6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Инвестициялар

Питерҙағы инвестиция дебюты
15.06.07


       Хайлигендамдағы G8 саммиты һәм Санкт-Петербургтағы халыҡ-ара иҡтисади форум уҙған аҙнала үҙәк ваҡиғалар булды. Беренсеһе, яҡшы спорт ярышы булараҡ, ҡыҙыҡлы үтте. Икенсеһе - төньяҡ баш ҡалалағы иҡтисади форум - Рәсәйгә халыҡ-ара даирәләрҙә иҡтисади абруй өҫтәне.
       Июнь айындағы мөһим ваҡиғалар йылъяҙмаһына Башҡортостан да яҙылды. Республикабыҙ халыҡ-ара иҡтисади форум кеүек ошондай ҙур сарала тәүге тапҡыр ҡатнаша. Инвестицион проекттар күргәҙмәһендә беҙ, бер нисә предприятие буклеттарын һалып, үҙ етештереү ҡеүәтебеҙҙе "рекламалап" ҡына ҡалманыҡ, ә ысынлап та эшлекле инвестицион проекттар тәҡдим иттек. Асылда, был беҙҙең дебют булды.
       Күргәҙмәлә ҡатнашыу идеяһы форум алдынан ғына тыуҙы. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә кәрәкле материалдар әҙерләнде, ҡатнашыусылар һәм күрһәтеләсәк "тауар" билдәләнде. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министры Юрий Пустовгаров етәкселегендә бер төркөм белгестәрҙе ебәрергә ҡарар итәләр.
       Унда ҡатнашыусылар, Башҡортостан экспозицияһы күргәҙмәлә иң яҡшыларҙың береһе булды, тигән берҙәм фекерҙә. Дизайнер яғынан ғына түгел, тулы файҙалы мәғлүмәт бирелеү яғынан да.
       Форум аҙағына белгестәребеҙҙә ярайһы уҡ контакттар һәм тәҡдимдәр пакеты тупланды. Ҡыҙыҡһыныу ҙур булды. Мәҫәлән, Ҡытайҙың тағы бер провинцияһы берләшкән бизнес ойошторорға теләк белдерҙе. Цзилинь провинцияһын Алыҫ Көнсығышта, Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта яҡшы беләләр. Хәҙер ҡытай бизнесмендары Башҡортостанға күҙ һала. Уларҙы бигерәк тә машиналар эшләү, төҙөлөш һәм агросәнәғәт комплексы ҡыҙыҡһындыра. Ноябрҙә улар Башҡортостанға Халыҡ- ара эшҡыуарлыҡ аҙналығына килергә һәм бында үҙ презентацияһын ойошторорға планлаштыра.
       "Россельхозбанк" Башҡортостандағы агросәнәғәт комплексы менән тығыҙыраҡ эшләү теләге белдерҙе.
       - Ауыл хужалығы етештереүселәрен кредитлау күләме буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә тәүге урындарҙың береһен биләй, - ти банктың вице-президенты Александр Беляков. - Был республикаға беҙ финанс өлкәһендә ауыл хужалығы етештереүсеһе менән хеҙмәттәшлек планында ҙур өмөттәр бағлайбыҙ.
       Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе бергә эшләргә "дусар". Сик буйы территорияһында "Урал" туристик зонаһы урынлашасаҡ. Әйткәндәй, ул әле үк бар. Тик тиҙҙән был территория туристик-рекреацион типтағы иҡтисади зонаға әйләнер, моғайын, шул саҡта ул финанс кереме формаһында яңы импульс аласаҡ, был средстволар юл һәм транспорт инфраструктураһын камиллаштырыуға тотоноласаҡ.
       Күргәҙмәгә килеүселәр тағы бер инвестицион проектҡа - "Өфө-Сити" ижтимағи-эшлеклелек үҙәге төҙөлөшөнә ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтте. Өфөнөң эшлекле әүҙемлеге үҫкәндән-үҫә бара, тимәк, беҙҙең бизнес-даирәләргә дөйөм архитектура концепцияһы менән сифатлы инфраструктура: заманса күргәҙмә комплекстары, ҡунаҡханалар, конференция залдары менән йыһазландырылған офис үҙәктәре кәрәк. Бының өсөн инвесторҙар кәрәк.
       Өфөгә тағы ла махсуслашыуҙы хәл итеү өсөн дә инвесторҙар кәрәк. Бөтә донъя ойошмаһына инеүгә күп ҡалмай. Ул саҡта сифатлы һәм арзан етештерергә, йәки, ғөмүмән, етештермәҫкә кәрәк. Ҡеүәтле машиналар эшләү кластеры иҡтисадыбыҙҙың тотороҡлолоҡ гарантияһына әйләнеүе мөмкин. Айырым алғанда, автомобилдәр етештереүҙе ойоштороу хаҡында күп һөйләнелде. Сит ил инвесторы автомобилдәр йыйыу предприятиелары өсөн яңы майҙансыҡтар эҙләй һәм уларҙы диңгеҙгә сығыу юлы булған урындарҙа таба (һыу юлы транспорт сығымын һиҙелерлек кәметә). Пустовгаров, Башҡортостан автокомпоненттар сығарыу өсөн яҡшы база була ала, тип ышана, етмәһә, ике тиҫтәләп предприятие яңы продукция етештереүгә үҙгәртеп ҡороуға әҙер: заказдар ғына булһын.
       Ҡыҫҡаһы, пландар ҙур. Петербург халыҡ-ара иҡтисади форум сиктәрендә үткәрелгән инвестиция күргәҙмәһе проекттарыбыҙҙың ҡыҙыҡлы һәм перспективалы булыуын күрһәтте.

Эльвира Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал