6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Хәүефһеҙлек

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге
14.05.07


       Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар өсөн юғары дәрәжәле шәхестәрҙең килеүе һәр саҡ проблема булып тора. VIP, ҡағиҙә боҙа-боҙа, махсус булдырылған коридор буйынса елдерә, уның артынан күп һанда ярандар... Һөҙөмтәлә башҡа автомобилселәр урау юл эҙләй башлай һәм урамдарҙа барлыҡҡа килгән тығылышта ултырырға мәжбүр була.
       Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығын байрам итәсәк көндәрҙе күҙ алдына килтерегеҙ... Баш ҡалала юл үткәргестәр төҙөлөүенә ҡарамаҫтан, ЮХХДИ идаралығы хеҙмәткәрҙәренән тыш, бындай ағылышты көйләп булырмы? Идаралыҡ начальнигы Динар Ғилметдинов менән әңгәмә ҡорабыҙ:
       - Динар Заһит улы, ЮХХДИ идаралығы тантана көндәрендә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген нисек тәьмин итәсәге билдәлеме?
       - Эйе, көстәр һәм средстволар иҫәбе билдәләнде.
       - Нисә хеҙмәткәр йәлеп ителәсәк, штатты арттырыу планлаштырылмаймы?
       - Өфөлә өҙлөкһөҙ хәрәкәт процесын ойоштороу өсөн хеҙмәткәрҙәр һаны етерлек буласаҡ. Штат арттырылмай. Беҙ үҙ көсөбөҙгә ышанабыҙ, мохтажлыҡ була ҡалһа, республиканың ҡала һәм райондарынан Юл-патруль хеҙмәтенән көстәр йәлеп ителәсәк.
       - Күрше төбәктәрҙән ярҙам кәрәк булмаҫмы?
       - Юҡ. Әммә, һаҡлай торған кешеләр һанының күп буласағын иҫәпләгәндә, улар менән бергә Федераль һаҡлау хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре киләсәк.
       - Мәскәүҙә тығылыш менән көрәшеү өсөн махсус гаишник-мотоциклистар взводы булдырыла. Беҙҙә планлаштырылмаймы?
       - Юҡ, ул ҡаралмаған, әммә бындай мөмкинлекте беҙ бер нисә тапҡыр файҙаландыҡ.
       - Тығылыш проблемаһы нисек хәл ителер һуң?
       - Граждандарға шәхси транспорт менән файҙаланыуҙы кисектереп тороу үтенесе менән мөрәжәғәт итәсәкбеҙ. Ҡаланан сығыу урыны ғәҙәти режимда эшләйәсәк, ә саралар уҙасаҡ урындарҙа хәрәкәтте сикләү индерелә.
       - Шулай ҙа граждандар өсөн уңайһыҙлыҡтар буласаҡмы?
       - Башта аныҡлыҡ индерәйек, беҙ кемдәрҙе күҙ уңында тотабыҙ - юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар водителдәргә һәм йәйәүлеләргә бүленә. Эйе, водителдәр билдәле ҡыйынлыҡтаға дусар ителәсәк, йәйәүлеләр өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Саралар уҙасаҡ урында халыҡ күп йыйыла. "Аҡбуҙат" ипподромын ғына алып ҡарайыҡ. Йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән юл аша сығыу урынында светофор ғына аҙ, шуға күрә бындай урындарҙа юл хәрәкәте сикләнә.
       - Бер һүҙ менән әйткәндә, водителдәр ҙә һәм йәйәүлеләр ҙә юл күрһәткестәренә мохтаж буласаҡ.
       - Ҡала хакимиәте менән берлектә был мәсьәлә өҫтөндә эш алып барыла.
       - Юл тамғалары ҡасан ҡуйыла башлаясаҡ?
       - Бында барыһы ла Һауа шарттарынан тора: технология буйынса бындай юл йылынырға тейеш. Өфөлә яҡынса тамға яһау эше башланды - аҙаҡ термопластиканан ҡиммәтле тамғалар яһаласаҡ. Үткән йылда эксперимент сифатында Ленин һәм Октябрь проспектында был эш алып барылды.
       - Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары формаһы нисек буласаҡ?
       - Көн дә кейелә торған форма буласаҡ, аҡ күлмәк ҡаралған.
       - Хеҙмәткәрҙәр өсөн һөйләшеү китабы әҙерләнмәйме?
       - Бар ерҙә лә юл хәрәкәте ҡағиҙәлере бер. Көйләүселәрҙең ҡул хәрәкәте, юл тамғалары стандарт һәм бөтәһенә лә аңлашыла. Шуға ла ул китапҡа мохтажлыҡ бармы? ЮХХДИ идаралығының шәхси составында 70 процент белемле офицерҙар, һәм сит ил кешеләре менән аралаша аласаҡ.
       - Глобаль юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге аҙналығы йомғаҡтарына ниндәй баһа бирәһегеҙ?
       - Хоҡуҡ боҙоусыларҙы асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйманыҡ. Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар менән аңлатыу эше алып барылды, халыҡ ЮХХДИ идаралыҡ бүлексәләре етәкселәре менән осрашты. Бөгөнгө көндә беҙ бар тәҡдимдәр һәм иҫкәрмәләр өҫтөндә эшләйбеҙ, уларҙы дөйөмләштерәбеҙ. Юл хәүефһеҙлеге темаһы һәр саҡ актуаль булып ҡала.
       - Инспекция хеҙмәткәрҙәренә ялыуҙар булдымы?
       - Юҡ. Тығылыштарға килгәндә, граждандар юл төҙөлөшө һәм уларҙы реконструкциялау тураһындағы власть ҡарарҙарын хуплай. Бар ҡыйынлыҡтар ҙа ваҡытлыса, төҙөләсәк юлдар транспорт ағымын кәметәсәк.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал