6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Таланттар ижады мөһим юбилейға
25.05.07


       "Урал" галереяһында сираттағы күргәҙмә асылды. Экспозицияла "Таң" халыҡ клубына ингән рәссамдарҙың, "Биктырыш" балалар техник ижад үҙәгендә тәрбиәләнеүселәр әҫәрҙәре һәм Кушнаренко районы оҫталарының сәйләндән изделиелар коллекцияһы урын алған.
       - Был күргәҙмәгә "Таң" үҙешмәкәр клуб рәссамдары иң яҡшы эштәрен һайланы. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығы - мөһим дата, һәм беҙ был күргәҙмәгә етди әҙерләндек, - ти экспозиция авторҙары.
       "Дуҫлыҡ ептәре" күргәҙмәһен асыу тантаналы үтте. Авторҙар бер-береһен ҡотланы, теге йәки был картинаның барлыҡҡа килеү тарихын һөйләне һәм киләсәккә пландар менән уртаҡлашты.
       - Һыйыр һауҙым, трамвай йөрөттөм. Ә хәҙер буяуҙар менән эш итәм, - тип ҡыҫҡа ғына һүрәтләй үҙенең тормошон "Таң" клубы вәкиле Петр Кузнецов. Уның палитраһында - акварель буяуҙар һәм гуашь - "Көҙгө муллыҡ", "Муйыл ағасы". Петр Кузнецов һүҙҙәренә ҡарағанда, уның беренсе эше ҡайын ағасы була, ул пластилин менән ҡатырғаға төшөрә.
       "Таң" халыҡ клубының яуаплы секретары Нина Козарез тормошсанлыҡ алымында эш итә. Уның "Ҡыш", Дим йылғаһы", "Һабантуйҙа ат" тип аталған эштәренә һоҡланып ҡарап: "Ҡара әле, хас фотографиялағы кеүек!" тип баһа бирәһең.
       Күрше залда Гүзәл Минеғәлиеваның күндән һәм замшанан яһалған балыҡтары йөҙөп йөрөй. Ә уның янында Рената Садиҡованың "Ожмах баҡсаһы"ндағы таустары йәйғор төҫлө ҡойроҡтарын ҡабартҡан. Ул шулай уҡ "Урал иртәһе" коллекцияһындағы өрфөйә күлмәктәр авторы ла. Был ғына түгел әле: ана оҫта ҡулында ҡыҙыл ләлә сәскә атты, күбәләктәр осоп китте...
       Рената Фаил ҡыҙы Өфөнөң "Биктырыш" балалар техник ижад үҙәгендә алдынғы педагогтарҙың береһе. Уның уҡыусылары ла күргәҙмәгә үҙҙәренең эштәрен тәҡдим иткән.
       Балаларҙың күңел биреп башҡарған эштәре галерея залдарына яңы төҫ бирә, уның һалҡын стеналарын йылыта. Коля Ямайкиндың "Косманавтар" тип аталған эшенә күҙ һалайыҡ. Айға менеүселәр ҡәнәғәт - улар ихлас йылмая, баш кейемдәрендә - Рәсәй һәм Башҡортостан тигән һүҙҙәр яҙылған. Мәңге бергә! Бишбүләк ауылынан Игорь Николаев тарих ваҡиғаларын һүрәтләргә тырышҡан: Салауат Юлаевтың Емельян Пугачев менән осрашыуын һүрәтләгән ул.
       Кушнаренко районы оҫталары сәйләндән үргән биҙәүестәр һәр кемде таң ҡалдыра. Бындай матурлыҡты булдырыуҙарына хайрам ҡалаһың! Төрлө-төрлө муйынсыҡтар, һырғалар, беләҙектәр - һәр ҡатын-ҡыҙҙың хыялы.
       Надежда Сәйетова һәм Екатерина Петушина (Баҡалы районы) "Урал" галереяһында "Башҡортостан - Рәсәйҙең тоғро дуҫы" серияһынан бергә башҡарған ике эш тәҡдим итә.
       Фәнил Хәсәнов - Ҡырмыҫҡалы районы рәссамы. Ул өлкәндәр, уларҙың балалары һәм ейәндәре портретын төшөрә. Фәнилгә ауыл көнкүреше яҡын, шуға ла ул был күренеште тамашасыларға еткерергә ынтыла.
       Күргәҙмәләге бер картина Мортаза Рәхимовтың ябай кешеләр менән аралашыуын һүрәтләй. Тик автор исеме билдәһеҙ, күрәһең, оялғандыр.

Екатерина Спиридонова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал