6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Беҙгә Ленин орденын ябай эшсе тапшырҙы
18.06.07


       Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығын байрам итеүгә, моғайын, Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин да килер. Әйҙәгеҙ, бынан 50 йыл элек республика менән ил берҙәмлегенең 400 йыллығын байрам итеүгә юғары ҡунаҡтарҙан кемдәр килгәнлеген иҫкә төшөрәйек.
       Зыя Нури улы Нуриев "Ауылдан Кремлгә тиклем" китабында бына нимәләр яҙа:
       "1957 йылдың 15 июнендә иртәнсәк Башҡорт АССР-ы Юғары Советының Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуының 400 йыллығына арналған юбилей сессияһы үҙ эшен башланы. Тантаналы сессияла Үҙәк Комитет Президиумы ағзалығына кандидат Н.М. Шверник (делегация етәксеһе), СССР Юғары Советы Президиумы секретары М.П. Георгадзе, КПСС-тың Мәскәү өлкә комитеты секретары И.В. Капитонов составында СССР хөкүмәте һәм КПСС Үҙәк Комитеты делегацияһы ҡатнашты.
       Сессияны мин астым һәм алып барҙым, сөнки ул саҡта мин Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Рәйесе лә инем.
       Байрам алдынан башҡорт халҡының сәнәғәтте, ауыл хужалығын һәм мәҙәниәтте үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан Ленин ордены менән наградланды. Награданы Николай Михайлович Шверник тапшырҙы. Ул үҙ сығышында:
       - Иптәштәр! Бөгөн беҙ бында ҙур тарихи әһәмиәткә эйә булған Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 400 йыллыҡ датаһын билдәләргә йыйылғанбыҙ.
       Һеҙҙе бөйөк байрамығыҙ, шулай уҡ юғары наградағыҙ - Ленин ордены менән ҡотлайым.
       Был юғары награда Башҡортостан эшселәренең, крәҫтиәндәренең, интеллигенцияһының илебеҙҙә социализм төҙөүҙәге тарихи ҡаҙаныштарын таныу билдәһе булып тора, - тине.
       Иртәгәһенә көндөң тәүге яртыһында баш ҡаланың Совет майҙанында хеҙмәтсәндәр митингыһы үткәрелде. Унда телмәр менән хөкүмәт ойошмаһы етәксеһе Н.М. Шверник та сығыш яһаны.
       - Өлкән быуын кешеләре, - тине ул, - ниндәй ауыр шарттарҙа Совет власын раҫларға, емерелгән ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырырға, яңы социалистик ҡоролош буйынса тиңе булмаған эш башларға тура килеүен хәтерләй.
       Хәҙер былар барыһы ла артта ҡалды...
       Илебеҙҙә сәнәғәт һәм ауыл хужалығы производствоһының нигеҙе булып торған ҡеүәтле индустрия төҙөлдө...
       Совет власы йылдарында Башҡорт АССР-ында, бөтә илдәге кеүек үк, ҙур үҙгәртеп ҡороуҙар булып үтте. Сәнәғәт үҫеште. Беренсе класлы техника менән йыһазландырылған яңы предприятиелар төҙөлдө. Алдынғы техникаға эйә булған яңы квалификациялы эшселәр һәм инженер-техник кадрҙар үҫтерелде.
       Күп тә үтмәй Шверникка Үҙәк Комитеттан шылтыраттылар һәм ашығыс рәүештә Мәскәүгә Үҙәк Комитет пленумына саҡырттылар. Унда Никита Хрущевты Үҙәк Комитеттың беренсе секретары посынан алып ташларға маташыу булған икән. Шулай итеп, Николай Михайлович юбилей тантаналарында аҙағынаса ҡатнаша алманы.
       Ләкин Башҡортостан менән ул 1926 йылдан уҡ таныш булған. Беренсе тапҡыр уның бында килеүе һәм биографияһы хаҡында, бер ыңғай тыуған көнө айҡанлы ла, ҡыҫҡаса таныштырып үтәбеҙ.
       Николай Михайлович Шверник (1888 йылдың 17 майы - 1970 йылдың 24 декабре/ - Петербург эшсеһенең улы. 15 йәштән электромеханика заводында токарь булып эшләй. Петербургта, Николаевола, Тулала, Һамарҙа йәшерен эш алып бара. Октябрҙән һуң Һамар ҡала Советына етәкселек итә. Ауыр Граждандар һуғышы йылдарында Ҡыҙыл Армияла була, легендар 24-се Сембер тимер юл уҡсылар дивизияһының комиссары була, ул, әйткәндәй, Башҡортостан территорияһында ла һуғыша.
       Һуғыштан һуң Шверник Донбасты аяҡҡа баҫтырыуҙа ҡатнаша, һуңынан Ленинград губкомы, партияның Урал өлкә комитеты секретары була.
       Партия Үҙәк Комитеты секретары Н.М. Шверник тәүге тапҡыр Өфөгә 1926 йылдың декабрендә килә. Илдә ул саҡта троцкизмға һәм партияға ҡаршы булған башҡа төркөмдәргә ҡаршы көрәш бара. Башҡортостан ойошмаһы оппозицияға ҡаршы сығыш яһай, бында Шверниктың өлкә партия конференцияһындағы сығышы ла (1926 йылдың 18-23 декабре) үҙ ролен уйнай. Баҫылмаған доклад стенограммаһы беҙҙең элекке партия архивында һаҡлана. Конференция резолюцияһында шулай тиелә:
       "ВКП(б)-ның ХI Башҡортостан өлкә конференцияһы, ВКП(б) Үҙәк Комитеты секретары Шверник иптәштең докладын тыңлап, Үҙәк Комитеттың сәйәси линияһын һәм ғәмәли эшмәкәрлеген тулыһынса хуплай..."
       1929 йылдан 1944 йылға тиклем Николай Михайлович Бөтә Союз профсоюздар Үҙәк Советына етәкселек итә. Тап шул саҡта профсоюздар ҙур көс һәм абруй яулай. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ул эвакуация буйынса Советты етәкләй, башҡа мөһим йомоштарҙы үтәй.
       1946-1953 йылдарҙа Шверник СССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе була. Николай Михайлович Совет Армияһының танылған полководецтарына "Еңеү" орденын тапшырған көнөн иҫкә алып:
       - Мин, ябай эшсе, азат итеүсе армияға етәкселек иткән, батырлыҡ, героизм, һуғышыу оҫталығы өлгөһө күрһәткән кешеләргә юғары наградалар тапшырыу хөрмәтенә эйә булырмын тип, кем уйлаған инде, - тип һөйләй.
       Ҙур ҡаҙаныштары өсөн Н.М. Шверник үҙе лә Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була, биш Ленин ордены менән наградлана.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал