6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Хәҙерге хирургия ҡаҙаныштары
28.05.07


       Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, рәсәйҙәрҙең алты проценты йәрәктең хәлһеҙлегенән интегә. Сирлеләр "йөрәк" таблеткаһын ҡабул итеүҙәренә ҡарамаҫтан, улар ниндәйҙер бер этапта эшләй алмай. Бындай ваҡытта ҡотолоу сараһы бер - хирургик операция яһау.
       Хәҙерге хирургия ҡаҙаныштары тураһында, шул иҫәптән кардиохирургия, легендалар сығарырға ваҡыттыр. Яңы оператив ысулдар һәм заманса ҡорамалдар ярҙамы менән күпме кешенең ғүмере һаҡлап ҡалынды!
       Республика кардиология диспансерында йөрәккә наркозһыҙ бивентрикуляр стимуляция яһалды. "БАШвестЪ" гәзите хәбәрсеһе лә операция барышын күҙәтте. Күрше бүлмәләге мониторҙан ҡан тамыры буйлап электродтың йөрөүен, "Сестра, ҡыҫҡыс!" тигән һүҙҙе ишетергә өйрәнелмәгән, һәм уны ишетеүе лә еңелдән түгел. Ә хәҙер йөрәктең хәлһеҙлеген дауалау ысулы тураһында һөйләй алабыҙ.
       Республика кардиология диспансерының баш врачы урынбаҫары, беренсе категориялы кардиохирург Илгиз Нагаев һүҙҙәренә ҡарағанда, ауырыуҙың һул умрау һөйәге тиреһе аҫтына индерелгән электрокардиостимулятор йөрәк тибешен нормалләштерә.
       Башҡорт коллегаларына медицина мастер-класы уҙғарыу һәм операция яһау өсөн Өфөгә Бакулев исемендәге Бөтә Рәсәй йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы үҙәге хеҙмәткәре, медицина фәндәре кандидаты Николай Ломидзе килде, ассистенты - Республика кардиология диспансеры.
       Хәҙерге ваҡытта Рәсәйҙә бындай ысул менән яһалған операциялар һаны 200-гә етә. Бер электрокардиостимулятор хаҡы 14-15 мең доллар тәшкил итә. Аппарат 5-6 йыл хеҙмәт итә, йәғни ошо ваҡыт үткәс, сирлегә аппаратты алмаштырыу өсөн яңынан операция өҫтәленә ятырға тура килә. Республика кардиология диспансеры йыл һайын 5-6 пациентҡа бындай аппарат ҡуйыуҙы планлаштыра.
       Илгиз Нагаев әйтеүенсә, кардиология диспансерында ҙур тәжрибә тупланған:
       - Кардиохирургия ярҙамының юғары технологиялы 25 төрөнөң 21 ысулы рәсми хупланған. Беҙ һауығыу ышанысын юғалтҡан сирлеләргә йәшәү өмөтө бүләк итәбеҙ.
       Хирургия ярҙамының юғары технологиялы төрҙәрен үҙләштереүгә "Һаулыҡ" милли проекты булышлыҡ итә. Уның ярҙамы менән кардиология диспансеры ҡайтанан йыһазландырылды. 137 миллион һумға һатып алған заманса ҡорамал ярҙамында Республика кардиология диспансерында йөрәккә 3800 операция яһалған.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал