6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Демографик проблеманы балалар баҡсалары хәл итәсәк
04.06.07


       Балалар проблемалары менән шөғөлләнеүгә һәр яҡлап - ата- әсәләр, табиптар, педагогтар, психологтар тотоноуы бик яҡшы.
       Күп мәсьәләләрҙе тик шулай ғына хәл итергә мөмкин. Уларҙың береһе балаларыбыҙҙың һаулығын һаҡлауға ҡағыла.
       Ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм балаларҙың һаулығын һаҡлау бына бер нисә йыл рәттән БР социаль сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булараҡ ҡарала. Республикала әсәлек һәм балалыҡ өлкәһендәге төп йүнәлештәр буйынса закон һәм норматив документтары ҡабул ителгән.
       Бында Республика балалар клиник дауаханаһы табиптарының ҡаҙаныштарын билдәләп китеү кәрәк. 1996 йылдан алып дауаханала балаларҙың эске ағзаларын, айырым алғанда, бөйөрҙө күсереп ултыртыу буйынса операциялар яһала.
       - Һуңғы ваҡытта, донор бөйөрҙәре етешмәү сәбәпле, туғандарының бөйөрҙәрен күсереп ултыртыуға күстек, - ти дауахананың баш врачы Ринат Хәсәнов. - Ошо көндәрҙә генә атаһынан балаһына бөйөрөн күсереп ултыртыу операцияһы яһалды.
       Ринат Хәсәнов әйтеүенсә, туғандарҙың бөйөрө ауырыу организмында донор ағзаһына ҡарағанда тиҙерәк һәм яҡшыраҡ үҙләшә. Дөрөҫ, хәҙер врачтар ике кешенең - баланың һәм донор булып сығыш яһаусы яҡын туғанының - ғүмере һәм һаулығы өсөн яуаплы.
       Һаулыҡ һаҡлау министры Александр Евсюков ошо көндәрҙә башҡорт медиктары алдына бауыр һәм електе күсереп ултыртыу технологияһын үҙләштереү бурысын ҡуйҙы. Бындай сирле балалар беҙҙә етерлек.
       Тағы ла бер яңылыҡ. Быйыл республикала Республика балалар клиник дауаханаһы базаһында Кохлиар трансплантация үҙәге барлыҡҡа киләсәк. Бөтөнләй һаңғырау балаларҙың ишетеү мөмкинлеге тыуасаҡ. Республикала 300-ләп ошондай бала иҫәпләнә. Ишетеү нервыһына электрод индереү буйынса бер операцияның хаҡы республика бюджетына бер миллион һумға төшәсәк. Бөгөн кохлиар трансплантацияһы Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта ғына үткәрелә.
       - Республикабыҙҙағы бөтә балалар врачтары ла тиерлек ҡайтанан әҙерлек үтте, - тип билдәләне БДМУ-ның педиатрия кафедраһы мөдире, Рәсәй педиатрҙары союзының төбәк бүлексәһе етәксеһе Айрат Моталов. - Закон буйынса, врач кәмендә биш йылға бер тапҡыр квалификацияһын күтәреү курсы үтергә тейеш. Ҡайһы бер врачтарҙың Өфөгә килә алмауын иҫәпкә алып, беҙ докторҙарың квалификацияһын күтәреү буйынса күсмә циклдарҙы ғәмәлгә индерә башланыҡ.
       Бөгөн балалар араһында аш һеңдереү сирҙәренең таралыуы беренсе урында тора. Икенсе урында - терәк-хәрәкәт аппараты сирҙәре. Унан ҡала нервылар системаһы ауырыуҙары, репродуктив өлкә патологиялары һәм "ҡара исемлекте" ҡан һәм эске биҙҙәр системаһы ауырыуҙары тамамлай.
       Табиптарҙы бигерәк тә репродуктив өлкәгә ҡағылышлы сирҙәр борсой. Хәҙерге үҫмерҙәр араһында "үрсеү" өлөшөнә ҡағылышлы етди проблемалар асыҡланған малайҙар һәм ҡыҙҙар бик күп. Үҫмер ҡыҙҙарҙы сәләмәтләндерә, уларҙы әсәлеккә "әҙерләй" башлау сиктән тыш мөһим.
       Айрат Моталов әйтеүенсә, бөгөн төрлө бала табыу сертификаттарына һәм башҡа төрлө ылыҡтырғыс түләүҙәргә, льготаларға ҡарамаҫтан, тыуымды ҡырҡа күтәреүгә өлгәшеп булмай.
       - Демографик проблеманы әле балалар баҡсаһына йөрөгән кешеләр хәл итәсәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Айрат Моталов. - Ә был 20 йылдан да алда булмаясаҡ.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал