6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Даталар

Башҡорттар Рәсәй составына үҙ ирке менән ингән
15.05.07


       Башҡорт дәүләт университеты профессоры Нәзир Ҡолбахтин һуңғы көндәрҙә телефон янынан китә алмай тиерлек, интервью бирә торған көндәрҙе билдәләргә генә өлгөрә ул. Уның кабинетынан журналистар өҙөлмәй.
       Өс йыл буйына ғалим һәм уның аспиранттары Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығы ваҡиғаларына бәйле документтар эҙләү менән мәшғүл.
       Фәндәр академияһы өс йыл элек етди хеҙмәт - башҡорт халҡының ете томлыҡ тарихын әҙерләй башланы. Өсөнсө томдың директоры итеп Нәзир Ҡолбахтинды тәғәйенләйҙәр. Был том XVI быуаттан XVIII быуатҡа тиклемге осорҙо үҙ эсенә ала. Тарихсы был осорға ҡараған бөтә билдәле булған документтарҙы бер системаға һала. Башҡорттарҙың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуы тураһында документтарҙың булмауы асыҡлана. Тарихсылар шәжәрәгә һәм Әбүбәкир Усманов эшенә таяна.
       Ҡолбахтин шәжәрәне хаҡ документ тип һанай. Йылъяҙмасылар, ҡәбилә башлыҡтары һәм муллалар - шәжәрә авторҙары. Был сығанаҡтарҙа автор, төҙөүсе фекере күп, даталарҙа һәм ваҡиғаларҙа буталыштар бар. Тарихсы булараҡ, Ҡолбахтин башҡорттар үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенең өлөшө булырға ҡарар итеүҙәре тураһындағы бәхәсһеҙ документтар табыу бурысын ҡуя.
       Профессорға уның үҙ тәжрибәһе ярҙам итә. Уның ҡасандыр XVIII быуат аҙағына ҡараған документтарҙы тикшереүе иҫенә төшә. Унда Өфө провинцияһынан бер нисә депутаттың Уложной комиссияһы ултырышында ҡатнашыуы тураһында әйтелә. Ул ваҡытта башҡорт сәйәсмәндәре Уложной комиссияһы ҡуйылған мәсьәләне етди хәл итеүгә әҙер түгел тигән ҡарарҙа була. Һәм башҡорт депутаттары үҙҙәренең наказын өс пункт менән тулыландыра. Улар барыһы ла бер абзац менән тамамлана, унда уларҙың ата-бабаларының нуғай урҙаһы составында кенәз Иван Васильевич подданныйлығына ирекле килеүе, ә аҙаҡ сиктә хеҙмәт итеүҙәре һәм һуғышта ҡатнашыуҙары тураһында әйтелә. Бының өсөн хоҡуҡ грамотаһы алалар. Депутаттар яҙыуы буйынса, был документтар күсермәһе теркәлә.
       Тап ошо документтарҙы эҙләү ҡарар ителә. Нәзир Ҡолбахтин йәш тарихсылар төркөмө йыя, эш итеү планын төҙөй һәм БДУ ректоры яғынан хуплау таба.
       Өс аҙна буйына Рәсәй боронғо акттар архивында документтар эҙләү өҫтөндә эш алып барыла, әммә кәрәкле документ табылмай. Шул ваҡытта республика архивтарында эҙләү ҡарар ителә.
       Эҙләнеү төркөмөнә ике йәш тарихсы Салауат һәм Айгөл Ҡолбахтиндар ҡушыла. Йәш белгестәр ай ярым эҙләнә һәм уларҙың эше уңышлы тамамлана. Мәскәүҙән улар күп кенә материалдар алып ҡайта. Нәзир Ҡолбахтин ике материалды мөһим тип һанай. Был дүрт ҡәбилә башҡорттарына бирелгән шул уҡ хоҡуҡ грамоталарының күсермәһе. Документтарҙың береһе герблы ҡағыҙҙа рус телендә яҙылған һәм дүрт кәнсә чиновниктары тарафынан раҫланған. Документтағы бишенсе ҡул тамға - заказсы башҡорттоң ҡул тамғаһы. Белгестәр өсөн ул ысын документ булып тора.
       Тағы ла табылған утыҙға яҡын документ үҙ ирке менән ҡушылыу хаҡында һөйләй. Былар XVII-XIX быуаттарҙағы Рәсәй батшаларының документтары. Был материалдарҙа Өфө тарихсылары тапҡан документтар, хоҡуҡ грамоталары, йә булмаһа теге йәки был улустың, ҡәбиләләрҙең грамоталары булыуын раҫлаған документтар ҡабатлана. Шулай итеп, XVI быуатта башҡорттарҙың Рәсәй подданныйлығын үҙ ирке менән ҡабул итеүҙәрен документтар раҫлай.
       Табылған документтар тарихсы өсөн юлдың башы ғына. БДУ тарихсылары уларҙы төшөнөүҙә, аңлатмалар әҙерләүҙә күп көс һалды. Тарихсылар тикшеренеү һөҙөмтәләрен дөйөмләштерҙе һәм йыйынтыҡ сығарырға ҡарар итте. Йыйынтыҡ тиҙҙән донъя күрәсәк.
       Башҡорттарҙың Рәсәй составына үҙ ирке менән ҡушылыу темаһы минең өсөн өҫтәмә эш булды, ти профессор. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуы тарихында аҡ таптар ҡалманы. Ә хәҙер профессор яратҡан темаһы - Башҡортостанда сәнәғәт тарихы өҫтөндә эшен дауам итә.
       Уны тағы бер тема ҡыҙыҡһындыра. Нәзир Ҡолбахтин ғәскәр башлығы Салауат Юлаев тураһында китап яҙҙы. Батырҙың был эшмәкәрлек яғы тейешенсә тикшерелмәгән. Салауат Юлаев ысын стратег булған. Профессорҙың был тикшеренеүе лә сенсация булыр, бәлки.

Юлиә Антипина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал