6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Аҡыллы ғалим Әхнәф Харисов
04.06.07


       Юбилей датаһына - Башҡортостан менән Рәсәй берҙәмлегенең 450 йыллығына Әхнәф Харисовтың "Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы" монографияһы баҫыласаҡ. Был турала миңә ғалимдың ҡыҙы Зөлфирә Мамаева хәбәр итте. Был республиканың әҙәби тормошонда ҙур ваҡиға. Тантаналарҙа ҡатнашыусылар ғалимдың капиталь хеҙмәте менән таныша аласаҡ.
       Мостай Кәрим китаптың беренсе баҫмаһы айҡанлы 1965 йылда шулай тип билдәләгән: "Хатта иң талантлы әҫәр ҙә әҙәбиәттә ваҡиға булып тора алмай. Әҙәби эштәргә килгәндә инде был тағы ла һирәгерәк хәл. Ләкин Харисовтың "Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы" китабы республиканың рухи тормошонда ысын мәғәнәһендә ҙур күренеш.
       Әхнәф Харисовтың хеҙмәте асыш булараҡ ҡабул ителә, авторҙың ижади концепцияһының үҙаллылығы, асыҡлыҡ, аң даирәһенең киңлеге был хеҙмәтте актуаль яһай".
       Беҙ был китапҡа әйләнеп ҡайтырбыҙ, әлегә уҡыусыларҙы ғалим-әҙәбиәтсе, яҙыусы Әхнәф Харисовтың биографияһы менән таныштырайыҡ.
       Әхнәф Ибраһим улы Харисов (1914 йылдың 4 июнендә (иҫке стиль буйынса) тыуған - 1977 йылдың 15 майында үлгән) сығышы менән республиканың Балтас районынан. Белемгә ынтылыш уны Башҡортостан педагогия институтына (хәҙер БДПУ) алып килә, уны 1935 йылда тамамлай. Ике йыл ошо институтта башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Һуңынан Әхнәф Харисов Мәскәүгә СССР Фәндәр академияһының Тел ғилеме институты ҡарамағындағы аспирантураға юл тота. Бында ул 1937 йылдан алып 1941 йылға тиклем күренекле ғалим Николай Дмитриев (Өфө урамдарының береһенә уның исеме бирелгән) етәкселегендә тюркология буйынса әҙерлек үтә. Институтта ул башҡорттарҙан беренсе уҡыусы була. Шуны ла әйтеп үтәйек, ул лингвистика буйынса диссертация яҡлаған һәм филология фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә эйә булған беренсе башҡорт була.
       Башҡорт филологияһы белгесе, башҡорт теленең тәүге ғилми грамматикаһын яҙған Дмитриев Харисовҡа тюркология өлкәһендә ҡатмарлы тема - ҡылым төрҙәрен эшкәртергә тәҡдим итә. Йәш ғалим был бурысты бик яҡшы үтәп сыға. Һуңыраҡ диссертация Өфөлә айырым китап итеп баҫтырыла.
       Ғалимдың ғилми эшмәкәрлегенә һуғыш ҡамасаулай. Демобилизацияланғандан һуң ҡайтанан яратҡан эшенә әйләнеп ҡайта, ләкин был юлы инде Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында, уҡыта ла.
       - Ғалим һәм яҙыусы Харисов менән беҙ ҡырҡ бишенсе еңеү йылында Башҡортостан педагогия институтында осраштыҡ, - тип яҙа уның иптәше Ғилемдар Рамазанов. - Аудиторияларҙың береһенә көләс йөҙлө, изге күңелле, сабыр бер йәш кеше килеп инде. Ул саҡта уҡ танылған ғалим һәм яҙыусы, әҙәбиәт һәм стилистика теорияһы буйынса әсбаптар, хикәйәләр китабы авторы ине ул. Уҡытыусыбыҙ ул саҡта саҡ утыҙҙы уҙғайны. Уның бөтә тормошо һәм эшмәкәрлеге беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа үтте.
       Әхнәф Ибраһим улы ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй: кесе, өлкән ғилми хеҙмәткәр, директор, һуңынан ғилми эштәр буйынса урынбаҫар була. Етәксе булараҡ, ул тәүге тапҡыр башҡорт фольклорының күп томлыҡ йыйынтыҡтарын әҙерләп, баҫтырып сығарыуҙы ойоштора.
       Ул осорҙа Мәскәүҙә юғары инстанцияларҙа тарихи фольклорҙы бик яратып бармайҙар ине һәм "Иҙеүкәй менән Мораҙым", "Ҡаһым түрә", "Батырҙар тураһында эпос" кеүек тарихи эпостарҙы пыран-заран килтергән тарихи документтар баҫтырыла. Әхнәф Харисовтың был документтарға ҡарашы иғтибарға лайыҡ. Ул "ни генә булмаһын, яҙма һәм ауыҙ-тел мәҙәниәт ҡомартҡылары - мәңгелек, һәм уларҙы йәшереү мөмкин түгел" тигән ҡарашта тора. Һуңыраҡ ул быны "Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы" монографияһында тулыһынса иҫбатлай.
       Монографияны баҫтырып сығарыу ғалим Харисовтың тормош батырлығы була. Ни өсөн батырлыҡ һуң? Сөнки борон-борондан, башҡорт әҙәбиәте Октябрҙән һуң ғына барлыҡҡа килгән, тип иҫәпләнгән. Был рәсми ҡараш була. Ә ниндәйҙер башҡорт әҙәбиәтсеһе, архивтарҙа, китап һаҡлағыстарҙа ҡаҙынып, борон төрки телдә йәшәгән тотош бер әҙәбиәт ҡатламын асыҡлай. Тажетдин Ялсығолов, Әбелмәних Ҡарғалы, Ғибәтулла Сәлихов, Шәмсетдин Зәки, Ғәли Соҡорой тигән авторҙарың исемдәре асыҡлана. Салауат Юлаевтың, Мифтахетдин Аҡмулланың, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың, Шәйехзада Бабичтың биографияларына күп яңылыҡтар өҫтәлә. Ғалим башҡорт әҙәбиәте сығанаҡтарын ғына асыҡлап ҡалмай, башҡа халыҡтарҙың әҙәбиәте менән бәйләнеште күрһәтә.
       Ләкин ул заманда, ғалим Зиннур Ураҡсиндың әйтеүенсә, ғалимдың яңы концепцияһын күп коллегалары аңламаймы, әллә аңларға теләмәйме, бер-бер артлы журналдарҙа һәм гәзиттәрҙә кире рецензиялар баҫылып сыға. Ошондай яла яғыуҙар Харисовтың докторлыҡ диссертацияһын раҫлауҙы биш йылға тотҡарлай.
       Ә ул эшләүен дауам итә һәм яңы бейеклектәргә өлгәшә. Башҡорт фольклорының күп томлыҡ йыйынтығын әҙерләп баҫтырып сығарған өсөн Әхнәф Ибраһим улы Салауат Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһына (үлгәндән һуң) лайыҡ була.
       Көндәлек тормошта уның ниндәй булыуы хаҡында ҡыҙы Зөлфирә һөйләй:
       "Бына атайым, Әхнәф Харисов, гүр эйәһе булғанға күп йылдар уҙҙы, ләкин миңә әле булһа ул бына-бына килеп инер ҙә, баш кейемен һалып, берәй тапҡыр ғына һүҙ әйтер кеүек.
       Ул саҡта беҙ Ленин урамындағы 2-се йортта йәшәнек. Уның, буйлы пижамаһын кейеп, яҙыу өҫтәле артында ултырған сағы минең күҙ алдымдан китмәй. Өйҙәге бөтә эштәрҙе әсәйем алып барҙы, ә ул һәр ваҡыт көсөргәнешле эшләне.
       Атайым беҙгә бер ваҡытта ла ҡул күтәрмәне, ҡысҡырманы. Ә инде беҙ ҡустым менән берәй боҙоҡлоҡ ҡылһаҡ, ул ҙур күҙҙәрен тултырып ҡараһа, беҙ оялышыбыҙҙан инер урын тапмай торғайныҡ.
       Беҙҙең өйгә ғалимдар, яҙыусылар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ҡунаҡҡа килә торғайны. Ҡыҙып-ҡыҙып әңгәмәләшә, бәхәсләшә торғайнылар.
       Атайымдың эш өҫтәлендә ҡулъяҙмалары, китаптары тулып ята торғайны. Ғаиләлә бер кем дә уның өҫтәленә ҡағылманы.
       Уның тормошо һикәлтәһеҙ, тыныс ҡына барҙы тип әйтә алмайым, эшендә күңелһеҙ хәлдәр ҙә килеп сыҡҡылай ине. Төркиәгә фәнни командировкаға барып, Зәки Вәлиди менән осрашып ҡайтҡандан һуң юғары органдарҙа тәрбиәүи әңгәмә лә үткәрҙеләр. Тәбиғәте менән бик изгелекле кеше булһа ла, фән өлкәһендә атайым сиктән тыш талапсан һәм тәүәккәл ине".
       Уның уҡыусылары Ким Әхмәтйәнов, Әнүр Вәхитов, Вафа Әхмәҙиев һуңынан үҙҙәре күренекле ғалимдар булып китте.
       Әхнәф Ибраһим улы Хәбиров Өфөлә Мосолман зыяратында ерләнгән. Октябрь революцияһы урамындағы ул йәшәгән 9-сы йортта таҡтаташ ҡуйылған.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал