6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Даталар

450 йыллыҡ юбилей республика имиджына эшләй
06.06.07


       Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек хәл иткес стадияһына аяҡ баҫты - һәм быны һиҙмәү мөмкин түгел. Йәмәғәт транспортында, магазин ишектәрендә, урамдарҙа байрам символы - эмблемалар менән плакаттар йәбештерелгән, киң мәғлүмәт сараларында был дата өҙлөкһөҙ телгә алына, республикала юбилей билдәһе аҫтында төрлө саралар үткәрелә.
       Байрам кульминацияһы Республика көнө билдәләнгән октябрь айында уҙасаҡ. Был ваҡытҡа Өфөлә юбилейға арналған Рәсәй Дәүләт Советы ултырышы планлаштырылған. Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте Етәксеһе Радий Хәбиров рәйеслегендә үткәрелгән республика муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәт башлыҡтары урынбаҫарҙарының семинар-кәңәшмәһендә БР Президентының Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға "Башҡортостандың Рәсәй менән берҙәмлегенең 450 йыллығын билдәләгән йылда - социаль үҫештең яңы үрҙәренә" Мөрәжәғәтнамәһенең төп положениелары нисек тормошҡа ашырылыуы тикшерелде. Радий Хәбиров, яҡынлашыусы юбилей икенсе мең йыллыҡ башындағы иң сағыу ваҡиға, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
       Был дата республикаға һәм унда йәшәүсе һәр кешегә нимә бирәсәк һуң? БР Президентының Дәүләт советнигы Фәүҡәт Ҡыҙрасовтың доклады был һорауға асыҡлыҡ индерҙе.
       Тарихи байрам.
       Бынан 450 йыл элек Рус дәүләтенә Европаның бер нисә дәүләте майҙанына тигеҙ ҙур территория ҡушылыуы хаҡында кемдер иҫенә төшөрәсәк, ә кемдер тәүге тапҡыр беләсәк. Һәм был хәҙерге түгел, ә тарихи Башҡортостан майҙаны, шуға күрә беҙҙең юбилейҙы Ырымбур, Силәбе, Һамар, Һарытау, Свердловск, Ҡурған өлкәләре, Татарстан, Удмуртия, Пермь крайында йәшәүселәр ҙә байрам итә ала.
       Бөтә Рәсәй байрамы.
       Был тиклем төбәктәр һәм унда йәшәүсе халыҡтар тантана сәбәпсеһе булып торғас, ул Бөтә Рәсәй байрамы булып иҫәпләнә. Юбилей саралары бөтә ил буйлап үтә. Мәскәүҙә Башҡортостан көндәре 30 июндә һәм 1 июлдә үтәсәк. Рәсәйҙең төньяҡ баш ҡалаһында милли һабантуй байрамы үткәреләсәк.
       Бөтә донъя байрамы.
       ...ә ошо көндәрҙә илдән ситтә - Төркиәлә гөрләтеп һабантуй үткәрелде. Парижда ЮНЕСКО штаб-квартираһының сираттағы ултырышы юбилейға арналасаҡ.
       Патриотик байрам.
       Беҙҙең юбилей тураһында бөтә донъяла беләләр! Был республика өсөн ғорурланыу һәм патриотик тойғоларҙы үҫтереү өсөн сәбәп түгелме ни?
       - Беҙҙә берҙәм туплаусы идеология бар. Һәм бында төп төшөнсәләр - халыҡтар дуҫлығы һәм федерализм, - тине Радий Хәбиров. - 90 йыл элек, 1917 йылдың ноябрендә Рәсәй составында башҡорт автономияһын иғлан иткәндән алып, Башҡортостан илдең дәүләт тарихында беренсе милли территориаль берәмеге булды.
       Берләштереүсе байрам.
       Бөгөнгө Башҡортостан - үҙенсәлекле полиэтник һәм поликонфессиональ берәмек, төрлө мәҙәниәттәр һәм диндәрҙең ҡеүәтле ҡушылмаһы. Әйтергә кәрәк, Рәсәй йәмғиәтендә әлегә илебеҙ халыҡтарын тупларлыҡ милли идея берҙәмлеге юҡ, һәм юбилей ошо идеяны эшкәртеүгә беҙҙең өлөшөбөҙ булып торасаҡ.
       Имидж байрамы.
       - Беҙ илгә Башҡортостандың объектив образын сағыу һәм һәр яҡлап күрһәтергә тейешбеҙ, - тип белдерҙе Ҡыҙрасов.
       Юбилей - ул республикабыҙҙы илдең терәк, үҫешеүсе регионы, уникаль тәбиғи байлыҡтары, бай тарихы менән, тормоштоң төрлө өлкәләрендә төбәк-ара һәм халыҡ-ара үҫеш потенциалына эйә булған ҡеүәтле төбәк булараҡ күрһәтеү мөмкинлеге.
       Дәртләндереүсе байрам.
       - Ҡала һәм райондарҙа үткәрелгән бөтә саралар уларҙы төҙөкләндереүҙе стимуллаштырырға тейеш, - тине Хәбиров. - Беҙ ҡала һәм райондарҙа торлаҡ төҙөлөшөн киңәйтеү, бөтә инфраструктураны камиллаштырыу, торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереүҙәр сифатын яҡшыртыу, йәшелләндереү, территорияларҙың экологик торошон яҡшыртыу бурысын ҡуябыҙ. Кешеләр үҙҙәрен тыуған еренең хужаһы итеп тойорға, тыуған яғы тураһында хәстәрлек күрергә тейеш.
       Һәм беҙ ысынлап та ҡалаларыбыҙ һәм ауылдарыбыҙҙың йөҙө үҙгәреүен күрәбеҙ. Урамдар йәшелләндерелә, юлдар ремонтлана... Ҡырҡлап "юбилей" объекты төҙөлә - Халыҡтар дуҫлығы йорто, Өфө аэропортының яңы терминалы һәм тимер юл вокзалы бинаһы, "Аҡбуҙат" ипподромы реконструкциялана һәм башҡалар. Төҙөлөштәрҙә эш тәүлек әйләнәһенә ҡайнай.
       - Беҙҙә билдәләнгәндәрҙе ваҡытында үтәү өсөн бөтә шарттар бар, - тип белдерҙе Фәүҡәт Ҡыҙрасов. - Башҡортостандың һәр кешеһе республиканың сәскә атыуын һәм халҡының именлеген төп маҡсат итеп ҡуйған был байрамды үҙ байрамы итеп тойорға тейеш.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал