6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Хөкүмәттә

Дауыл йыҡҡан ағастарҙы бушлай таратасаҡтар
09.06.07


       Көслө дауыл бер нисә сәғәт эсендә йығып һалған ағастар менән ни эшләргә? Был мәсьәлә Республика йортонда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов рәйеслегендә үткәрелгән кәңәшмәнең көн тәртибендә төп мәсьәлә булды.
       Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, тиҙлеге секундына 30 метрға еткән көслө ел 20 мең гектарҙан ашыу майҙандағы урмандарҙы һәләк итте: был 1,5 миллион кубометр тирәһе ағас. Әгәр 2006 йылда бөтә республика күп һанлы төҙөлөштәре менән 12 мең гектар майҙанда, йәғни 1,3 миллион кубометр ағас ҡырҡыуын иҫәпкә алһаҡ, был афәт масштабтарын күҙ алдына килтереү еңелерәк булыр. Башҡортостан урман фондының дөйөм майҙаны иһә 700 миллион кубометрға яҡын ағас запасы менән биш миллион гектарҙан ашыу майҙанды биләй.
       Рафаэль Байдәүләтов, Рәсәйҙә урман федераль милекселектә, һәм уны таҙартыуға, ҡырҡыуға тотоноу өсөн федераль үҙәктән ярашлы рөхсәт кәрәк, тип иҫкәртте. Юҡһа, республика Башпрокуратурала раҫланған законды боҙасаҡ. Премьер дауыл эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн яуаплы кешеләр алдына оҙаҡҡа һуҙмай Мәскәүгә ебәреү өсөн тейешле документтар әҙерләү бурысын ҡуйҙы:
       - Бының стихиялы ҡаза икәнен иҫбатларға кәрәк, - тип белдерҙе Байдәүләтов.
       Республикалағы хәлде ғәҙәттән тыш тип таныу - ул федераль бюджеттан дауыл эҙемтәләрен бөтөрөүгә ярҙам, шул иҫәптән финанс яҡтан да. БР Тәбиғәттән файҙаланыу, урман ресурстары һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау министрлығы баһалауы буйынса, урман фондына ғына 464 миллион һумлыҡ зыян килгән. Министрлыҡ башлығы Альфред Фәүхетдинов билдәләүенсә, афәткә дусар булған территорияла тикшеренеүҙәр, санитар ҡырҡыуҙар үткәреү, янғындарҙы һәм ауырыуҙарҙы иҫкәртеү маҡсатында ҡыйҙан таҙартыу һәм көҙөн урмандарҙы яһалма аяҡҡа баҫтырыу өсөн 500 миллион һумға яҡын аҡса талап ителәсәк. Ә территорияны йығылған ағастарҙан таҙартыу сараларын кисекмәҫтән башларға кәрәк.
       - Һаҡһыҙ ырғытылған тәмәке төпсөгө, шырпы икенсе фажиғәгә килтереүе ихтимал. Федераль власть сара күреү тураһында уйланғансы, урмандан көл генә ҡалыуы мөмкин, - тип билдәләне Дүртөйлө районы башлығы Рауил Дәүләтов. Уның әйтеүенсә, юл буйы территорияларын таҙартыуға ғына кәмендә ике ай китәсәк.
       Райондарҙа был эштәр өсөн техника етешмәүе проблемаһы килеп баҫты.
       Проблеманы хәл итеү ысулдарының береһен Вәхитов диләнкәләрҙе теләүселәргә, уларҙы таҙартыу һәм ағас ултыртыуға әҙерләү шарты менән, бушлай биреүҙә күрә. Бынан тыш, урман аукциондарын туҡтатырға кәрәк, тип иҫәпләй ул.
       Рафаэль Байдәүләтов та уның менән килешеүен белдерҙе:
       - Башҡа юл юҡ. Территорияларҙы халыҡтың һәм ойошмаларҙың талабына һәм мөмкинлегенә ҡарап бүлергә кәрәк - кемгә ике, кемгә биш, ә кемгә ун гектар. Һуңынан комиссия менән уларҙан был участканы таҙартылған һәм ағас ултыртыу өсөн әҙер көйөнсә ҡабул итергә. Ағасты ҡулланырлыҡ хәлендә файҙаланырға кәрәк.
       Дөйөм алғанда, Байдәүләтов дауыл ваҡытында һәм унан һуң ашығыс хеҙмәттәрҙең һәм урындағы властарҙың эше менән ҡәнәғәт ҡалыуын белдерҙе:
       - Аяҡҡа баҫтырыу эштәренә тотонғас - ә уға шунда уҡ, дауыл үткәс тә тотондолар - кешеләр кем, ҡайҙа, нимә менән шөғөлләнергә тейешлеген белеүе асыҡланды. Энергетиктар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре, газовиктар, элемтәселәр бер аҙна эсендә байтаҡ эш башҡарҙы. Афарин!
       Шул уҡ ваҡытта башҡараһы эштәр байтаҡ әле. Кәңәшмәлә ҡатнашыусы дауылдан зыян күреүсе райондар хакимиәт башлыҡтарының һүҙҙәренә ҡарағанда, халыҡ килеп тыуған хәлдән, башлыса, үҙ көсө менән сыға.
       Дүртөйлө районында урындағы депутаттар ойошмаларға ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөүгә бер көнлөк эш хаҡын бүлеүҙәрен һорап мөрәжәғәт итте. Илеш районында һәр ойошмаға билдәле бер муниципаль объекттар - мәктәптәр, дауаханалар, мәҙәниәт йорттары - беркетелгән. Эште оҫта ойоштороу һөҙөмтәһендә бөгөнгө көнгә социаль-мәҙәни- көнкүреш объекттарының бөтәһе лә һәм торлаҡ фондының яртыһы тиерлек аяҡҡа баҫтырылған.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал