6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сауҙа

Һүҙебеҙ йәйге кафелар тураһында
22.05.07


       Үткән аҙнаның һуңғы эш көнөндә мин бер ни тиклем ял итеп алыу теләге менән йәйге кафеға индем. Әхирәтемде көткән арала сатыр ҡуйылған майҙанды ҡарарға булдым. Беренсенән, йәйге кафеның аҡ түбәһе күҙгә ташланды. Баҡтиһәң, быйыл йәйге кафелар берҙәм төҫтә биҙәлергә тейеш икән. Шуны әйтергә кәрәк, Өфө майҙандарында эшләгән бөтә йәйге кафеларҙа ла бындай үҙгәреш күҙгә салынып бармай.
       Сауҙа нөктәләренең һаны кәмегән - быныһы ла ғәжәпләндерә. Быйыл йәйге ял итеү урындарының береһендә алты кафе урынлаштырылған (үткән йылда 18 ине, күберәк булмаһа). Әйткәндәй, йома кисендә күреүемсә, ял итеүселәр өсөн урындар аҙ, үләнгә ултырыусылар ҙа булманы түгел, булды.
       Һәм был яңы миҙгелдең берҙән-бер айырмаһы ғына түгел. Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Ғәлиуллин белдереүенсә, быйылдан йәйге кафелар урынлаштырыуға йәмәғәт туҡланыуының йәйге кафе ойоштороу тәжрибәһе һәм был эшмәкәрлек төрөн раҫлаусы документы булған стационар предприятиеларына өҫтөнлөк бирелгән.
       Бер һүҙ менән әйткәндә, даими эшләүсе йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларына - бар һәм ресторандарға, кафе һәм ашханаларға йәйге кафе урынлаштырырға мөмкин. Әйткәндәй, ҡаланың "ҡыҙыу" нөктәләрендә урындар (яр буйҙары, парктар һәм башҡалар) тендер буйынса бирелгән. Ҡала хакимиәте уҙғарған аукционда 14 предприятие ғына йәйге кафе ойоштороу хоҡуғына эйә булған.
       2007 йылдан сит ил граждандарына шашлыҡ бешереү тыйыла. Тәҡдим ителәсәк продукцияларҙың ассортиментында ла үҙгәрештәр индерелгән. Йәйге кафеларҙа туңдырма һәм ҡамыр ризыҡтары ла һатыласаҡ. Әммә мин йома кисендә был ризыҡтарҙың береһен дә һатыуҙа күрмәнем. Бар ерҙә һыра һәм уға ҡабымлыҡтар ине.
       Быйылғы йылда тағы бер яңылыҡ - йәйге кафелар эргәһендәге бөтә бәҙрәфтәр ҙә бушлай. Әгәр био-хеҙмәте өсөн түләү талап итеүселәр осрай икән, ҡурҡып тормағыҙ - тейешле органдарға был турала хәбәр итегеҙ.
       Музыка буйынса ла сикләү бар - ул 23 сәғәткә тиклем генә яңғыраясаҡ, уның яңғырап тороуын күҙәтеү органдары контролдә тотасаҡ. Әммә был ҡағиҙә бар ерҙә лә үтәлмәй: беҙ төн уртаһында тигәндәй өҫтәл янынан ҡуҙғалған ваҡытта дискотеканың ҡыҙған мәле ине...

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал