6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Яғыулыҡ-энергетика комплексы

Рәсәй сит илгә нефть кенә сығарырға тейеш түгел
23.05.07


       Башҡортостандың баш ҡалаһында Рәсәй нефть һәм газ сәнәғәтселәренең VII конгресы һәм уның сиктәрендә "Газ. Нефть. Технологиялар-2007" XV халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе асылды. Форумда Рәсәйҙең һәм башҡа илдәрҙең нефть һәм газ тармағы предприятиелары белгестәре, ғалимдар ҡатнаша.
       Сараны асыуҙа БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов, уның урынбаҫары - мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, республиканың иҡтисади үҫеш министры Евгений Евтушенко, Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты. Конгресҡа һәм күргәҙмәгә алыҫ һәм яҡын сит илдәрҙән вәкилдәр килгәйне. Нефть һәм газ форумына Украинаның Рәсәй Федерацияһындағы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Олег Демин ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
       Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов нефть һәм газ сәнәғәте форумында ҡатнашыусыларға тәбрикләү һүҙе ебәрҙе. Унда "Башҡорт нефтенең табылыуы "Икенсе Баку" үҫешенә башланғыс һалды, ә республикала нефть табыу һәм уны эшкәртеү ысулы, бай тәжрибә Тыуған ил сәнәғәте тарихының алтын фондына инде. Нефть тармағы ярҙамында Башҡортостан иң эре индустриаль төбәккә әйләнде", тиелә.
       Ҡеүәтле яғыулыҡ-энергетика комплексы ингән дөйөм республика һалымының яртыһын тиерлек булдыра, алынған килемдә уның өлөшө 70 проценттан юғары, экспортҡа ҡуйыуҙа - 80 проценттан ашыу. Республика нефть табыу буйынса илдә алтынсы урында тора. Нефть сеймалы эшкәртеү күләме буйынса, дөйөм Рәсәй автомобиль бензинының 17 процентын, дизель яғыулығының 15 процентын етештереп, лидер булып ҡала. Башҡортостанда сығарылған нефть продукттарына эске һәм тышҡы баҙарҙа һорау ҙур.
       Башҡортостандың нефть табыу территориялары һәм нефть эшкәртеү заводтары торба үткәргес транспортының үҫешкән селтәре менән ышаныслы бәйләнгән. Торба үткәргес магистрале буйынса йыл һайын 100 миллиард кубометр газ, 16 миллион тонна нефть һәм 8 миллион тонна нефть продукты һурҙырыла.
       Тармаҡ предприятиелары фәнни-техник потенциал өҫтөндә эшләй, шуға ла уларҙың продукцияһы - юғары технологиялы һәм конкуренцияға һәләтле, ә уларҙың тышҡы иҡтисади эшмәкәрлектәре даими арта.
       Мортаза Рәхимов, конгресс һәм халыҡ-ара күргәҙмә илдең нефть һәм газ сәнәғәте комплексы үҫешенә яңы өлөш индерәсәк, белгестәргә һәм ғалимдарға мөһим мәсьәләләрҙе тикшереүҙә, тәжрибә һәм фәнни тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре менән алмашыуҙа, һуңғы ҡаҙаныштар күрһәтеүҙә булышлыҡ итәсәк, тине.
       "Нефть һәм газ эшкәртеү һәм нефть химияһы-2007" конференцияһында ҡатнашыусылар илдең халыҡ-ара нефть баҙарындағы хәленә борсолоу белдерҙе. Атап әйткәндә, БР Нефть химияһы эшкәртеү институтының генераль директоры Эльшад Теләшев, Рәсәй сит илгә нефть кенә сығарырға тейеш түгел, ти.
       - Рәсәй юғары класлы нефть продукты етештерергә тейеш Һәм был тема беҙҙең конференцияның төп мәсьәләһе булып тора, - тине Теләшев.
       Конференцияла шулай уҡ экология проблемаларына, яғыулыҡ продуктарын яҡшыртыу технологияларына, яңы ҡорамалдарға бәйле мәсьәләләр тикшерелде.

Ольга Зацепина, Евгения Сюткина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал