҡайҙалыр донъя ҡыҙырып йөрөнө. Мурманскиҙа йәшәне, карапта ашнаҡсы булып эшләне, һуңынан балыҡсылар судноһында минтай эшкәртте. Торлаҡ майҙаны бар ине, буғай, ҡайҙа булғандыр - белмәйем. Миңә бер халатта ҡайтып инде, йәлләп, пропискаға индерҙем. Ә хәҙер бына үҙем урамда ҡалдым. Бүлеүе ле ҡыйын бит әле - бер бүлмәле фатир!"
       Ҡарсыҡтар йәл, бик йәл, әлбиттә. Тик улар үҙҙәре хаҡында: "Минең бер ғәйебем дә юҡ!" тип әйтә ала микән. Һуңғы осраҡта мин шулай ҙа судҡа барҙым, Фаинаның үҙе менән һөйләштем.
       - Мин ун биш йәшемдә әсәйемдән ҡасып сығып киттем! "Алыҫ илдәр" тартҡанға түгел, уның менән йәшәрлек булмағанға. Астан үлмәү өсөн ҡасып киттем, сөнки ул мине ашатмай торғайны, ә үҙе бергә йәшәгән йүнһеҙ бер иргә нисек тә ярарға тырышты. Был уның фатиры ла түгел, атайымдыҡы. Ул эшләп алды, әсәйем уны яманлығы менән иртә гүргә индерҙе. Хәҙер генә ул үҙен бахыр итеп күрһәтә, ә элек шундай уҫал була торғайны - күгәрмәгән урыным булмаҫ ине, аслыҡтан ел иҫкәнгә осор хәлдә инем.
       Үҫтергәндә, үҙ балаларыңды яратып тәрбиәләп, беҙ үҙебеҙгә тыныс ҡартлыҡ тәьмин итәбеҙ. 70-90 йәштә һеҙҙе фатирҙан ҡыуып сығарырҙармы, әллә йәлләрҙәрме - эш бында ла түгел. Ә өлкәндәр шул тиклем мохтаж булған хәстәрлектә һәм күңел йылыһында. Өфөнөң ҡарттар һәм инвалидтар өсөн йорт- интернатында булғас, быны айырыуса нығыраҡ тояһың, уның директоры Илдус Рахманҡолов үҙ "тәрбиәләнеүселәренең" тормош коллизиялары хаҡында белеп тора. Йорт-интернат 110 кешегә иҫәпләнгән, бында башлыса яңғыҙ ҡарттар йәшәй (улар 80 кеше), ҡалғандары - инвалидтар. Директорҙың өҫтәлендә өләсәй һәм олатайҙарҙың был йортҡа ҡабул итеүҙәрен һорап яҙған хаттары өйөлөп ята. Улар араһында балаһыҙҙар ҙа бар, әлбиттә. Ә ҡайһы берәүҙәрҙе балалары үҙҙәре был йортҡа "илтеп ҡуйырға" ынтыла. Ҡарап торғанда, бик тәрбиәле, абруйлы кешеләр кеүек, тик ниңәлер хәлдән тайған туған кешеһе менән бер йортта йәшәргә сирҡана. Нисек тә үҙ ҡартынан "ҡотолоу" өсөн улар медицина белешмәләре менән һелтәнә, йәнәһе, ата- әсәһен тейешенсә ҡарауҙы тәьмин итә алмай, сөнки үҙҙәре үк ҡарауға мохтаж.
       Ғөмүмән, был темаға икһеҙ-сикһеҙ бәхәсләшергә мөмкин, әммә Варлам Шаламовтың һүҙҙәре иҫкә төшә: "Өйрәтмәгеҙ, сөнки һәр кемдең үҙ хәҡиҡәте!" Моғайын, был хәлдә атайҙар ҙа, балалар ҙа ғәйеплелер. Тик шулай ҙа ҡасан да булһа балаларға үҙ ата-әсәһен ғәфү итергә кәрәктер, үҙҙәренә ғүмер бүләк иткәндәре өсөн булһа ла...

Ирина Шипунова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал