6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Ауыл хужалығы

Көн матурында баҫыуҙар гөрләй
24.05.07


       Республика хужалыҡтарында ҡыҙыу көндәр башланды - көн матурында баҫыуҙар гөрләй, яҙғы сәсеү эштәре бара. Быйыл яҙ көттөрөп килде, баҫыу эштәре 10-16 көнгә һуңланы... ҡойма ямғырҙар баҫыу эштәрен тотҡарланы. Әммә ҡайһы бер райондарҙа эш туҡталманы. Бөгөнгө көндә республика хужалыҡтарында яҙғы баҫыу эштәре ҡыҙғандан-ҡыҙа бара.
       Инде һауа торошо һәйбәт: Башҡортостан баҫыуҙарында иртә таңдан ҡара кискә тиклем агрегаттар гөрләй. Аграрийҙар яҙғы культуралар сәсә, ужым культуралары һәм күп йыллыҡ үләндәр өҫтәмә туҡландырыла. Төп көс бойҙай, тары һәм арпа сәсеүгә йүнәлтелә. Республика хужалыҡтарында яҙғы культуралар бер миллион 208 мең гектарҙа сәселгән (планға ҡарата 62 процент). Был һанда - иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙың, шулай уҡ шәкәр сөгөлдөрөнөң һәм көнбағыштың 73 проценты.
       Ауырғазы, Дүртөйлө, Мәләүез, Салауат, Стәрлебаш, Туймазы, Саҡмағош һәм Шишмә райондары хужалыҡтарында яҙғы бойҙай сәсеү тамамланған, шәкәр сөгөлдөрө буйынса - дәүләкәндәр, көнбағыш сәсеү эшен стәрлебаштар тамамлаған.
       Ямғырһыҙ йылы һауа торһа, игенселәр яҙғы культуралар сәсеүҙе ошо көндәрҙә тамамлаясаҡ.
       Белгестәр әйтеүенсә, республика һатып алған юғары етештереүсәнле ауыл хужалығы сит ил техникаһы ҙур ярҙам иткән.
       Яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы башҡарыу өсөн һәр хужалыҡ ентекле әҙерләнгән: ауыл хужалығы техникаһы төҙөк, яғыулыҡ-майлау материалдары, минераль ашламалар запасы булдырылған. Ауыл эшсәндәре, бар күрһәткестәр буйынса, 2007 йылда яҡшы әҙерләнгән. Миҫал өсөн, бөгөнгө көндә ауыл хужалығы культуралары өсөн 51 мең тонна өҫтәмә туҡландырыу тупланған. Был үткән йылға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк.
       Башҡортостан Хөкүмәте ауыл эшсәндәренә яҙғы сәсеү эштәрен уҙғарыуға 230 миллион һум аҡса бүлде. 2006 йылға ҡарағанда ашламалар ҡуйыу ике тапҡырға артҡан, үҫемлектәрҙе һаҡлау средстволары - өс тапҡырҙан күберәк.
       Бер һүҙ менән әйткәндә, игенселәр яҙғы сәсеү эштәрен ошо көндәрҙә тамамлай. Йыл игенселек өсөн насар килмәй. Игенсегә дымдың күп булыуы түгел, йылдың ҡоро килеүе хәүефле.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал