6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Персона

Космонавт Михаил Тюрин "Красноусол"да ял итә
07.06.07


       Йыһанды буйһондороусы менән аралашыу өсөн йыһанға осорға йәки Космонавтар әҙерләү үҙәгенә юлланырға мөмкин. Ә "Красноусол" ҡасабаһына ял итергә барып та бассейнда һәм спелеокамерала репортаждар геройын осратырға мөмкин икән.
       Михаил Тюрин - йыһанға барып ҡайтҡандан һуң Башҡортостан шифаханаһында реабилитация үтеүсе беренсе космонавт. Ял итеү урынын ул үҙе орбитала саҡта уҡ һайлаған. Сит илдә хәҙер ныҡ эҫе, алыҫ, етмәһә, артыҡ ығы-зығы. Мәскәү эргәһендәге санаторийҙар космонавтар әҙерләү үҙәге врачтары талаптарына тулыһынса яуап бирмәй. Ә бына Башҡортостан санаторийы - тап үҙе. Михаил Тюрин бик мөләйем, асыҡ кеше икән. Әле отпускыһы һәм, әлбиттә, йыһан тураһында рәхәтләнеп һөйләй.
       Космонавт итеп кемде алалар
       Михаил Тюрин бер ваҡытта ла космонавт булырға хыялланмаған. Ә инженер булырға теләгән. Шуға күрә лә Мәскәү авиация институтына уҡырға инә. Уны ракеталар төҙөлөшө, космонавтика техник яҡтан ҡыҙыҡһындыра. Тюринды космонавтар отрядына индергәс, ул бер аҙ аптырап ҡала, әммә осорға бигүк ашҡынмай.
       - Кешенең тормошонда бөтә нәмә үҙ ағышына барырға тейеш, тип иҫәпләйем мин. Шул тиклем осорға ынтылған космонавтар бар, ә йыһандан йөрөп ҡайтҡас уларҙың тормошта бер ниндәй маҡсаты ҡалмай бит. Ә минең башҡаса. Космонавтар отрядына эләгеүемде белгәс, осам икән - яҡшы, юҡ икән - шөғөлләнерлек эш табырмын, тип уйланым.
       Тюрин йыһанға осто. Ә нисек осто бит әле! 2001 йылда ул өс тапҡыр асыҡ йыһанға сыҡты. Икенсе осошо ваҡытында Михаил Владиславович тағы ике тапҡыр йондоҙҙар эргәһенә сыға. Бер сыҡҡанында хатта алты сәғәттән ашыу була. Дөйөм алғанда, ул асыҡ йыһанда тәүлектән ашыу булған.
       Өсөнсө тапҡырына осоу тураһында Михаил Тюрин әлегә уйламай. Әммә тормошо мәңгегә йыһан менән бәйләнгәненә шикләнмәй.
       Галактик-ара дуҫлыҡ һәм туристар тураһында
       Һуңғы осошта экипаж бик яҡшы тура килде, тип билдәләй Тюрин.
       - Төрлө кешеләр йыйылыуға ҡарамаҫтан, бик яҡшы команда булды. Мин - инженер. Беҙҙең арала Американың хәрби летчиктары ла бар ине, бер ҡатын-ҡыҙ булды, ул һынаусы летчик. Хатта бер турист та осто. Бына шундай төрлө, таныш булмаған кешеләр бергә йыйылдыҡ. Бер-беребеҙҙе күҙәтеү бик ҡыҙыҡлы булды. Беҙҙә кешелек сифаттарыбыҙ аҡрынлап асылды. Аҙаҡтан туғандарҙай булып киттек. Электрон адрестар менән алмаштыҡ, бәйләнеште дауам иттерергә вәғәҙәләштек.
       Космонавт ҡатынының яҙмышы - көтөү һәм ышаныу
       Михаил Тюриндың ҡатыны Татьяна - мөләйем, нәфис ҡатын-ҡыҙ. Һөнәре буйынса - врач.
       Космонавт ҡатыны, полярник йәки моряк ҡатыны кеүек, - бик сабыр кеше. Беҙҙең төп бурыс - көтөү һәм ышаныу, ти ул. "Йыш ҡына, космонавт менән йәшәүҙең үҙенсәлеге нимәлә, тип һорайҙар, - ти Татьяна Анатольевна. - Ирем айҙар буйы өйҙә тормауҙан тыш, башҡа бер ниндәй ҙә үҙенсәлеге юҡ. Мин тик ыңғай юһыҡта ғына уйлай беләм, бөтәһе лә яҡшы булырына ышанам. Эшем һәм ғаиләм уйҙарҙан арындырырға ярҙам итә. Кейәүебеҙ бик егәрле егет, өйҙәге бөтә ирҙәр эшен ул башҡара. Ҡыҙым ярҙам итә. Иң мөһиме - стартты һәм караптың ергә төшөүен үткәреп ебәреү, осоштоң хәүефһеҙлегенә мин ышанам".
       Күктәге һәм ерҙәге тормош
       Михаил Владиславович, йыһандағы тормош - минутлап йәшәү ул, ти. Ундағы һәр секунд графикка тап килергә тейеш. Бер юлы бер нисә күрһәтмәне башыңда тоторға һәм бер нәмәне лә онотмаҫҡа кәрәк. Әлбиттә, ергә ҡайтҡас та космонавт был хәлдән тиҙ генә арына алмай әле. Уға ҡайтанан кешеләр менән ҡәҙимгесә аралашырға өйрәнергә тура килә. Осоштан һуңғы реабилитация этабы социаль-психологик тип атала. Космонавтарға матур тәбиғәт ҡосағына сығырға, музейҙарҙа экспонаттар ҡарарға тәҡдим итәләр. Шуға күрә лә матбуғат конференцияһы Тюрин "Красноусол"ға килеү менән түгел, ә бер нисә көндән һуң, ул бер аҙ ял иткәс, үткәрелде.
       Башҡортостан шифаханаһында Михаил Тюрин үҙен бик яҡшы тоя. Июндә көндәр әле бик эҫе түгел, һәм уға был оҡшай. Ғөмүмән, Тюрин бик әүҙем кеше. Тау саңғыһы, парус спорты менән мауыға. Уға хәҙер аныҡ көн тәртибе билдәләнгән. Бишенсе июнгә тиклем Михаил Владиславовичҡа йөрөргә, бассейнда йөҙөргә, өҫтәл теннисы уйнарға рөхсәт ителгән. Бишенән һуң программаға йүгереү өҫтәлгән. Врач-реабилитолог Александр Спичков, космонавт медкомиссия көткәндән тиҙерәк көс йыя, тип билдәләй.
       Космонавт бер нисә тапҡыр Еҙем йылғаһына балыҡ тоторға сыҡҡан, Алла Анаһы Табын иконаһы күренеү урынына барған.
       Ҡымыҙ һәм бал өҫтәмә дауалау факторҙары булып тора.
       - Беҙҙә Мәскәүҙә ҡымыҙ табырмын тимә, йәл, иҫ киткес эсемлек бит, - ти Тюрин.
       Һәр ваҡыт яңыны һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе танып белергә ынтылыу сифаты космонавҡа ял иткәндә лә хас булды. Ул урындағы халыҡтан башҡорттарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре хаҡында һорашып белешә, тарихы менән ҡыҙыҡһына, хатта бер нисә башҡорт һүҙен дә отоп алған.
       - Элек космонавтар, спортсылар кеүек үк, даими сборға йөрөй торғайны, - тип иҫкә ала Тюрин. - Быны ҡайтанан тергеҙергә һәм Башҡортостанда йыйылырға кәрәк, тип уйлайым. Бында бөтә шарттар ҙа бар, тәбиғәт тә бына тигән.
       Тимәк, Михаил Владиславовичты ғына түгел, уның коллегаларын да ҡунаҡҡа көтәсәкбеҙ.

Юлия Антипина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал