6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Яңы китаптар

Башҡорт балеты Гран-паһы
19.06.07


       Бөгөн Өфөлә Рудольф Нуриев исемендәге Ун өсөнсө халыҡ-ара
       балет сәнғәте фестивале башлана. Бөгөн үк Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры музейында Нина Жиленконың "Гран-па башкирского балета" китабын презентациялау ҙа үткәреләсәк.
       ...Бөтәһе лә күп йылдар элек башланды. Нина Ленинград университетында уҡып йөрөгәнендә С.Киров исемендәге театрҙың балет спектаклдәренә йөрөй торғайны. Театрҙың балет труппаһы - донъяла иң яҡшыларҙың береһе, тигән танылыу яулаған. Сәхнәлә танылған бейеүселәрҙе һәм балериналарҙы күргән Жиленко уларҙың сәнғәте тәьҫире аҫтында балет менән мауығып китә. Яҙмыш ҡушыуылыр инде, ул Өфөлә, үҙ опера театры, балеты булған ҡалала, йәшәй башлай. Башҡорт балетының күп солистары А.Ваганова исемендәге танылған Ленинград хореографик училищеһын тамамлаусылар була.
       Йылдар үтеү менән Нина Александровнаға бейеү сәнғәте менән туғанлыҡ мөнәсәбәттәренә инергә тура килә - уның ҡыҙы Елена балерина булып китә (Нина Жиленко үҙенең китабын тап уға бағышлай).
       Нина Александровна байтаҡ йылдар Өфө агрегат производство берекмәһенең күп тиражлы гәзите мөхәррире булып эшләй, "идеологик фронтта" ил оборонаһын нығыта. Ләкин бер ваҡытта ла балет тураһында онотмай. Был темаға уның очерктары, эссе, мәҡәләләре, интервьюлары донъя күрә. Ваҡыты еткәс, улар өсөн "Гран-па..."ла урын табыла. Был китапты башҡорт балетының энциклопедияһы булараҡ ҡарарға мөмкин. Ул уның аяҡҡа баҫыуы, балетмейстерҙар һәм сағыу, үҙенсәлекле артистар, мөһим спектаклдәр тураһында һөйләй. Быларҙың барыһы ла драматик ватан тарихы: уҙған быуаттың 30-сы йылдар репрессиялары, Икенсе донъя һуғышы, тоталитаризм фонында бит.
       Хәҙер донъялар үҙгәргән. Ленинград ҡала судының 1962 йылдың 2 апрелендәге Рудольф Нуриевты үҙе юҡта ете йылға иркенән мәхрүм итеү тураһындағы ҡарары бөгөн беҙгә мәғәнәһеҙлек, бер ни менән дә нигеҙләнмәгән ҡырағайлыҡ булып тойола. Ни өсөн иркенән мәхрүм итергә? Көнбайышта ҡалған өсөнмө? Хәҙер Рәсәйҙең йөҙәрләгән балериналары һәм бейеүселәре сит илдәрҙә эшләй. Улар араһында Рудольф Нуриев исемендәге Башҡортостан хореографик училищеһын тамамлаусылар ҙа бар. Кеше үҙенә оҡшаған ҡаланы, илде һайларға хоҡуҡлы. Был норма, һәм хәҙерге Рәсәй уға таяна.
       Хәҙер, өсөнсө мең йыллыҡта, документҡа таянып яҙылған китаптар уҡыусыларҙа, художестволы әҙәбиәткә ҡарағанда, ҙурыраҡ ҡыҙыҡһыныу уята. Уларҙы белешмә, файҙалы мәғлүмәт сығанағы булараҡ файҙаланалар.
       "Гран-па..." иллюстрация материалдарына бик бай. Унда мин С.Киров исемендәге театр сәхнәһендә Петр Чайковскийҙың "Щелкунчик" балетында Л.Ҡыуатова (Маша) менән М.Барышниковтың (Принц) дуэтын күреп шаҡ ҡаттым.
       Башҡорт балеты тураһындағы китап 1960 йылдарҙа формалашҡан журналист тарафынан яҙылған, йәғни ул һәр әйткән һүҙе өсөн яуаплылыҡ тоя. Уның эске редакторы һәр цензуранан ҡатыраҡ.
       Был турала шуның өсөн яҙам: бер ваҡыт Отис Стюарттың "Рудольф Нуриев. Мәңгелек хәрәкәт" тигән әҫәренә тап булдым мин. Өҙөк килтерәм: "Хатта батша заманында Өфөләге опера һәм балет театры бинаһы матур булыу ғына түгел, ҙур һәм көслө труппаһы арҡаһында ла юғары репутация яулаған. Совет хөкүмәте нисектер төҙөлгәнде емереп өлгөрмәй". Был буш һүҙҙе Отис Стюарт 1938 йылда, Октябрь революцияһынан һуң 21 йыл үткәс, асылған театр тураһында яҙа.
       Нуриев хаҡында: "...самолет һауаға күтәрелгәндә ҡулына араҡы шешәһе тотҡан артист ҡурҡышынан ҡайҙалыр кресло аҫтына инеп китте".
       Сит илдең был әтмәләнгән әҫәре менән танышҡандан һуң (мин миҫалға килтергән өҙөктәр әле иң насарҙары түгел - Ю.К.) бысраҡлыҡтан таҙарыныу өсөн ентекләп йыуынып сығаһым килде. Был уларса "һүҙ азатлығы" тип атала.
       "Гран-па башкирского балета" китабы автор Нина Жиленконы артистың талантына хайран ҡалған, үҙ табыштарына һәм асыштарына ысын күңелдән шатланған изге күңелле журналист булараҡ һүрәтләй. Ул үҙ шатлыҡтарын уҡыусылар менән теләп уртаҡлаша.

Юрий Коваль.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал