6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

"Ямбу" - һаумыһығыҙ!
11.05.07


       Кенияла ҡатын-ҡыҙҙар матур, һомғол буйлы. Уларҙың аяҡтары һәм муйындары оҙон. Кения ҡатын-ҡыҙҙары сағыу кейем кейеп, ҡолаҡтарына ҙур һырға тағып, һалам өйҙәренән юлға сыға. Улар әйтерһең лә үҙҙәрен күрһәтергә, йә булмаһа башҡаларға ҡарарға сыға, сөнки бында автобустар һирәк үтә. Улар йомшаҡ һөйләшә - суахили телендә аралаша, һүҙ әйткәндә ҡыҙыҡ итеп ирендәре менән сапылдатып ҡуялар. Суахили телендә "Ямбу" һүҙе "һаумыһығыҙ" тигәнде аңлата. Республиканың Физик культура, спорт һәм туризм министрлығының туризм бүлеге белгесе Рәмил Рафиҡов бер аҙна Африкала булып, иҫендә ҡалдырған берҙән-бер һүҙ ул.
       Уның маҡсаты Килиманджаро янартауына (5895 м) күтәрелеү ине. Беҙҙең гәзит был түбәгә менгән өфөләр тураһында йыш яҙа башланы. Бер үк ваҡытта тиерлек Килиманджароға, төрлө маршрут менән Рафиҡов һәм Өфөнән тағы ике кеше - Вячеслав Малоярославцев һәм Камил Йыһаншин, улар таныш түгел, күтәрелә. Һуңғылары тураһында "БАШвестЪ" яҙған ине. Бөгөнгө хикәйәбеҙ Рәмил Мөхәмәтзыя улы тураһында. Әйткәндәй, Рафиҡов өфөләрҙән беренсе булып, яҡташтарынан 2-3 көнгә алдараҡ Килиманджароға менде.
       Найроби - Кенияның баш ҡалаһы. Бында туризм бюджет килеменең төп өлөшө, шуға ла бер ниндәй ҙә үҙешмәкәр туризм юҡ. Экскурсияла аңлатып йөрөгән кешегә, йөк ташыусыға түләйһең, ҡайҙа теләйһең шунда тур һатып алаһың да...
       Рәмил Кениянан Танзанияға тиклем алты сәғәт автобуста бара. Уға үгеҙ менән ер һөргән, тәпке менән ер эшкәрткән кешеләрҙе күрергә тура килә. Дөрөҫ, "Белорусь" тракторы ла осраған, әммә улар емерек...
       "Янып торған түбә" "Танзания" милли паркы территорияһында урынлашҡан. Әгәр Рафиҡов Танзанияла Килиманджароға тур һатып алған булһа, осһоҙға төшөр ине.
       Оҙатып йөрөүсе Эрнест Стенли һәм йөк ташыусы менән тау башына күтәреләләр. Тау бейек булыуына ҡарамаҫтан, күтәрелеш, айырыуса түбәнге өлөшөндә, һөҙөк. Түбәгә төрлө яҡтан алты маршрут буйынса күтәрелеп була. Һәр маршрутта - кешеләр. Улар араһында йәштәр генә түгел, хатта пенсионерҙар ҙа бар. Түбәгә тиклем, ә унда ҡар һәм тау боҙлоғо, әлбиттә, улар күтәрелә алмай, әммә бындағы шарттар өлкән йәштәгеләргә лә сәйәхәт итеү мөмкинлеге бирә.
       Түбәгә менә торған юл төҙөк, һыу үткәргес эшләнгән, ултырғыс менән өҫтәл осрап ҡуя. Һәр мең метр һайын бәләкәй генә йорттар һәм ҙур ангар, уларҙа оҙатып йөрөгән негрҙар примуста аҙыҡ әҙерләй, улар үҙҙәре менән керосин ала. Бәҙрәф торғаны кафелдән, раковина, душ - барыһы ла бар. Дөрөҫ, тик һыуҙы ҡайҙан алаларҙыр, шуныһын аңлап булмай. Рафиҡов Африкала булған ваҡытта ҡоролоҡ миҙгеле ине, бар йылғалар ҙа ҡороған.
       Рафиҡов ашаған аштары хаҡында ла һөйләне. Бөтәһе лә бәләкәй, аҙ ғына - банан бер бармаҡ оҙонлоғо хәтлем, тауыҡтары беҙҙекеләргә ҡарағанда ике тапҡырға бәләкәй, йомортҡалары ла, кәзә тигәндәре лә бәләкәй. Бында сығанаҡтан һыу эсергә ярамай - йоғошло ауырыу еләктерергә мөмкин.
       Рафиҡов - тәжрибәле турист, уға тау итәгенән түбәһенә тиклем өс көн ваҡыт кәрәк булды. Өҫтөндә кейеме булыуына ҡарамаҫтан, өс көн эсендә уның тәне ҡояшта янды.
       Рафиҡов һүҙҙәренә ҡарағанда, һәр ай ошо маршрут буйынса меңгә яҡын кеше түбәгә менә. Рафиҡов быйыл 2210-ынсы кеше булып түбәгә күтәрелгән. Уға тапшырылған сертификат быны иҫбатлай.
       Африка уға оҡшамаған. Ер янған, үҫемлектәр ҙә тәьҫир итмәй. Фил, жираф һәм носорогтар һыу булған ергә киткән. Ары-бире маймылдар ғына күренеп ҡала.
       - Беҙҙә Камчатка, Көньяҡ Урал тәбиғәте матур, - ти ул. - Әммә беҙ тәбиғәт байлығы менән файҙалана белмәйбеҙ. Беҙҙәге туризм ҡасан бюджетты тулыландырыр икән?

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал