6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Социаль яҡлау

Балаларҙың ялы һәм хеҙмәте
01.06.07


       Һеҙ балағыҙҙың йәйге каникул ваҡытында нимә менән шөғөлләнерен белмәйһегеҙме? Ихтимал, ул эшкә урынлашырға теләр йәиһә лагерҙа ял итергә?
       РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы БР буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиленең төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә үткән "тура линия" балиғ булмаған балаларҙың йәйге ялға, сәләмәтләндереүгә һәм эшкә урынлашыуға хоҡуғын тормошҡа ашырыуға ҡағылышлы мәсьәләләргә арналды.
       Республика халҡын ике төп тема борсой. Беренсеһе - йәйге каникул ваҡытында нисек эшкә урынлашырға? Икенсеһе - балаға ҡайҙа ял итергә, һәм ял күпмегә төшәсәк?
       "Тура линия"ға шылтыратыусылар араһында студенттарға ҡарағанда мәктәп уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре күберәк булды. Йәйге каникул көндәрендә ял түгел, ә эш менән тәьмин итеүгә ҡағылышлы һорауҙар йышыраҡ бирелде.
       Хатта ун ике йәшлек бала эшләргә теләүен белдереп шылтыратты. Баланың үҙе эшләп аҡса табырға ынтылыуы маҡтауға лайыҡ, әлбиттә. Ләкин законға ярашлы, бала 14 йәше тулғас ҡына эшкә урынлашыу хоҡуғына эйә.
       Шулай итеп, һеҙгә 14, 15, 16 йәш һәм һеҙ йәйге каникул көндәрендә эшләп алырға теләйһегеҙ. Бының өсөн нимә кәрәк? Иң ябай һәм ышаныслы ысул - мәктәп завучына һеҙҙе ваҡытлыса эшкә урынлашырға теләүселәр исемлегенә индереүен һорап мөрәжәғәт итеү. Ләкин бының өсөн ата-әсәнең береһенең яҙма ризалығы кәрәк.
       Был исемлектәр район мәғариф бүлектәренә ебәрелә, унда уларҙы туплап, мәшғүллек хеҙмәттәренә тапшыралар. Һуңғыһы, үҙ сиратында, эш табып ҡына ҡалмай, ай һайын 828 һум күләмендә аҡсалата компенсация ла түләйәсәк.
       Тәҡдим ителгән вакансияларға килгәндә, келәмдәр йыуыусы (эш хаҡы - ете мең һум), кафела ярҙамсы эшсе (эш хаҡы - алты мең һум), йөк тейәүсе, йәшелләндереүсе, урам һепереүсе һәм башҡалар.
       Әлбиттә, үҙ аллы ла эшкә урынлаша алаһың, тик ул саҡта эш биреүсенең намыҫлылығына, эш хаҡын тулыһынса һәм ваҡытында түләpенә өмөт бағларға ғына ҡала.
       Һин студент, һәм шулай уҡ эшкә урынлашырға, интеллектуаль хеҙмәттән "ял итеп алырға" теләйһең. Күңелле лә, файҙалы ла булыуын теләһәң - әйҙә турбазаға! Көн һайын ике сәғәт дворник булып эшләйһең, ҡалған ваҡытта рәхәтләнеп ял ит.
       Уҡыусыларға ҡарағанда студенттарға эш табыуы еңелерәк. Официант, бармен, кондуктор, йыйыштырыусы булып урынлашырға мөмкин.
       Өлкәндәр йәй көнө балаһын ял итергә ҡайҙа ебәрергә белмәй аптырай. Путевка хаҡтары төрлө. Иң осһоҙ вариант - сменаһына, йәғни 21 көнгә 6846 һум. Әгәр ата-әсәнең береһе эшләгән предприятие Социаль страховка фондына аҡса күсерһә, путевка хаҡы осһоҙораҡ булыуы ихтимал.
       Муниципаль берәмектәр хакимиәттәре башлыҡтары менән селектор кәңәшмәһендә БР Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов әйтеүенсә, 400 меңдән ашыу баланың һәм йәштәрҙең йәйге ялын һәм уларҙы эшкә урынлаштырыуҙы ойоштороуға ярҙам итергә планлаштырыла. Көндөҙгө ял үҙәктәрендә 100 мең баланы сәләмәтләндереүгә 82 миллион һум тирәһе аҡса сарыф ителәсәк. 53 меңдән ашыу бала ҡаланан ситтәге, балаларҙың һаулығын сәләмәтләндереү лагерҙарында ял итәсәк. Быға 245 миллион һум аҡса бүленәсәк.
       Етем, шулай уҡ ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар ҙа онотолмаясаҡ. Быйыл республика бюджетынан был категория балаларҙың ялын ойоштороуға 90,3 миллион һум аҡса бүленә.
       Йәштәр сәйәсәте буйынса сараларға килгәндә, был маҡсатта 2007 йылда 2,2 миллион һум күләмендә аҡса бүлеү ҡаралған. Дәүләт йәштәр комитеты 32 профилле лагерь (мәҙәни-лингвистик, хәрби-патриотик, спорт һәм башҡалар) ойошторорға планлаштыра, унда ике меңдән ашыу бала һәм үҫмер ял итәсәк.
       Үҙ сиратында, республикабыҙҙың муниципаль берәмектәре урындағы бюджеттар иҫәбенә, 20 меңдән ашыу баланы һәм йәштәрҙе йәлеп итеп, 204 профилле лагерь һәм 234 күп көнлөк поход үткәрергә йыйына. Был маҡсатҡа 8,3 миллион һум аҡса тотоноласаҡ.
       Традиция буйынса йәйге ялды һәм хеҙмәткә урынлаштырыуҙы ойоштороуҙа Башҡортостан райондары һәм ҡалаларының мәшғүллек үҙәктәре әүҙем ҡатнаша. Үҫмерҙәрҙе ваҡытлыса эш менән тәьмин итеү буйынса республикабыҙ Волга буйы федераль округында почетлы икенсе урынды биләй.
       БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидүс Ямалетдинов әйтеүенсә, республикабыҙҙа балаларҙың ялын ойоштороуҙы үҫтереү маҡсатында тәүлек әйләнәһенә эшләүсе ҡаланан ситтәге сәләмәтләндереү учреждениелары селтәре киңәйтеләсәк.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал