6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Акциялар һәм форумдар

450 йыл элек шулай булған...
01.06.07


       - Мин профессиям буйынса тарихсы, археолог, шуға күрә лә
       450 йыл элек, башҡорт ҡәбиләләренең үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыр алдынан, хәҙерге Башҡортостан территорияһында ниҙәр барыуы хаҡында ышаныслы әйтә алам,
       - тип башланы үҙ телмәрен "Башинформ"дағы матбуғат конференцияһында БР Фәндәр академияһы президенты Нияз Мәжитов. - Киң даирәлә ул заман тураһында төрлө ҡапма- ҡаршылыҡлы фекерҙәр йөрөй. Күптәр, Рәсәйгә ҡушылған саҡта
       башҡорттар ырыу-ҡәбилә ҡоролошо стадияһында булған, тигән
       фекер яҡлы. Мин үҙ ғүмеремде башҡорттарҙың XVI-XVII быуатҡа тиклем тарихын өйрәнеүгә арнаным һәм, Рәсәйгә ҡушылыр алдынан башҡорт халҡының сиктән тыш ябай үҫеш кимәле тураһындағы ҡараш тамырынан дөрөҫ түгел, тип тулы ышаныс менән әйтә алам.
       Башҡорттар - Евразияның иң боронғо халыҡтарының береһе.
       Уның тураһында IX-Х быуаттарҙағы яҙма сығанаҡтарҙа уҡ телгә
       алына. Башҡорттарҙың көнкүреше һәм мәҙәниәте хаҡында был сағыу иҫтәлектәрҙе Көньяҡ Урал буйлап үткән ғәрәптәр ҡалдыра. Ул саҡта башҡорттарҙың башлығы Мөйтән бей хан була. Европа сығанаҡтары хәбәр итеүенсә, башҡорттар башта монголдарға ҡаршы тора, ләкин һуңынан үҙ ирке менән Сыңғыҙхан дәүләтенә ҡушылырға ҡарар итә. Мөйтән бей ҙур делегация менән уға юл тота, һәм Сыңғыҙхан уға билдәле бер
       территорияға идара итеү хоҡуғы биргән ярлыҡ-грамота тапшыра. Шәжәрәлә грамота тексы бирелә: "Мөйтән бейгә һәм уның улдарына, улдарының улдарына бөтә ер аҫты һәм өҫтө байлыҡтары менән бергә барлыҡ ҡушылдыҡтары менән
       Ағиҙел, Яйыҡ, Тубыл, Ишем йылғалары буйлап бөтә ерҙәр мәңгелек биләүгә бирелә". Шулай итеп, Мөйтән бей Сыңғыҙхан ярҙамында башҡорт дәүләтселеген һаҡлап алып ҡала.
       1235-36 йылдарға ҡараған яҙма сығанаҡтар башҡорттарҙың
       үҙ автономияһы булыуы, үҙ милли хандары етәкселегендә суверенитетты һаҡлауҙары хаҡында мәғлүмәттәр еткерә. ХV быуат башында Алтын Урҙа тарҡалғас, Башҡортостан территорияһы Ҡазан ханлығы, Нуғай Урҙаһы һәм Себер ханлығы араһында бүленә. Әммә сығанаҡтар башҡорт хандарының исемдәрен дә һаҡлаған. Шәжәрәлә XIII һәм XVI быуат араһында хакимлыҡ иткән тиҫтәләгән хандар ҙа телгә алына. Уларҙың ҡайһы берҙәренең исемдәре генә түгел, ҡәберҙәре лә һаҡланған. Мәҫәлән, Әсәнхан Тәтешле районында ерләнгән, унда ғәрәпсә яҙыу ҙа бар.
       Бөтә был факттарҙы Нияз Абдулхаҡ улы ХIII, XIV, XV, XVI быуаттар һуҙымында башҡорттарҙың үҙ дәүләте булыуын һәм
       донъяның башҡа дәүләттәре менән дипломатик бәйләнештәр
       алып барыу тәжрибәһенә эйә булыуын күрһәтеү өсөн һанап китә.
       XVI быуатта Мәскәү дәүләте Ҡазан ханлығы менән асыҡ конфронтацияға ингәс, урыҫ ғәскәрҙәре Башҡортостанға баҫып инмәй, сиктә туҡтап ҡала. Иван Грозный Ҡазанды алғас,
       тирә-яҡ халыҡтарға - башҡорттарға, мариҙарға, удмурттарға, хәҙергесә әйткәндә, үҙ агитаторҙарын ебәрә. Агитаторҙар Аҡ
       батша власын танырға саҡыра.
       Ике-өс йыл буйына башҡорттар ауыр хәлдә йәшәй - урыҫ ғәскәрҙәре уларҙың территорияһына баҫып инмәй, әммә Иван
       Грозный власын танырға саҡырып пропагандистар йөрөүен дауам итә. Ата-олатайҙарыбыҙ алдына "ни эшләргә?" тигән ауыр һорау килеп баҫа. Ҡазан ханлығы кеүек ҡаршылыҡ күрһәтергәме? Әллә Аҡ батша власына күсергәме? Ахыр килеп,
       ырыу башлыҡтары йыйылып, Иван Грозныйға делегация ебәрергә ҡарар итә.
       - 450 йыл элек атай-олатайҙарыбыҙ килеп тыуған хәлдән сығыу юлын дөрөҫ һайлағандар, тип иҫәпләйем, - тине Мәжитов. - Улар Рәсәй составына ҡушыла һәм, шулай итеп, урыҫ дәүләте менән хәрби бәрелештәргә юл ҡуймай.
       Башҡорттар Рәсәйгә Волганан алып Урал тауҙары ипкендәренә тиклем ҙур территорияһын бирә. Тиҙҙән Урал сикһеҙ тәбиғи байлыҡтары менән Рәсәйҙең ҡеүәтле иҡтисади
       үҙәгенә, донъя державаһы терәгенә әйләнә. Крайҙың тәбиғи
       байлыҡтарын үҙләштереү яңы эшсе ҡулдар йәлеп итеүҙе талап
       итә, шуға күрә XVII-XVIII быуаттарҙа Көньяҡ Уралға, башҡорт тар
       иленә, меңәрләгән кешеләр ағыла. Тап шуға күрә лә Рәсәй Президенты Владимир Путин Указына ярашлы, юбилей датаһы
       Башҡортостанда ғына түгел, башҡорттар йәшәгән бөтә региондарҙа ла үткәрелә.
       5-6 июндә Башҡортостандың баш ҡалаһында үткәреләсәк халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығына арналасаҡ. Был республикала данлыҡлы дата хөрмәтенә үткәрелгән тантаналарҙың төп сараларының береһе.
       Эш биш төп йүнәлеш буйынса ҡороласаҡ. Улар - Башҡортостандың Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуының халыҡ-ара һәм тарихи әһәмиәте; Башҡортостандың Рәсәй составында үҫешенең социаль-иҡтисади аспекттары; Башҡортостандың үҙ ирке менән ҡушылыуы һәм Рәсәй державаһында оҙайлы үҫеше контексында башҡорттарҙың мәҙәниәте; Рәсәй халыҡтарының (Башҡортостан миҫалында) мәҙәни-ара аралашыуы; Рәсәй составында Башҡортостан үҫешенең сәйәси-хоҡуҡи факторҙары.
       Конференцияға киң материалдар тупланмаһы әҙерләнә. Махсус рәүештә 450 йыллыҡҡа уникаль эштәр баҫтырыласаҡ. Рәсәйҙең танылған ғалим-төркиәтсеһе Николай Дмитриевтың материалдары баҫтырыуға әҙерләнә, Муса Мортазиндың граждандар һуғышы йылдарында Башҡортостан тураһындағы китабы ҡабаттан баҫтырыласаҡ. "Рәсәй халыҡтары мифологияһы", "Рәсәйҙә рус һәм башҡа дәүләт телдәре" симпозиумдары үткәреү планлаштырыла.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал