6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ

Өфө байрамға әҙерләнә
30.05.07


       Ҡаланың байрамға әҙерләнеүен күрәһең килһә, тирә-яҡҡа күҙ һалыу ҙа етә. Юлдарға асфальт түшәлә, фасадтар ремонтлана, ағастар ултыртыла. Быйылғы төп байрам, әлбиттә, Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығы. Әммә уның араһында 12 июндә Рәсәй көнө һәм Өфө көнө билдәләнә. Салауат Юлаев көндәре лә июнь айында үтә.
       Өфө ҡала округы хакимиәтендә "Өфөнөң торлаҡ хужалыҡ идаралығы" муниципаль унитар предприятиеһының генераль директоры Борис Герасимов ҡатнашлығында үткән матбуғат конференцияһы ошо байрам сараларын үткәреүҙә торлаҡ хужалыҡ предприятиеларын әҙерләүгә арналды.
       Борис Павлович һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡалала 12 июнгә тиклем 18 фасад ремонтланырға тейеш, был маҡсатҡа ун миллион һум аҡса бүленгән. Бөгөнгө көндә дүрт фасад яңыртылған, ун дүрт йортта эш ҡалды, түбәләр ҙә ремонтлана. 17 ҡыйыҡ ремонтланды, 14-ендә эштәр дауам итә.
       Баш ҡалала биш меңгә яҡын эскәмйә ремонтланды һәм урынлаштырылды, шуның меңдән ашыуы яңы. Алты мең ярым сүп-сар һауыты ҡуйылды, 1600 - яңы. 18 мең квадрат метр газон тергеҙелде, 8 мең төп ағас ултыртылды. Балалар майҙансыҡтары ремонтлана һәм төҙөлә.
       - Яңы өлгөлө, уңайлы, сағыу майҙансыҡтарҙы ғына беҙ балалар майҙансығы тип атайбыҙ, - ти Герасимов. - Ундайҙар Өфөлә - 400, быйыл тағы ла 40 майҙансыҡ булдырыласаҡ.
       Әйткәндәй, матбуғат конференцияһында ҡайһы бер балалар майҙансығында ҡомдоң булмауы тураһында ла һүҙ барҙы. Борис Павлович белдереүенсә, балалар майҙансығы өсөн йорт идаралығы яуап тота. Ҡом булдырыу өсөн ярты кубометрҙан да аҙыраҡ ҡом кәрәк була. Бер куб - 500 һум тора, үҙегеҙ һанап ҡарағыҙ инде. Әгәр йорт идаралығы етәксеһе ҡиммәтселеккә һылтана икән - ышанмағыҙ, улар өсөн майҙансыҡта ҡом булдырыу бер ни тормай.
       Сүп-сар контейнер майҙандарында 277 контейнер урынлаштырылды. Йорт яны территорияларынан 48 мең кубометр сүп-сар сығарылған. Был торлаҡ хужалыҡ идаралығы эшенең төп күрһәткесе, тип һанай Герасимов.
       Өфө көнөнә тиклем асфальт түшәлгән ун мең квадрат метр майҙанды ремонтлау планлаштырыла. Хәҙерге ваҡытта планлаштырылған 27 объектта эш бара, бер мең "квадраттан" ашыу асфальт түшәлгән. Йорт эргәһендәге асфальттың бер квадрат метры 500 һум тәшкил итә. Был юл асфальтына ҡарағанда күпкә осһоҙ. Быйыл ихаталарҙы асфальтлауға 120 миллион һум бүленә.
       334 торлаҡта иллюминациялар техник профилактика үтә. Иҫкергәндәре алмаштырыла. Ғафури урамында алты йортта яңы иллюминациялар ҡуйылды, байрам планында - Ленин урамындағы алты йортта.
       Урамда балалар һәм өлкәндәр соҡоп һыҙған стеналағы һүрәттәр - граффити - барыбыҙ өсөн дә таныш. Яңы ғына ремонт яһаған, шул йортта йәшәүселәрҙе аңлауы ҡыйын түгел. Был күренеш менән көрәшеүе ауыр. Милицияның да "төнгө рәссамдарҙы" яуаплылыҡҡа тарттырыу осрағы теркәлмәгән. Шуға күрә Өфөнөң торлаҡ хужалыҡ идаралығы һәм йәштәр эштәре буйынса комитет бергә эшкә тотондо. Үткән йылда "төнгө рәссамдар" конкурсы иғлан ителде, быйыл был сара икенсе тапҡыр уҙғарыла.
       - Маҡсат аныҡ, - ти Герасимов, - граффити "теңкәгә тейҙе". Шуға күрә ҡатнашырға теләгәндәр комиссияға үҙенең эскизын тәҡдим итә, уларға ижад өсөн майҙан бүленә - нимә теләйҙәр, яҙһындар, фасад бысранмаҫ.
       2007 йылда "төнгө рәссамдар"ға 30 объект бүленгән. Шуныһы ҡыҙыҡ: комиссия составына йәштәр эштәре буйынса комитет вәкилдәре һәм "төнгө рәссамдар" ингән. Беренсе июндә йомғаҡ яһау һәм еңеүселәрҙе наградлау планлаштырыла.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал