6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Һайлауҙар

Кандидаттар сығыш яһай - электорат баһалай
20.02.04


       Кесе йома көнө Рәсәй Федерацияһы Президенты посына дәғүәм теүселәр беренсе каналда ойошторолған телевизион дебаттарҙа осрашты. Сарала кандидаттарҙың бишәүһе ҡатнашты: Харитонов, Хакамада, Глазьев, Малышкин һәм Миронов. Улар Рәсәйҙең бөйөк
       киләсәген тәьмин итеү хаҡында һүҙ көрәштергән арала рәсәйле ләр кандидаттарҙы үҙ күҙлегенән сығып баһалай, аналитиктар ө сөн иһә дәғүәселәрҙең рейтинг һөҙөмтәләрен мөһим.
       "Йәмәғәт фекере" фонды үткәргән тикшереү буйынса, Рәсәй х алҡы, мәҫәлән, Миронов менән Малышкиндың кем икәнлеген белмә й тип әйтергә була. Мироновҡа килгәндә, һорау бирелгән мең я рым кешенең 77 проценты был кеше өсөн тауыш бирергә йыйынмай . Ирина Хакамада, Иван Рыбкин һәм Олег Малышкиндың рейтингта ры тағы ла түбәнерәк. Алда торған һайлауҙарҙа популярлыҡ мен ән файҙаланыусылар түбәндәгесә билдәләнә: Владимир Путин, Се ргей Глазьев һәм Николай Харитонов.
       Һайлауҙарҙың финанс яғы нисегерәк тора һуң
       Ете кандидаттың иҫәптәрендә февраль уртаһына 74 миллион һ ум тирәһе аҡса йыйылған, уларҙың 42 миллион һумдан ашыуы фай ҙаланылған да инде. Иң күп аҡса түккәне Олег Малышкин ( 18 м иллиондан ашыу). Хакамада дүрт миллион тирәһе, Рыбкин - өс м иллиондан ашыу, Миронов - бер миллион 854 мең һум тотонған.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал