6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Шәхес

Оҙон ғүмерле булырға теләһәгеҙ...
11.05.07


       Бәҙерниса Хәйҙәрова асыҡ йөҙлө, изге күңелле, хәстәрлекле өләсәй. Бындай өләсәйҙәр бөтәһендә лә булмай. Баш ҡаланың Калинин районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре Бәҙерниса Тимерғәли ҡыҙын йөҙ йәше менән ҡотланы. Өләсәй уларҙы төҙәтә: уға 102 йәш. Баҡтиһәң, бер мәл паспорт алмаштырған ваҡытта хата ебәргәндәр. Уның 100 йәшенә телевидение хеҙмәткәрҙәре килгән икән, ә бына 102 йәшенә - "Башинформ" хәбәрселәре.
       Өләсәй бөтәһе өсөн дә шат, килгән ҡунаҡты үҙе ҡаршы ала, күңелен биреп әңгәмә ҡора.
       Бәҙерниса Хәйҙәрова 1905 йылда Балтас районында тыуған. Ғаиләлә ете бала тәрбиәләнә. Ул бәләкәй сағынан уҡ ата-әсәһенә ярҙам итә. Уларҙың ғаиләһендә оҙон ғүмерлеләр булмаған, әммә бар туған-тыумасаһына тыныс холоҡ, егәрлелек хас.
       Бәҙерниса ете балаға ғүмер бүләк итә. Тик уның ике балаһы ғына 102 йәше менән ҡотлай... Ейән-ейәнсәрҙәренә ҡыуанып бөтә алмай ул: барыһы ла институт тамамлаған, эшләйҙәр, яратҡан өләсәйҙәрен һис кенә лә онотмай улар.
       Бәҙерниса Хәйҙәрова 1958 йылға тиклем ауылда йәшәй. Тап ошо йылда уның ейәнсәре тыуа, һәм ғаилә советында уны балалар баҡсаһына бирмәй, өләсәй тәрбиәһенә бирергә ҡарар итәләр. Бына 50 йыл инде ул Черниковкала ике фатирлы йортта йәшәй.
       Ул тиҙ арала күршеләре менән уртаҡ тел таба: әхирәттәре менән бергә магазинға йөрөй, кистәрен ихатала уйнаған балаларға күҙ-ҡолаҡ була, ҡул эше тота.
       Уға 102 йәш булыуға ҡарамаҫтан, ҡулынан килгәнсә йорт эштәре менән шөғөлләнә. Фәниәһе яратҡан сәскәләрҙе ҡарай, йәһәт кенә керен дә йыуып ала. Әсәй һәр саҡ бөхтәлекте яратты, әле лә ул шулай, ти Фәниә Сафа ҡыҙы.
       - Аллаһы Тәғәлә оҙон ғүмер биргәндер инде. Оҙаҡ йәшәүемдең сере - мин һәр ваҡыт күп эшләнем һәм тәмле ашарға яраттым. Әле балалар әҙерләгәнде ашайым. Ата-әсәйемде хөрмәт иттем, балалар тәрбиәләнем, - ти Бәҙерниса Хәйҙәрова.
       - Әсәйем байрам көндәрендә лә алкоголле эсемлектәргә ҡағылманы, - ти Фәниә.
       102 йәшен тултырған өләсәй хәҙер урамға сығып йөрөй алмай инде. Бишенсе ҡатҡа күтәрелеүе ауыр, ти ул. Әммә саф һауа һулар өсөн балконға сыға. Уның йәш саҡтағы фотографиялары ғаилә архивында һаҡланмаған. Әммә фотоальбом уның яратҡан балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән бергә төшкән фотолар менән тулған.

Юлиә Антипина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал