6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Пластилин дуҫтар
08.06.07


       БДУ студенты Алик Ғәбделбаянов менән ӨДАТУ-нан Артур Әминевтың үҙ тормош фәлсәфәһе. Улар, мәҫәлән, бөтә тормош - ул пластилин, тип иҫәпләй. Уны үҙең теләгәнсә төҙәтергә, әүәләргә һәм яңы формалар уйлап табырға мөмкин. Уҡыуҙан буш ваҡыттарында егеттәр шуның менән шөғөлләнә лә.
       - Мин инде тулыһынса ир ҡорона ингәнмен тиергә мөмкин - ағас ултырттым (ете йәшемдә лимон ағасы), йорт һалдым (хатта икәү: банк бинаһы һәм урмандағы өй) һәм әллә күпме пластилин балалар яһаным, үҙең аңлап тораһың... - тип Алик үҙ ғәмәлдәрен ҡыҫҡаса һанап китә.
       Аңлатып үтәм: пластилин - ул тормош асылын аңлатырға маташыу түгел, ә яратҡан шөғөлгә әйләнгән уйын.
       - Барыһы ла беҙ әле туғыҙынсы синыфта уҡыған саҡта, декабрь айында башланды. Бер ваҡыт беҙ нимә менән шөғөлләнергә белмәй ултырҙыҡ та, камераны алып, тәүге пластилин проектыбыҙҙы уйлап сығарҙыҡ, - тип аңлата Артур, ул хәҙер үҙе - сценарист, оператор, монтажлаусы һәм график редактор. Аликка иһә баш режиссер вазифаһын бирергә мөмкин. Ул идеяларға бай рухландырыусы ла, пластилин геройҙар ижад итеүсе лә.
       - Беҙ бөтәһе 21 мультфильм төшөрҙөк. 15-е - үҙебеҙ өсөн, береһе - аяҡ кейемдәре магазинына реклама формаһында, фитнес-үҙәк өсөн пластилин логотип, бер нисә реклама мини- мульттары, - тип һөйләй егеттәр. - Пластилин, ғөмүмән, универсаль нәмә, беҙгә мәктәптә донъя һәм художестволы мәҙәниәттән зачет алырға ярҙам итте. Бының өсөн беҙ кеше эволюцияһын күрһәтеүсе мультфильм төшөрҙөк. Бер ваҡыт Өфөнөң бер каналы беҙҙең роликтарҙы әйләндерҙе. Өфөлә анимацион фильмдар фестивале үткәндә беҙгә унда ҡатнашырға тәҡдим иттеләр. Осраҡлы рәүештә тантана үткәреү көнө Артурҙың тыуған көнөнә тап килде. Мин был турала иғлан иткәс, уны күтәреп алдылар. Шундай шәп килеп сыҡты! - тип хәтерләй Алик. - Дөрөҫ, хәҙер беҙҙең ваҡыт етмәй - институт, имтихандар, сессия.
       Артур миңә кеҫә телефонын һуҙа, унда егеттәрҙең "Пластилин" мульфильмы яҙылған. Был әлегә Алик менән Артурҙың дуҫы, ҡәҙимге студент Денис Рәжәпов тураһында фильм. Ул бер ваҡыт тылсымлы күҙлек табып ала һәм ҡурҡыу белмәҫ пластилин супергерой Неоға әйләнә.
       - Мульфильмдың сюжеты нигеҙендә - махсус, тылсымлы күҙлек. Уны кейһәң, әйләнә-тирә пластилинға әйләнә, - тип аңлата Алик, - Ысынында иһә донъя былай ҙа пластилин ул, тик бер кем дә был турала уйланмай. Ә беҙҙең геройыбыҙ, тылсымлы күҙлек хужаһы Денисканың күҙҙәре ҡапыл асыла. Күҙлеген кейһә, уны пуля ла алмай, бер кем дә зыян килтерә лә алмай. Тик Дениска һәр ваҡыт күҙлек кейеп тә йөрөй алмай, әммә ҡеүәтле булыуҙан да баш тарта алмай. Шуға күрә уға бер юлы ике донъяла - реаль һәм пластилин - йәшәргә тура килә.
       Икенсе төрлө әйткәндә, был проектта кино һәм анимация бергә ҡушыла. Һөҙөмтә тәьҫирләндерә, әммә төшөрөүе еңелдән түгел. Бер кадр алыу өсөн егеттәр пластик фигураларҙың һәр хәрәкәтен төшөрә, һуңынан быларҙың барыһын да махсус компьютер программаһында монтажлай. Мәҫәлән, 15 минутлыҡ "Пластилин"ды ярты йыл буйына төшөрәләр.
       - Ҡайһы ваҡыт сабырлыҡтар бөтөп, бөтәһен дә ташлайһы килеп китә, - тип уртаҡлаша Артур. - Ундай саҡтарҙа беҙ сиратлап бер-беребеҙҙе өгөтләйбеҙ. Мин декорацияларҙы ғына ике айҙан ашыу әҙерләнем. Ҡағыҙҙан, ҡатырғанан һәм ҡамырҙан.
       Егеттәрҙең икенсе мультфильмы - Джеймс Бондҡа көлкөлө пародия. Төп герой - Агент ҡушаматлы ҡуян бөйөк эштәр башҡара: урланған микросхеманы ҡайтара, яуыз Хрюнделде ҡоралһыҙландыра һәм бөтә донъяла тыныслыҡ урынлаштыра.
       - Беҙҙең турала республика киң мәғлүмәт саралары яҙып сыҡты, телевизорҙан күрһәттеләр, - ти уйға бирелеп Алик. - Ләкин был популярлыҡтың икенсе, кире яғы ла бар. Шунда уҡ беҙгә ярҙам итергә маташыусы, тәнҡитләүсе, кәңәштәр биреүсе кешеләр табылды. Ләкин бөтәһен дә беҙ үҙебеҙ хәл итәбеҙ.
       - Ә ҡайһы берәүҙәр беҙ пластилин менән шөғөлләнгәс, беҙҙе ниндәйҙер "ботаниктар", бер кем менән аралашмай, урамда йөрөмәй, лекцияларҙы ҡалдырмай, тип уйлайҙар, - тип көлә Артур. - Береһе лә дөрөҫ түгел! Беҙ бөтәһе кеүек үк ҡәҙимге кешеләрбеҙ. Һыра эсәбеҙ, гитарала уйнайбыҙ, дуҫтарыбыҙ менән аралашабыҙ, күңелле йәшәйбеҙ. Әлбиттә, ижад менән дә шөғөлләнәбеҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал