6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Күсемһеҙ милек

Милли проект ғәмәлдәме?
10.05.07


       Өфөлә күсемһеҙ милеккә хаҡтар кәмей башланы. Йыл башынан икенсел баҙарҙа торлаҡ хаҡы уртаса 4,2 процентҡа төштө. Әлбиттә, айырым фатирҙа йәшәү мөмкинлеге өсөн миллион һум түләү яғынан ҡарағанда, дүрт процент - ҙур ташлама түгел, әммә өмөтләндерә.
       Май башына икенсел баҙарҙа бер бүлмәле фатир 4,8 процентҡа осһоҙланған, ике бүлмәле - 5,5 процентҡа, өс бүлмәле - 0,3 процентҡа, ә күп бүлмәлеләр 0,2 процентҡа ҡиммәтләнгән.
       Хәйер, бер аҙна элек кенә күсемһеҙ милек баҙары аналитиктары күп бүлмәле торлаҡ буйынса хаҡтарҙың кәмеүен теркәгән ине. Ә аҙ ғына күтәрелеү баҙар әүҙемләшеүе менән аңлатыла, һәм был барыһы ла - ваҡытлы күренеш.
       Бөгөнгө көндә бер бүлмәле фатирҙың бер квадрат метры уртаса 55,05 мең һум тәшкил итә, ике бүлмәлелә - 51,63 мең һум, "өстә" - 50,03 мең һум, күп бүлмәлеләрҙә - 51,99 мең һум.
       Аналитиктарҙың күҙаллауҙары буйынса, июль-августа икенсел баҙарҙа бер квадрат метр хаҡы уртаса 43-45 мең һумға тиклем төшәсәк. Йәғни, бер бүлмәле фатирҙы 1,3-1,5 миллион һумға һатып алып буласаҡ, ике бүлмәлене - ике миллионға.
       Өфөлә беренсел баҙарҙа торлаҡҡа хаҡтың кәмеүе күҙәтелә. Шулай итеп, апрелдә ҡаланың яңы төҙөлөштәрендә бер квадрат метрҙың хаҡы 0,6 процентҡа кәмеүе теркәлгән. Һәм шулай булыуына ҡарамаҫтан, бер бүлмәле фатирҙың бер квадрат метрға уртаса хаҡы бер айҙа 1,3 процентҡа (46,8 мең һумға тиклем) күтәрелгән, ике бүлмәле фатирҙың бер квадрат метры 1,3 процентҡа кәмегән. Өс бүлмәле фатирҙың бер квадрат метры 0,6 процентҡа кәмегән. Бөгөнгө көндә бындай фатирҙың бер "квадраты" 47,9 мең һум тәшкил итә.
       Аналитиктар билдәләүенсә, хаҡтарҙың кәмеүе средстволар һалыу маҡсаты менән алынған фатирҙарҙың баҙарға сығарылыуы арҡаһында килеп сыҡҡан. Инвесторҙар, баҙар хәлен күреп, артабан күсемһеҙ милеккә инвестициялар файҙаһыҙ булыуын күҙаллап, табыш алырға ынтыла.
       Әйткәндәй, бөгөнгө көндә бер квадрат метры 33 мең һумдан бер бүлмәле фатир һатып алып була. Дөрөҫ, Затонда. Әммә йортҡа 2009 йылға тиклем инеп булмай. Үҙәктә әҙер йорттан фатир алып була, әммә бындай торлаҡтың бер квадрат метры 82 мең һум тора.
       Беренсе һәм икенсел баҙарҙа торлаҡҡа хаҡтың кәмеүе нимә аңлата? "Квадрат" хаҡын баҙар үҙе көйләйме, йә булмаһа "Рәсәй граждандарына - арзан һәм уңайлы торлаҡ" милли проекты эшләй башланымы? Әлегә быны асыҡлауы ауыр. Эйе, был мөһим дә түгелдер, бәлки. Тенденция үҙе мөһим. Әйткәндәй, ул Өфөлә генә күҙәтелмәй бит. Миҫал өсөн, 30 апрелдән 7 майға тиклем Мәскәүҙә бер квадрат метрҙың уртаса хаҡы 0,4 процентҡа (4145 долларға тиклем) төшкән. Мәскәүҙә бер айҙа фатир хаҡтары 1,08 процентҡа кәмегән.
       Өмөтләнәйек, Мәскәү "модаһы" төбәктәргә килеп етер...

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал