6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
ИҠТИСАД // Сәнәғәт

Сепрәк һәм сланецтар тураһында
29.05.07


       Республикала һәм бөтә ил буйынса еңел сәнәғәт тармағы йылдам үҫешә тип әйтеп булмай. Бөтә төбәктәрҙә лә дөйөм производство күләмендә еңел сәнәғәт өлөшө бер процент тәшкил итә.
       Бөтә ерҙә лә ҡорамалдар иҫкергән, кейем бесеүселәрҙе, конструкторҙарҙы һәм башҡаларҙы мебель өлкәһе үҙенә тарта, йәшертен продукция менән магазиндар шығырым тулды, еңел сәнәғәтселәрҙе вьетнам баҙары ҡыҫырыҡлай башланы... Таянырлыҡ норматив акттарҙың булмауы власть ҡабул иткән сараларҙың юҡҡа сығыуына килтерә: сауҙа тураһында закон, Сауҙа кодексы юҡ, Таможня күптән төҙәтмәләр талап итә.
       2007 йыл башында дөйөм Рәсәй проблемаһына иғтибар бүленде. РФ Хөкүмәте комиссияһы ултырышында сепрәк һәм сланецтар тураһында оҙаҡ һәм күп һөйләнеләр, ә аҙаҡ - Михаил Фрадков тәҡдименә ярашлы, 2006-2008 йылдарға еңел сәнәғәт үҫеше буйынса саралар планы тормошҡа ашырыла башланы. Шулай, "челноктар" тарафынан еңел сәнәғәт тауарҙарын индереү күләмен сикләү ҡабул ителде, техник ҡорамалдарға һәм сеймалдың айырым төрҙәренә ҡайһы бер сит ил пошлинаһы бөтөрөлдө. РФ Сәнәғәт һәм энергетика министрлығында Рәсәйгә йәшертен продукция индереүҙе туҡтатыу буйынса ведомство-ара төркөм булдырылды.
       - Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Нур Сәйфуллин рәйеслегендә ошондай төркөм Башҡортостанда эшләй башланы. Һәм, практика күрһәтеүенсә, файҙаһыҙға түгел, - ти министрлыҡтың металлургия, урман сәнәғәте комплексы, еңел һәм медицина сәнәғәте бүлеге начальнигы Игорь Карепанов. - Комиссияның беренсе ултырышы үтте, уның һөҙөмтәләре буйынса продукцияның законһыҙ етештерелгән һигеҙ факты асыҡланыуы тураһында әйтеп була. Атап әйткәндә, Кушнаренко районында өҫ кейемдәре етештереү буйынса йәшерен цех ябылған.
       Игорь Карепанов һүҙҙәренә ҡарағанда, 2006 йылда туҡыу һәм аяҡ кейеме тармағына 350 миллион һум күләмендә инвестиция йәлеп ителгән. Быйыл - 100 миллион һум.
       Һөҙөмтәлә күн-аяҡ кейеме сәнәғәте 160 миллион һум алды. Октябрьскийҙа аяҡ кейеме производствоһы эшләй, ошо уҡ ҡалала яңы предприятие - Октябрьский күн мануфактураһы булдырылды. Стәрлетамаҡта күн производствоһын ойоштороу буйынса эш алып барыла - был проектҡа 300 миллион һум инвестиция йәлеп итеү планлаштырыла. Эш кейеме комбинаты етештереү күләмен арттыра.
       Әйткәндәй, еңел сәнәғәтте тергеҙеү темаһы Башҡортостан Президентының Мөрәжәғәтнамәһендә лә сағылыш тапты. Унда "Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығына, урындағы үҙидара органдарына "республика етештереүселәренең тауар ассортиментын эре компаниялар һатыуын киңәйтеү буйынса" өҫтәмә саралар ҡабул итеү тәҡдиме" тураһында әйтелә.
       Министрлыҡ вәкиле билдәләүенсә, еңел сәнәғәт проблемаларына иғтибар бүленә, инвестицион климат яҡшыра. һәм дөйөм алғанда, ҡулланыусылар баҙарында ыңғай динамика күҙәтелә. Үткән йылда республика предприятиелары 2,7 миллиард һумлыҡ продукция етештергән - 2005 йылға ҡарағанда күберәк. Бөгөнгө көндә урындағы 480 предприятие етештергән продукция күләмен башлыса 24 эре предприятие булдыра. Улар араһында "Искож", Эш кейеме комбинаты, Рәсәйҙең 40 төбәге менән эшләүсе Ишембай ойоҡ һәм трикотаж фабрикалары, Өфө һәм Нефтекама күн-галантерея фабрикалары. Был предприятиеларға дөйөм етештерелгән продукция күләменең 85 проценты тура килә.
       Был һандар еңел сәнәғәтселәрҙең төбәк-ара форумында күтәрелде һәм тикшерелде. Нефтселәр әҙәниәт һарайында "УралЛегПром-2007" VII махсуслаштырылған күргәҙмә-йәрминкәһе эшләй башланы.
       Йәрминкәне ойоштороусылар һүҙҙәренә ҡарағанда, Рәсәйҙең 25 төбәгенән йөҙҙән ашыу предприятие ҡатнаша. "УралЛегПром"дың айырмаһы шунда, ул яңы конкурста һигеҙ номинацияла. БР Еңел сәнәғәт ассоциацияһы рәйесе Әлфиә Зиннәтуллина һүҙҙәренә ҡарағанда, күргәҙмәнең төп маҡсаты - тауарҙы күрһәтеү. Быны етештереүселәр араһында конкурс уҙғарыу иҫәбенә эшләп була. "Балалар кейеме-2007" конкурсында ҡатнашыусылар жюри хөкөмөнә кескәйҙәр өсөн уңайлы булған кейемдең 5-7 моделен тәҡдим итәсәк. Экология һәм гигиена талаптарына яуап биргән махсус кейем һәм униформа тегеүселәр ҙә нонинацияла билдәләнәсәк.
       Конкурс сиктәрендә еңел сәнәғәттәге иң яҡшы бәләкәй бизнес предприятиеһын, йыл яңылығын һәм һатыусы-лидерҙы асыҡлау планлаштырылған.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал