6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Транспорт

Төбәктең транспорт инфраструктураһы
15.05.07


       Аҙмы, күпме, ә республиканың транспорт хеҙмәткәрҙәре эске төбәк продуктының туғыҙ процентын булдыра. Бөгөн Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында иң оҙон автомобиль трассаларына (24 мең километр) эйә. Белгестәр автомобиль юлдары тығыҙлығын бер мең квадрат метрға 155 километр тип билдәләй. Финанслау мәсьәләһендәге ҡыйынлыҡтарға ҡарамай, бындай ҡеүәтле юл комплексы тотороҡло һәм ынтылышлы үҫешә.
       БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Хәмит Мәүлийәров һүҙҙәренә ҡарағанда, һуңғы биш йылда 1200 километр оҙонлоғонда автомобиль юлы сафҡа ингән, шул иҫәптән 850 километрына асфальт түшәлгән, 6,5 мең метр оҙонлоғонда күпер төҙөлгән. Бында республикаға федераль бюджеттан средстволар 2005 йылдан башлап инеүен әйтеү урынлы булыр.
       - Был бер нисә участкаларҙа "Урал" М-5 автомобиль трассаларын реконструкциялауҙы башлауға ярҙам итте, - тип аныҡлыҡ индерә Хәмит Мәүлийәров. - Үҙәк иҫәбенә реконструкцияланасаҡ федераль юлдарҙы финанслау быйыл да ҡаралған, шул иҫәптән Дим КПМ-ынан алып Өфө-Ырымбур автомобиль магистралендәге юл үткәргесенә тиклемге трасса реконструкцияһына.
       2007 йылда федераль бюджеттан Башҡортостанға ике миллион һум күләмендә субсидия бүленгән. Росавтодор менән килешеү буйынса, средстволар транспорт "юбилей" объекттары төҙөлөшөнә һәм уларҙы реконструкциялауға йүнәлтелергә тейеш, әммә төбәккә аҡсалар килеп етмәгән, - ти Хәмит Мәүлийәров.
       Ошо көндәрҙә танышыу маҡсаты менән Өфөгә килгән Рәсәй транспорт министры Игорь Левитин менән әңгәмә ҡорабыҙ:
       - Беренсенән, үткән йылда килешелгән бар объекттарҙы ҡарау мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерәм. Икенсенән, 2006 йылдың 20 июнендәге протокол буйынса һүҙ алып барғанда, ҡуйылған бурыстар үтәлгән. Хәҙер уларҙы тормошҡа ашырыу башланды, һәм, әлбиттә, өҫтәмә һорауҙар тыуа, - ти Игорь Левитин.
       - Федераль бюджеттан бүленгән средстволар (федераль юлдарҙы финанслауҙан тыш), үкенескә ҡаршы, республикаға килеп етмәгән, май айында килеп етер, - тип раҫлай Игорь Левитин.
       Ошоға бәйле министр ауыр осорҙа төҙөүселәргә ярҙам күрһәткән өсөн төбәк етәкселегенә рәхмәт белдерҙе. "Был федераль проблема, һәм бында мин юл объекттарын финанслау мәсьәләһен хәл иткәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм".
       - Беҙ ауыр хәлдә ҡалдыҡ. Һалынған ике миллиард һумдың биш ай буйына бер тинен дә ала алмайбыҙ, - ти Мортаза Рәхимов. - Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙ эшләйбеҙ, алда - мөһим юбилей саралары. Башланған сараларҙы октябргә тамамлау бурысы тора.
       Башҡортостан Президенты юлдарҙы федераль һәм республика юлдарына бүлмәй, "бөтәбеҙ ҙә йөрөйбөҙ", улар араһында айырма - финанслау мәсьәләһендә. Башҡортостан аша "М-5" һәм "М-7" федераль трассалары үтә, дөйөм оҙонлоғо 490 километр.
       Игорь Левитин билдәләүенсә, Башҡортостан территорияһындағы "М-5" трассаһы бөтә параметрҙар буйынса айырыла, башҡа төбәктәрҙә был трасса "Дон" М-4 юлына тиң.
       - Шуға күрә был автомобиль юлын "Дон" менән бер рәттән Транспортты үҫтереү федераль маҡсатлы программаһына индерергә һәм һәр айырым төбәктә участкалар буйынса түгел, ә Мәскәүҙән-Силәбегә тиклем финанслауҙы планлаштырабыҙ. М-5 трассаһын күптәр юғары шкала буйынса баһалай.
       - Әлбиттә, автомобиль юлдары реконструкцияһына бәйле бар эште лә ваҡытында башҡарырға тырышабыҙ, - ти Һамар-Өфө-Силәбе автомагистрале идаралығының бүлек начальнигы Радмир Ваһапов. - Әммә проблемалар бар ерҙә лә бар. Хәҙерге ваҡытта юлсылар алдында үткән быуаттың 50-60-сы йылдарҙа төҙөлгән юлдарҙың проект документацияларының иҫкереүенә бәйле мәсьәләләр тора. Был юлдар хәрәкәт хәүефһеҙлеге буйынса заман талаптарына яуап бирмәй.
       450 йыллыҡ юбилей байрамын әҙерләүгә бәйле бер ни тиклем средстволар ингән. Аҡса булған ерҙә эш тә ҡайнай. Үткән йылда 16 километр оҙонлоғонда юл файҙаланыуға тапшырылған, быйыл дүртенсе кварталда М-5 автомобиль юлының 8 километры икенсе һулыш аласаҡ. Өфөнөң урау улына килгәндә (Дим КПМ-ынан алып Ырымбур трактындағы юл үткәргесенә тиклем), унда эштәр бара.
       - Бында 11,8 километр оҙонлоғонда юл сафҡа инәсәк, шул иҫәптән 775 метр оҙонлоғонда яһалма ҡоролма, - тип һүҙен дауам итә Радмир Ваһапов. - 2006 йылда коммуникацияларҙы яңынан төҙөү, һыу үткәреү торбалыран көйләү эштәре башланды. Быйыл да был эштәр дауам итә, шулай уҡ юл үткәргестәр төҙөлөшө башланды.
       Әйтергә кәрәк, был объектты федераль бюджеттан 2,8 миллиард һум күләмендә финанслау булһа, 2009 йылға тиклем транспорт үҙәге эшләй башлаясаҡ. Автомагистраль идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 400 миллион һум аҡса үҙләштерелгән һәм дөйөм эш күләменең 14 проценты үтәлгән.
       Федераль трассалағы тағы бер ҡыҙыу нөктә - М-7 - Кушнаренко районының Шәрип ауылы эргәһендәге урау юл төҙөлөшө. Бында төҙөлөш эштәре 2006 йылдан 2009 йылға тиклем планлаштырылған. Радмир Ваһапов һүҙҙәренә ҡарағанда, реконструкцияның беренсе сираты киләһе йылда тапшырыла. Проекттың дөйөм хаҡы - 1,5 миллиард һум, 218 миллион һум эш башҡарылған. Бында 20 километр оҙонлоғонда юл сафҡа инәсәк.
       Игорь Левитин Башҡортостанда юл эштәре менән танышып, федераль тәғәйенләнештәге юлдар ваҡытында финанслана һәм бөтә объекттарҙа ла эш бара, тине. Республика юлдарына средстволар бүлеү мәсьәләһенә килгәндә, Левитин финанслау процесы тиҙләтеләсәк тигән өмөт белдерҙе.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал