6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Демография

Белем алғым да, өйләнгем дә килмәй ...
17.02.04


       Ватанды һаҡлаусылар көнөндә тик ир-аттарҙы ғына байрам ме нән ҡотлауға күнегелгән. Һәм был дөрөҫ тә. Ни өсөн тигәндә 2 002 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәлә ре ир-аттарҙың гүзәл заттарҙан теүәл 10 миллионға кәмерәк б улыуын асыҡланы. Тимәк, үҙегеҙҙең тормош иптәшен, атай-оата йҙарығыҙҙы байрам менән ҡотлап, хөрмәтләү мотлаҡ тиергә лә б ула.
       Статистика мәғлүмәттәре буйынса, халыҡтың дөйөм һаны иҫәб ендә ирҙәр ни бары 46, процент, йәғни яртыһынан кәмерәк, тәш кил итә. Статистика белгестәре сабыйҙарҙан башлап ҡарттарға
       тиклем ир-аттарҙың йәшен бергә ҡушып, уртаса ирҙең уртаса йәшен иҫәпләп сығарған: ул 34,1 йәшлек икән. Ҡатын-ҡыҙҙар иһ ә олораҡ: уларҙың уртаса йәше 39,8.
       Уртаса йәште уртаса ғүмер оҙонлоғо менән бутарға ярамай. Б еҙҙең илдә ирҙәр 58 йыл ғына йәшәй, йәғни күптәре хатта пенс ия йәшенә лә етә алмай. Ҡатын-ҡыҙҙар тол ҡалғас, тағы ла урт аса 12 йыл ғүмер кисерә. Һирәк кенә киреһенсә була.
       Ә Ватанды һаҡлаусылар менән хәл нисегерәк тора һуң Бөгөн һ әр 100 ҡыҙға 105 малай тыуа. Хәйер, был һәр ваҡыт күҙәтелгән
       хәл - тәбиғәт тарафынан малайҙар күберәк ярала шул. Ғалимда р иҫбатлауынса ҡыҙҙар яралсығы тормошҡа һәләтлерәк була. Бын ан тыш беренсе йылда малайҙар күберәк үлә. Ир-аттар өсөн сир аттағы критик сик -33 йәш. Медицина статистикаһы буйынса, и р -аттарҙың иртә үлеменең сәбәптәре бәхетһеҙ осраҡтар һәм йө рәк - ҡан системаһы ауырыуҙары. Ҡағиҙә булараҡ, был ике сәб әптең дә нигеҙендә алкоголь эсемлектәрҙе самаһыҙ ҡулланыу. Ә ммә туҡһанынсы йылдар уртаһынан алып ирҙәр спиртлы эсемлектә р ҡулланыуҙы ҡырҡа кәметә.
       Халыҡтың иҫәбен алыу буйынса юғары белемле ҡатын -ҡыҙҙар һ аны көслө заттарҙан күберәк булып сыҡты. Әммә "уҡығым килмәй , кәләш алғым килә" әйтеме беҙҙең ирҙәр тураһында түгел. Рәс ми рәүештә ирҙәр өйләнергә теләмәгәнлеге билдәләнде. Һуңғы осорҙа ирҙәр араһында киң танылыу тапҡан "граждандар никахы " уларҙың көнитмешенә тура килә икән. Бөгөн Рәсәйҙә 34 милли он ғаилә иҫәпләнә. Уларҙың өс миллионы никахтарын рәсми рәүе штә теркәмәгән. Ә һәр өсөнсө сабый тап ошондай ғаиләлә донья ға килә.
       Халыҡ иҫәбен алыу ҡыҙыҡлы хәлдәргә лә дусар була: "никахта
       торам" тип яуап биргән ҡатын-ҡыҙҙар һаны ир-аттарҙың шундай
       уҡ яуабынан күпкә артыҡ булып сыҡты. Улай ғына ла түгел, бы л һан һуңғы 13 йыл эсендә ике тапҡырға - 28 меңдән 65-кә ти клем - артҡан. Өйләнгән килеш булып та, ирҙәр, күрәһең, үҙҙә рен буйҙаҡ итеп тойғолары киләлер.
       Нисек кенә булмаһын, беҙ көслө зат вәкилдәренә ихтирам мен ән ҡарайбыҙ һәм яратабыҙ. Ә Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәрен ән һуң, беҙ һеҙгә ҡарата һаҡсыл ҡарашта буласаҡбыҙ.

Наилә Искәндәрова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал