6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Ауыл хужалығы

Файҙалы триумвират
07.06.07


       Башҡортостандың ит һәм һөт баҙарҙарында хәл көсөргәнешле ҡала. Сөнки бөгөн республикала етештереүселәр, эшкәртеүсе һәм сауҙа предприятиелары араһында аныҡ үҙ-ара бәйләнеш юҡ. Эшкәртеүселәр яһалма рәүештә ауыл хужалығы продукцияһына хаҡты кәметә, сауҙа иһә, үҙ сиратында бик юғары хаҡтар ҡуя. Бына һеҙгә сағыу миҫал. Әгәр күптән түгел генә сусҡа итенең һатып алыу хаҡы килограмы 58 һум торһа, хәҙер ул 40 һумға төштө.
       Асылда, һатып алыу хаҡтарының кәмеүе һуңғы продуктҡа хаҡтарҙың кәмеүенә килтерергә тейеш. Ғәмәлдә иһә улай түгел. Магазинда һәм баҙарҙарҙа ит продукцияһының хаҡы бер һумға ла арзанайманы. Тимәк, бөтә килем эшкәртеүселә һәм һатыусыла ҡала. Ә ауыл кешеһенә нимә ҡала? Күренеүенсә, бер нәмә лә. Бер яҡтан, хеҙмәте өсөн - тиндәр, икенсе яҡтан - тотороҡһоҙ һатыу баҙары һәм иртәгәһе көнгә өмөтһөҙлөк.
       - Һатып алыу хаҡтары етештереүселәрҙең төшөмлөлөгөн тәьмин итергә, производствоны артабан үҫтереүгә булышлыҡ итергә тейеш, - тип иҫәпләй БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, республиканың ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов.
       Министрҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, республикала "аңлайышлы сауҙа сәйәсәте" юҡ. Урындағы етештереүселәр баҙарҙа үҙ сауҙа нөктәләрен ойошторорға маташып ҡарай, әммә "күләгәле структуралар яғынан ҡаршылыҡҡа" осрай, тип билдәләне Шамил Вәхитов.
       Әлбиттә, етештереүселәрҙең үҙҙәренең һүлпәнлеге лә ҡамасаулыҡ яһай. Бөгөн уларҙың продукцияһын һатыу өсөн кооператив баҙарҙар төҙөү мөмкинлеге бар. Бының өсөн "Россельхозбанк" - 40 миллион һумға тиклем кредит бирергә, ә дәүләт процент ставкаларын субсидияларға әҙер. Ләкин был мөмкинлекте, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер кем дә файҙаланмай. Бер тәғәйен тәҡдим дә юҡ, ти бошоноп министр.
       Был хәлдән сығыу юлы бармы? Бар. Бөтә донъяла етештереүселәр, эшкәртеүселәр һәм һатыусылар араһында үҙ- ара мөнәсәбәттәрҙе юлға һалыу өсөн тармаҡ союздары төҙөлә. Тап улар аныҡ үҙ-ара мөнәсәбәттәр булдыра һәм объектив хаҡтар сәйәсәте алып барыу тураһында һөйләшеп килешә. Бындай берекмәлә эшкәртеүсегә - һатып алыу хаҡтарын кәметеү, һатыусыға һатыу хаҡтарыу күтәреү файҙаһыҙ.
       Бындай союз тиҙҙән Башҡортостанда ла төҙөләсәк. Министрҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, ул үҙенең составына ингән предприятиеларҙың һәм ойошмаларҙың эшмәкәрлегенә йүнәлеш бирәсәк, урындағы етештереүселәрҙең конкуренцияға һәләтлелеген күтәреүгә, продукцияның сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк, дәүләт кимәлендә етештереүселәрҙең һәм эшкәртеүселәрҙең мәнфәғәттәрен яҡлаясаҡ.
       - Ауыл хужалығы министрлығы яғынан һатып алыу хаҡтарын билдәләү, импортты сикләү буйынса бер ниндәй ҙә директивалар булмаясаҡ, бөтә ҡарарҙарҙы етештереүселәр һәм эшкәртеүселәр үҙҙәре һөйләшеүҙәр өҫтәле артында хәл итәсәк, - тип вәғәҙә бирҙе Шамил Вахитов.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал