6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Шаляпинға һәйкәл асыласаҡ
09.06.07


       Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы - Өфө көнөн үткәреү сиктәрендә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры ҡаршыһында һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы эргәһендә мәшһүр рус композиторы Федор Шаляпинға һәйкәл асыласаҡ.
       БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы сәнғәт бүлегенең баш белгесе Ирина Оськина әйтеүенсә, скульптура әҙер инде, һәм ул ысынлап та уникаль. Проект авторы Рөстәм Хәсәнов үҙ әҫәре өҫтөндә йыл ярымдан ашыу эшләне һәм башынан алып аҙағына тиклем бөтә эште үҙе башҡарҙы.
       Ғәҙәттә, бөйөк рус йырсыһы Федор Шаляпинды мөһабәт, һомғол буйлы, шөһрәт ҡаҙанған кеше итеп һынландыралар. Әммә Рөстәм Хәсәнов данлыҡлы йырсыны бөтөнләй икенсе итеп күргән - бер аҙ ҡаушаған һәм тулҡынланған, әммә "кеше булырға" ынтылған, ышаныслы ҡарашлы егет.
       Әйткәндәй, скульптураның гипс моделе фотографияһын йырсының ҡыҙы Марина Федоровнаға ебәргәндәр. Ул бик ҡәнәғәт ҡалған. Тик ботинкаһына ғына бер аҙ иҫкәрмә яһаған. Нимә-нимә, уның атаһы һәр ваҡыт стилле, модалы ботинка кейгән.
       Шаляпиндың мемориаль комплексы әле булһа кешеләргә күрһәтелмәй, ә Өфө халҡы уның асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә бит. Павел Качкаев журналистар менән әңгәмә ваҡытында, һәйкәл менән "ысынлап та ҡайһы бер ҡатмарлылыҡтар килеп тыуҙы", әммә хәҙер бөтәһе лә юлға һалынды, һәм мемориал тиҙҙән асыласаҡ, тине.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал