6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Ихласлығы менән йәлеп итә
05.06.07


       Бала саҡтан "Пионер" журналынан Юрий Шатунов төшөрөлгән сағыу постерҙарҙы асыҡ хәтерләйем, уларҙы тиҫтерҙәрем стеналарына йәбештереп бөтә торғайны. Уҫал ҡарашлы үҫмер ҡапыл ғына төрлө йәштәге ҡыҙҙарҙың һәм малайҙарҙың кумирына, ә "Белые розы" 90-сы йылдар йөҙәткес хитына әйләнә. Балалар йортонда тәрбиәләнеүсе бәхетле билет тартып сығара, Ырымбур интернатынан Мәскәүгә күсеп, ул данға, аҡсаға күмелә, азатлыҡҡа сыға. Йылдар үтеү менән йырсының популярлығы бер аҙ һүрелә төшә, әммә табыныусылары, баҡһаң, кәмемәгән икән. Тик улар өлкәнәйгән һәм инде үҙ тойғоларын башҡасараҡ сағылдыра. Бына ошо көндәрҙә Өфөләге концертында фанаттары үҙ кумирҙарын шау-гөр килеп булмаһа ла, бик йылы ҡаршы алды, ә ул бер-бер артлы иҫке һәм яңы йырҙарын йырланы.
       Әйтергә кәрәк, 34 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, "Ласковый май" төркөмөнөң экс-солисына был йәште бирерлек түгел. Күп шаярҙы, уңлы-һуллы автографтар таратты, тамашасыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
       - Бына бер яҙыу килгән. Тыңлағыҙ, ҡысҡырып уҡыйым: "Ҡәҙерле Юра, беҙ ирем менән һине бик тә яратабыҙ. Иремдең исеме Ринат, бөгөн уның тыуған көнө, зинһар, уны ҡотлап үт!" - тип уҡый Шатунов. - Ринат, һин ҡайҙа? Тыуған көнөң менән! - йырсының, тыуған көнөн туйлаусыны эҙләп, бөтөнләй икенсе яҡҡа ҡарауына ҡарамаҫтан, был яҙыуҙы ебәреүсе урта йәштәрҙәге ҡатын шатлығынан ҡыҙҙар кеүек һикерәнләй.
       Тамашала ихлас атмосфера хөкөм һөрҙө, тиһәк, дөрөҫ булыр, моғайын. Иң беренсе "Белые розы" йыры яңғыраны. Концерт шул йыр менән тамамланды ла, тик был юлы тамашасылар музыкаһыҙ йырланы. Бик күп иҫке һәм яңы йырҙарҙы башҡарҙы: "Не бойся", "Тающий снег", "Запиши мой голос", "Детство", "Седая ночь", "Ты прости меня, прости", "А помнишь..." Һәр музыкаль композициянан һуң Юраны сәскәгә күмделәр, һорауҙар яуҙырҙылар, автограф биреүен үтенделәр.
       - Һорағыҙ, тартынмағыҙ! - тип дәртләндерҙе кумир. - Бөтә һорауҙарға ла яуап бирәсәкмен. Бәлки, кемдер ғүмер буйына Шатуновтан "ул үҙ ғүмерендә күпме аҡса эшләне икән?" тип һорарға хыялланғандыр, ә мин дөрөҫөн әйтәм - кем белә уны?!. Күпме тотонғанымды ла әйтә алмайым. Ысынлап әйтәм!
       - Бәлки, мине фонограммаға ғына йырлай тип уйлайһығыҙҙыр? Юҡ, минең тауышым яҡшы бит! - һәм шунда уҡ музыкаһыҙ йырлап та ебәрҙе.
       Концерттан һуң мин Юрий Шатуновтың был кистә икеләтә программа үтәгәнен белдем - бер-бер артлы ике концерт биргән. Беренсеһе - Өфөнөң балалар йорттарында һәм интернат-мәктәптәрендә тәрбиәләнеүселәр өсөн хәйриә концерты, сөнки улар кумирҙарының сығыш яһаясағы тураһында белгәс, нисек тә уның концертына барырға теләк белдерә. Һәм йырсы һәр балаға үҙе тапшырыу өсөн меңләп саҡырыу билеты баҫтырыуҙарын һорай һәм уларҙың үтенесен үтәй. Бындай акция беренсе тапҡыр ғына түгел - ҡасандыр үҙе балалар йортонда тәрбиәләнгән Шатунов йыш ҡына билеттарының бер өлөшөн иң эскерһеҙ табыныусыларына ҡалдыра.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал