6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Армия һәм йәмғиәт

Афғанстандан Совет ғәсҡәрҙәрен сығарыуға - 15 йыл
17.02.04


       Афғанстан ерендә алып барылған мәғәнәһеҙ һуғыш утынан сов ет ғәскәрҙәрен сығарыуға, ниһайәт, ун биш йыл да үтеп китте. .. 1987 йылда Горбачев менән Рейган араһындағы һөйләшеүҙәр бары шында Афғанстанда мөжәһиттәргә Америка Ҡушма штаттарының хәр би ярҙамын туҡтатыу һәм совет ғәскәрҙәрен унан сығарыу буйын са килешеү төҙөлдө. Шулай итеп, 1989 йылдың 15 февралендә Аф ғанстандан Совет ғәсҡәрҙәрен сығарыу тамамланды. 1989 йылды ң декабрендә СССР халыҡ депутаттарының икенсе съезы был һуғы шты фаш итеү тураһында ҡарар ҡабул итте һәм Афғанстанда Сове т ғәсҡәрҙәренең ҡатнашыуын сәйәси тупаҫ хата тип таныны.
       Ун йылға һуҙылған мәғәнәһеҙ һуғыш беҙҙең илебеҙ өсөн бик
       ҡиммәтҡә төштө. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Афғанстанда 13 м ең 833 кеше һәләк булған, 49 мең 985 кеше яраланған. Бынан т ыш һуғыш арҡаһында 180 хәрби советник, белгес һәм тәржемәсел әрҙең ғүмере ваҡытһыҙ өҙөлдө. Башҡортостандан афған һуғышынд а 9 217 кеше ҡатнашты, уларҙың 306 - һы һәләк булды, ә 497 и р - егет йәрәхәт алды.
       Афғанстанда булған ваҡиғаларҙа ҡатнашыусылар өсөн күптә н көтөлгән тыныс тормош башланды. 90 - сы йылдар башында хөк үмәт афған ветерандарының проблемалары менән артыҡ ҡыҙыҡһынм аны тип әйтергә була. Был иһә уларҙы үҙ мәнфәғәттәрен яҡлар өсөн төрлө ойошмалар булдырырға мәжбүр итте. Ваҡыт үтеү менә н ветерандарҙың йәмғиәт ойошмалары матди яҡтан да нығынды. Б ашҡортостанда Афғанстан һышы ветерандарына ярҙам итергә әҙер
       булған бер нисә ойошма эшләп килә.

Александр Шутов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал