6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Владимир Спиваков: скрипка - ул көйһөҙ ҡатын...
13.06.07


       Башҡорт дәүләт филармонияһында үткән Рәсәй Милли филармония оркестры концертын халыҡ мөғжизә тип баһаланы. Ул коллективтың тыуған көнө хөрмәтенә йыл һайын Рәсәй ҡалалары буйлап традицион турне сиктәрендә ойошторола.
       - Бөтә оркестр ойошҡан бер организм кеүек эшләй. Бөтә динамика юғары кимәлдә. Сағыу, асыҡ, аныҡ! - тип һоҡланды тамашасылар.
       Концертта Николай Печковский исемендәге Халыҡ-ара йәш опера йырсылары конкурсы, Вроцлавтағы йәш йырсылар конкурсы лауреаты, Мариин театрынан билдәле опера йырсыһы Татьяна Павловская сығыш яһаны.
       Тамашасылар алҡышлап ҡул сапты, ҡайһы берәүҙәрҙең күҙҙәренән ирекһеҙҙән күҙ йәштәре аҡты, сәхнә сәскәләргә күмелде. Һәм был ғәжәп түгел - дирижер пульты артында кеше- легенда, бөтә донъяға танылған скрипкасы, дирижер һәм йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәй Милли филармония оркестрының художество етәксеһе һәм баш дирижеры, "Виртузы Москвы" Дәүләт камера оркестрының художество етәксеһе һәм баш дирижеры, Мәскәү халыҡ-ара музыка йорто президенты, Рәсәйҙең халыҡ артисы, дәүләт премиялары лауреаты, профессор ВЛАДИМИР СПИВАКОВ ине бит.
       Маэстроның эшкә һәләтлелегенә иҫ китерлек: аҙ йоҡлай, күп эшләй, әммә һис тә йонсомаған, изгелекле һәм кешеләргә иғтибарлы.
       Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыуға Спиваков самолеттан төшкәс тә килде, ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе, үҙ скрипкаһы тураһында һөйләне:
       - Был Страдивари инструменты көнсөл, көйһөҙ холоҡло ҡатындар кеүек, даими юғары иғтибар бирергә тура килә, - ти Владимир Теодорович. - Бына әле лә һеҙҙең менән осрашыр алдынан биш минут элек кенә уйнап алдым. Башҡаса мөмкин түгел - көнләшә! Скрипка, ғөмүмән, һауа торошон, климат үҙгәреүен аныҡ тойоусы бик нескә уйын ҡоралы. Уны ваҡытында оҫталарына күрһәтеү мөһим: улар минең икәү - Рәсәйҙә һәм сит илдә. Икеһе лә - юғары класлы белгестәр.
       - Бына тигән музыкант һәм дирижер Владимир Спиваков етәкселегендәге Рәсәй Милли филармония оркестры дүрт йыл элек төҙөлдө, - тип һөйләне оркестр директоры Георгий Агеев. - Баштан уҡ беҙ оркестрҙы илдең мәҙәни тормошо атрибуты булараҡ төҙөүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Бының өсөн виртуоз башҡарыусылар йыйыу ғына түгел, уларҙы сифатлы ҡоралдар менән тәьмин итергә лә кәрәк ине. Владимир Теодорович үҙ аҡсаһына бер нисә мең долларлыҡ 26 уникаль инструмент һатып алып, оркестрға тапшырҙы. Һөҙөмтәлә беҙ үҙ маҡсатыбыҙға ирештек. Ҡайҙа ғына - Лондонда йәки Новокузнецкиҙамы - сығыш яһамайыҡ, Спиваков - Спиваков булып ҡала инде ул, - тип йомғаҡланы ул һүҙен. - Юҡҡа ғына ЮНЕСКО фонды уны Донъя Гражданы титулы менән наградламаны. Бындай хөрмәткә ни бары ете генә кеше лайыҡ.
       Төрлө йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, оркестрыбыҙ бик татыу, тупланған. Беҙҙә интригалар булмай, быға Владимир Теодорович булдырған ижади атмосфера булышлыҡ итә. Маэстро нисектер һәр "ваҡ-төйәк"кә иғтибар бирә, саҡ ҡына кәмселекте лә күреп ҡала белә, - тине Георгий Евгеньевич. - Спиваков кешеләрҙе үҙе эштән сығармай. Ҡағиҙә булараҡ, музыканттар, кәрәкле кимәлгә еткерә алмауҙарын тойоп, үҙҙәре китә.
       Бөгөнгө турне сиктәрендә, дөйөм тыуған көнөбөҙҙө билдәләп, Владимир Теодорович: "Әйҙәгеҙ, бер мендәрҙә ҡартаяйыҡ", - тине. Был бер ни менән дә сағыштырып булмаҫлыҡ комплимент - маэстроның тәрән ихтирамын һәм музыканттарҙың һәр береһенең уникаллеген таныу, - тип һөйләне оркестр директоры.
       Матбуғат конференцияһында Владимир Спиваков үҙенең Өфөнө бик тә яратыуын белдерҙе - шуға күрә музыканттарҙың сығыш программаһы ла ҡайһы бер башҡа ҡалаларҙағыға ҡарағанда күпкә йөкмәткелерәк булды. Башҡорт дәүләт филармонияһындағы концертта ике симфоник әҫәр - Петр Чайковскийҙың "Ромео һәм Джульетта" увертюра-фантазияһы һәм Сергей Прокофьевтың "Ромео һәм Джульетта" балеты музыкаһынан сюита фрагменттары һәм күп кенә операларҙан ариялар яңғыраны.
       Концерттың үҙен сағыу, онотолмаҫлыҡ фейерверк менән сағыштырырға мөмкин, тик Владимир Теодоровичтың скрипканы ҡулына алырына өмөтләнеү генә аҡланманы. Тимәк, киләһе килеүенә ҡалды.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал