6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Дошманды еңеп ҡайта
05.06.07


       Бөгөн Советтар Союзы Геройы Әнүәр Абдулла улы Абдуллинға 90 йәш тулыр ине (1917 йылдың 5 июнендә тыуған - 2002 йылдың 28 октябрендә вафат була). Сығышы менән Илеш районынан. Ул йоҡоһоҙ бала сағын, колхоз баҫыуҙарында тиҫтерҙәре менән эшләгәнен, Бөрйән май заводында лаборант һәм мастер ярҙамсыһы булып йөрөгән саҡтарын йыш ҡына иҫкә ала ине.
       Кооператив техникумын тамамлағандан һуң Әнүәр Абдуллинды Ҡыҙыл Армияға саҡыралар. Был 1939 йылда була. Йәш яугир Монголияла 37-се танк дивизияһында хеҙмәт итә.
       - Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда мин Украинала Проскурово ҡалаһында инем, - тип һөйләй торғайны Әнүәр Абдуллин. - Беҙҙең часҡа фронт линияһына, фашистар менән һуғыштар барған урынға хәрәкәт итергә бойороҡ бирелә. Беҙ билдәләнгән рубежға, һуғышта ҡатнашмаһаҡ та, ҙур юғалтыуҙар менән килеп еттек.
       Һуғыш күптәр өсөн көтөлмәгәндә башлана. Фашистик Германияның совет иленә илбаҫарҙарса һөжүм итеренә ышанмайҙар. Шуға күрә сиктәр асыҡ була. Тиҫтәләгән дивизиялар йәйге тактик күнекмәләр өсөн тылға күсерелгән була. Улар хәрби позицияларына немец самолеттарының бомбаға тотоуы аҫтында әйләнеп ҡайта.
       1941 йылдың 26 июнендә Абдуллин хеҙмәт иткән полк дошман десантын юҡ итергә тигән хәрби задание ала. Яугирҙар фашистарҙы һирәк ағаслыҡ араһында, яланда ҡыҫырыҡлай һәм тулыһынса тар-мар итә. Әнүәр Абдуллин ҡораллы дошман менән ошонда тәүге тапҡыр осраша. Һуңынан Карелия, Сталинград, Көнбайыш, 3-сө Белоруссия фронттарында һуғыша.
       Яҡташыбыҙҙың хәрби юлы уңышһыҙ башлана. Һуғыштың алтынсы көнөнә ул яралана. Уны тыл госпиталенә оҙатырға уйлайҙар, ләкин ул ялан госпиталендә ҡалдырыуҙарын үтенә. Ошонан яңынан часына әйләнеп ҡайта. Полк алыша-алыша сигенә. Можайск эргәһендә Әнүәр Абдуллин икенсе тапҡырына бик ауыр яралана. Тыл госпиталенә оҙаталар. Дауаланғандан һуң артиллеристар курсына ебәрәләр. Уға уҡыу күпте бирә.
       Яңы часҡа Абдуллин 1942 йылдың ноябрендә килә. Артиллерия дивизионы Сталинград эргәһендә урынлаша, һөжүмгә әҙерләнә. Әнүәр Абдуллиндың батареяһына ҡамауҙа ҡалған гитлерсыларҙы тар-мар итеүҙә ҡатнашырға тура килә. Һөжүм алыштары башлана. Абдуллиндың артиллерия расчеты Днепр йылғаһын аша сыҡҡанда ла, Украина, Белоруссия территорияһында дошманға ҡаршы ҡаты алыштарҙа ла һәр ваҡыт алдынғы подразделениелар составында була. Шулай фашистарҙың ояһы - Көнсығыш Пруссияға килеп етәләр.
       "Красноармеец" фронт гәзите: "Коммунист Абдуллин етәкселегендәге расчет алыштарҙа оҫта эш итә. Ул бер көндә дошмандың өс ут нөктәһен юҡ итә. Һөжүм итеүсе подразделениеларға юл аса. Икенсеһендә өс пулеметты һәм дошмандың бер күҙәтеү пунктын сафтан сығара", - тип яҙа.
       Алда бындай көндәр һәм төндәр күп була. Алтын Герой Йондоҙона лайыҡ булған төп һуғыш та алда була әле. Был турала награда документында ҡыҫҡаса ғына яҙылған:
       "277-се уҡсылар дивизияһының 846-сы артполкы 1-се дивизионының орудие командиры Ә.А. Абдуллин 1944 йылдың 21 авгусында Каунас ҡалаһы (Литва) эргәһендәге Клепы ауылы районындағы һуғышта ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Батареяның ут позицияһына 16 танк, 25 бронетранспортер ҡаршы килә. Ә.А. Абдуллин дошман танктарына ҡаршы ут аса. Ялҡын ялмап алған алда килгән танк туҡтап ҡала, ҡалғандары батареяны уратып алыу менән янап, флангыларҙан урап үтә башлай. Ә.А. Абдуллин орудиеһын тылға бороп, танктарға ут сәсеүен дауам итә, ә расчет, әйләнмәле оборона алып, дошман пехотаһы атакаһын кире ҡаға. Икенсе танк яндырыла. Ә.А. Абдуллин тағы ла орудиеһын бороп, 300-500 метр алыҫлыҡтағы дошман пехотаһына ут яуҙыра. Гитлерсылар, һуғыш яланында ике танкын һәм 200-ләп һалдат, офицерын ҡалдырып, тәүге позицияһына кире сигенә".
       Советтар Союзы Геройы исеме Ә.А. Абдулинға 1945 йылдың 24 мартында бирелә.
       1945 йылдың апрелендә штурм менән Кенигсберг алына. Һалдаттарыбыҙ Балтика диңгеҙе ярҙарына сыға. Советтар Союзы Геройы Әнүәр Абдулла улы Абдуллин тураһында хикәйәтте, ғәҙәттә, ошо урында тамамлайҙар. Ә 1945 йылдың авгусында уның расчеты Маньчжурияла алыша, Гродыково станцияһынан Гирик ҡалаһына тиклем һуғыштар менән үтә, Квантун армияһын тар-мар итеүҙә ҡатнаша. Һуғышты көнсығышта тамамлап, Абдуллин 1946 йылдың июлендә Башҡортостанға әйләнеп ҡайта. Уҡый. Партия һәм хужалыҡ эштәрен алып бара. Хәрби ордендарына намыҫлы хеҙмәте өсөн наградалар өҫтәлә. Уны бәләкәй тыуған илендә лә онотмайҙар. 1997 йылдың июнендә Ә.А. Абдуллин Илеш районының Почетлы гражданы була.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал