6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Ауыл хужалығы

Икмәктең ҡиммәт булыуында иген ғәйепле түгел
13.06.07


       Башҡортостанда сәсеү кампанияһы тамамланды. Яҙғы баҫыу эштәренең нисек үтеүе тураһында "БАШвестЪ"ҡа БР Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселек бүлеге начальнигы Артур Ноғоманов һөйләй.
       Яҙғы сәсеү-2007 үҙенсәлектәре хаҡында
       - Әйтергә кәрәк, быйыл һауа торошо әллә ни шатландырырлыҡ булманы. Әммә 23 майға тиклем иген культураларын сәсеү тамамланғайны инде. Ҡағиҙә булараҡ, ошо ваҡытҡа тиклем сәселгән һәр культуралы үҫемлек өлгөрә һәм мул уңыш бирә. Әлбиттә, быйыл сәсеү кампанияһын ғәҙәттәгенән 15-20 көнгә һуңыраҡ башланыҡ һәм ҡыҫҡа ваҡытта - ике аҙна эсендә үткәрҙек. Әммә шытымдар бөгөн былтырғынан һис тә насар түгел. Беренсенән, ямғырҙар яуып торғас, дым менән тәьмин ителеш бик яҡшы. Икенсенән, сәскәндән һуң тәүге биш-алты көн эҫе тороуы ыңғай роль уйнаны.
       Температура режимы һәм дым менән тәьмин ителеш - уңыш тап ошо ике факторға бәйле - артабан да оптималь булһа, август аҙағында беҙ мул уңыш йыясаҡбыҙ.
       Зыяндар тураһында
       - Яҙғы-йәйге ҡырауҙар арҡаһында үҫентеләрҙең һәләк булыуы әлегә күҙәтелмәй. Бәлки, республиканың төньяҡ-көнсығышына табан ҡайһы бер урындарҙа иген культуралары бер аҙ зарарланғандыр, әммә был ҡәҙимге күренеш. Һуңғы ҡырауҙар беҙҙә 10-12 июндә була. Ошоно иҫәпкә алып, һуңғы йәйге культуралар - ҡарабойҙай, тары, судан үләне сәселә. Был үҫемлектәрҙең вегетация осоро ҡыҫҡа, шуға күрә улар тиҙ - 70- 72 көндә өлгөрә.
       Ҡоротҡостарға килгәндә, май аҙағында көндәр эҫе торғанда арпа һәм яҙғы бойҙай сәсеүлектәрен зарарлаусы буйлы иген бөрсәләре әүҙемләште. Ләкин беҙ үҫемлектәрҙе уларға ҡаршы эшкәртеү үткәрҙек. Шуға күрә был бөжәк артыҡ зыян килтермәне.
       Сәсеү майҙандары структураһы тураһында
       - Йыл һайын беҙ бер миллион 800 мең гектар майҙанға иген культуралары сәсәбеҙ. Төп иген культураһы булып яҙғы бойҙай тора. Ул 700 мең гектарҙан ашыу майҙанды биләй. Ужым арышына һәр ваҡыттағыса 400 мең гектар бүленә.
       Быйыл беҙ мал аҙығы культуралары майҙанын арттырҙыҡ. Был агросәнәғәт комплексы буйынса өҫтөнлөклө милли проектта малсылыҡты үҫтереү билдәләнеүе менән бәйле. Айырыуса юғары аҡһымлы ҡуҙаҡлы-иген ҡатнашмаларына (борсаҡ менән арпа йәки һоло) ҙур иғтибар бүленә - уларға майҙанды 40 мең гектарға арттырҙыҡ. Кукуруз баҫыуҙары ла киңәйтелде.
       Шәкәр сөгөлдөрө сәсеүлектәре майҙаны өс-дүрт мең гектарға кәметелде, был эшкәртеү сәнәғәте мөмкинлектәре менән бәйле. Республикала эшләгән дүрт шәкәр заводының етештереү ҡеүәте былтырғы күләмде үтәй алманы. Юғалтыуҙар ғәҙәттәгенән күберәк булды. Шәкәр сөгөлдөрөнә 72-75 мең гектар етерлек тип билдәләнек. Был осраҡта сөгөлдөр уңышы бер миллион 800 мең тонна тәшкил итәсәк.
       Май өсөн көнбағыш быйыл 107-110 мең гектар баҫыуҙы биләне.
       Дәүләт яҡлауы тураһында
       Республикала сәсеү осоронда дәүләт яҡлауы традицион. Яғыулыҡ-майлау материалдарына субсидия бүлеү - ҙур ярҙам.
       Бынан тыш, республикабыҙ - Рәсәйҙең минераль ашламалар һатып алыу - 30 процентҡа, ә үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары 50 процентҡа дотацияланған бик аҙ төбәктәренең береһе. Был бик ҙур ярҙам! Минераль ашламалар һәм гербицидтар һатып алыуға бүленгән 1,5 миллиард һум аҡсаның 500-600 миллионы дәүләт тарафынан финанслана.
       Уңыш тураһында
       Әлегә күҙаллау яһарға иртәрәк. Тик бер нәмәне аныҡ әйтә алам - беҙҙә иген етерлек буласаҡ. Йыл һайын беҙ дүрт миллион тоннаға яҡын уңыш алабыҙ. Был республиканың һәр кешеһенә бер тонна тирәһе иген тигән һүҙ.
       Икмәккә хаҡ тураһында
       Бөгөн бер тонна аҙыҡ-түлек бойҙайы дүрт мең һум тора, йәғни ондоң бер килограмы дүрт һум тип баһалана. Бер килограмм ондан 1200 грамм икмәк сыға. Бер килограмм икмәктең хаҡы иң күбе һигеҙ-туғыҙ һум торорға тейеш.
       Бөтә донъяла икмәктең үҙҡиммәте 70 процент тәшкил итә. Беҙҙә иһә - 28-30 процент ҡына!
       Икмәк ҡиммәт, сөнки иген ҡиммәтәйә, тип әйтеүҙәре хатта ғәрләндерә. Һуңғы 10 йылда игендең хаҡы бик аҙ ғына күтәрелде. Ә шул уҡ ваҡытта икмәккә хаҡ ай һайын арта. Эшкәртеүселәр һәм һатыусылар хаҡты нигеҙһеҙ күтәрә.
       Иген етештереү рентабеллеге бөгөн 40-50 процент тәшкил итә. Был бик яҡшы күрһәткес. Тик шуныһы аңлашылмай: ни өсөн сауҙа һәм эшкәртеү предприятиелары етештереүсегә ҡарағанда ике-өс тапҡырға күберәк килем алырға тейеш?

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал