6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Матбуғат

Журналистар өсөн һайлау алды ҡапҡандары, йәки Тағы ла һүҙ иреклеге тураһында
24.07.03


       Сәйәсәт һәм һайлау алды агитацияһы өлкәһендә ҡыҙыҡ хәл килеп тыуҙы: һайлау алды кампанияһының эш барышында киң матбуғат сараларының ролен "юҡ" кимәленә килтереп еткерҙеләр. Һуңғы дүрт йыл эсендә һайлау ҡанундарында артҡа китеш таң ҡалдыра.
       Элек граждандарҙыың һәм йәмәғәт ойошмаларының һайлау алды агитацияһы үткәреүгә гарантиялы хоҡуҡтары булды. Киң матбуғ ат саралары ла сәйәси йүнәлештә агитация алып бара, кандидат тарға, фирҡәләргә генә түгел, ә граждандарға, йәмәғәт ойошма ларына ла һүҙ бирә торғайны. Яңы федераль закондар иһә сәй әси агитация һәм граждандарҙың үҙ фекерен белдереү мөмкинлег ен юҡҡа сығара. Улар ҡушыуы буйынса һайлау алды агитацияһын тик кандидаттар һәм фирҡәләр төҙөгән һайлау фондтары иҫәбенә үткәрергә була. Шулай итеп, Федераль закон граждандарҙың һа йлау хоҡуғын ҡыҫып ҡына ҡалмай, ә Рәсәй Федерацияһы Констит уцияһы гарантиялаған мәғлүмәткә хоҡуҡтан, һүҙ иреклегенән дә яҙҙыра.
       Тимәк, бөгөн беҙҙең илдә һайлау алдынан тейешле тулы ҡанлы сәйәси система тураһында һүҙ йөрөтөргә тура килмәй. Граждан дар, йәмәғәт ойошмалары, киң матбуғат саралары, коммерцияға ҡағылышы булмаған ойошмалар -- барыһы ла иҫәптән төшөп ҡала, халыҡҡа бер ауыҙ һүҙ ҙә әйтә алмай. Бындай хоҡуҡ тик теркә лгән кандидаттарҙа, һайлау ойошмаларында һәм һайлау блоктары нда ғына бар.
       Илебеҙҙә һиҙҙермәй генә, бөтәһенең битарафлығы арҡаһында, шул уҡ ваҡытта быға киң матбуғат сараларының пассив позиция һы ла булышлыҡ итте, бюрократик боролош булып үтте. Бында ж урналистарҙың пассивлығы ла ғәйеплелер, моғайын. Граждандарҙ ың хоҡуҡ һәм иреге тартып алынып, фирҡә һәм чиновниктар бюро кратияға тапшырылды. Яңы закон буйынса, дәүләт власы һәм у рындағы үҙидара органдары, һайлау комиссиялары, матбуғат ба ҫмаларын сығарыусы ойошмалар тарафынан бойомға ашырылған аг итация һайлауҙы мәғлүмәт менән тәьмин итеүҙең бер төрө ген ә булып һанала. Был юҫыҡта алып барылған мәғлүмәт йүнәлеше в ласть структураларына ғына бирелгән хоҡуҡ булараҡ ҡабул ител ә түгелме Журналистарҙың һайлау тураһындағы материалдар вла сть органдары менән килешелгәндән һуң, бер ниндәй ҙә төҙәтмә ләр индерелмәй генә халыҡҡа барып етә.
       Хоҡуҡ белгестәре фекере буйынса, Рәсәй Федерацияһының һайл ау хоҡуҡтарын гарантиялау тураһындағы законы үҙ сфераһынан с иткә тайпылып, үҙенә хас булмаған хоҡуҡ мөнәсәбәттәре тарма ғына барып ингән. Был граждандар йәмғиәтенең барлыҡ институт тарының да бәкәленә һуғасаҡ, әлбиттә, әммә журналистарға ай ырыуса ҡыйынға тура киләсәк. Һайлау компанияһы башланғандан алып һайлауға бүленгән аҡсаны тотоноу тураһындағы отчет баҫ ылып сыҡҡанға тиклем уларҙың профессиональ эшмәкәрлеге тыйы лыу аҫтында булып ҡала тиергә булалыр, моғайын.
       Ҡанундар сығарыусыларҙың позицияһы сәйер булып ҡала бирә - - тап һайлауҙар ваҡытында дәүләт, киң матбуғат саралары гра ждандарға һәм төрлө йәмәғәт ойошмаларына үҙ һүҙҙҙәрен әйтеү мөмкинлеген тыуҙырырға, үҙ фекерҙәрен кандидаттарға ла, халы ҡҡа ла еткерергә тейеш. Ә бит тап ошо осорҙа йәмғиәт өсөн с әйәси хәлде әүҙемләштереү мөһим, был үҙ сиратында власть мен ән ябай халыҡ араһындағы диалог өсөн бик тә кәрәкле. Дәүләт һәм киң матбуғат саралары граждандарҙың инициативаһын ситкә ҡағырға түгел, ә киреһенсә уның үҫешенә булышлыҡ итергә те йеш.
       "Һайлау ҡанундарын яңыртырға тотоноп, хоҡуҡ һаҡлаусылар ө с ағас -- һүҙ иреклеге, мәғлүмәткә хоҡуҡ һәм һайлау азатлығы -- араһында аҙашты. Ә бит бары бер һорау -- һайлауҙар ар аһындағы осорҙа һәм һайлау кампанияһында алып барылған сәйә си йүнәлештәге агитацияны һайлау алды кампанияһынан сикләү г енә талап ителә ине.--тип иҫәпләй Һайлауҙарҙың бойондороҡһоҙ институты директорҙар Советы рәйесе Александр Иванченко. --
       Закон сығарыусыларға һайлау алды агитацияһына дөрөҫ һәм та р билдәләмә бирергә ине. Ә бының урынына ул агитацияға бик үк ҡағылышы булмаған ҡатмарлы исемлек һанау менән шөғөлләнә . Килеп тыуған хәлдең үтә сетерекле булыуын бөтәһе ле таный ҙыр. Сөнки ведомство күрһәтмәләре законға әүерелде. Һәм иң аптыратҡаны: был ҡағиҙәләрҙе боҙған өсөн енәйәт һәм админист ратив яуаплылыҡ ҡаралған. Һайлау комиссиялары үҙенең асылы б уйынса һайлау трибуналдарына әйләнә."
       Декабрь һайлауҙарына тиклем ҡалған ваҡыт эсендә хоҡуҡ өлкә һендәге ҡытыршылыҡтарҙы бөтөрөп, яңы законда граждандарҙың дөрөҫ сағылыш тапмаған конституцион хоҡуҡтарын тергеҙеп б улмаясағы көн кеүек асыҡ. Әйткәндәй, закондар өлкәһендә бын дай мут буталсыҡтар юҡҡа ғына эшләнмәгән бит инде. Һайлауҙа р ни тиклем әҙерәк мәғлүмәт менән үтһә, уның һөҙөмтәләре лә асығыраҡ төҫмөрләнәсәк бит. Әммә граждандарҙың әүҙемлеген кү тәреүгә, хоҡуҡи дәүләт төҙөүгә ынтылһаҡ, конституцион хоҡу ҡ һәм азатлыҡты сәйәси коньюнктураға ҡорбан итеү кәрәкмәй.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал