6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Донъяға күрһәтерлек ҡаҙаныштарыбыҙ бар
16.05.07


       Кисә баш ҡалабыҙ Өфөлә "Шифахана-2007" Бөтә Рәсәй форумы үҙ эшен башланы. Унда Рәсәй төбәктәренән 500-гә яҡын делегат ҡатнаша.
       Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының "Шифахана-курорт тармағын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн" махсус призы менән бүләкләнде. Республика башлығы оло сараға килгән ҡунаҡтарҙы ихлас тәбрикләне һәм һуңғы йылдарҙа ғына төбәктәге шифаханалар селтәрен үҫтереүгә 1,5 миллиард һум самаһы аҡса һалыныуын билдәләп үтте.
       - Шифаханаларыбыҙ һауыҡтырыу учреждениелары ғына түгел, ә фәнни тикшеренеүҙәр үҙәге лә, - тип билдәләне Мортаза Рәхимов.
       Нефтселәр мәҙәниәт һарайында йәйелдерелгән ҙур күргәҙмә Башҡортостан шифаханалары тураһында һөйләй.
       Әйткәндәй, Башҡортостандың рекреацион системаһы тураһында һүҙ йөрөткәндә, быйыл "Янғантау" шифаханаһының 70 йыллығын әйтеп үтеү урынлы булыр. Юбилей датаһына ҡарата ғилми хеҙмәттәр йыйынтығы сыҡты. Бөгөнгө көндә "Янғантау" шифаханаһы илдең ғилми үҙәктәре менән тығыҙ бәйләнештә.
       Форумда ҡатнашыусылар "Янғантау" һәм "Красноусол" шифаханаларында буласаҡ. Бында улар илдә үҙҙәрен танытып өлгөргән иң эре шифаханалар менән танышасаҡ, ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашасаҡ.
       "Шифахана-2007" Бөтә Рәсәй форумы сиктәрендә халыҡ-ара конгресс эшләй башланы. Унда күргәҙмә асылғандан һуң Рәсәй медицина фәндәре академияһы академигы, Сәләмәтлекте тергеҙеү медицинаһы һәм курортологияһы фәнни үҙәге етәксеһе Александр Разумовтың "Сәләмәттәрҙең һаулығын нығытыу - 21 быуат медицинаһы стратегияһы" темаһына доклады тыңланылды. Быйылғы конгрестың төп темаһы - ҡатын-ҡыҙ һаулығы.
       "Шифахана-2007" Бөтә Рәсәй форумында РФ һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министры урынбаҫары Руслан Хальфин, Федераль мотлаҡ медицина страховкаһы фонды директоры вазифаһын башҡарыусы Дмитрий Рейхарт һәм башҡалар ҡатнаша.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал