6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Шәхестәр

Халыҡ күрһәткән батырлыҡ оло ихтирамға лайыҡ
10.05.07


       Ҡәһәрле һуғыш, һин нимә эшләнең?.. Яуап юҡ.
       Миллиондарса кешеләр ғүмерен алдың, һәр өйгә ҡара ҡайғы алып килдең. Һуғышҡа алынған һалдаттар тыныслыҡ, яҡты киләсәк өсөн утҡа инде, үҙ ғүмеркәйҙәрен аямай илгә Еңеү яуланы. Рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле ветерандар! Яу яланынан әйләнеп ҡайта алмағандар, бөгөн беҙҙең арала булмағандар алдында баш эйәбеҙ. Беҙҙең менән бергә Еңеү көнөн ҡаршы алыусыларға рәхмәт.
       "Еңеү көнөнә тиклем йәшәгән фронтовик бәхетле, иҫке яралар һыҙлаһа ла ветеран сафта", - ти Сталинград, Ленинград, Курск һуғышында, Берлинды штурмлауҙа, Праганы азат итеүҙә ҡатнашҡан отставкалағы полковник Иван Харитонович Афанасьев. Уның ҡалын дәфтәр биттәре һуғыш тураһында шиғырҙар менән тулған.
       Иван Афанасьев 1919 йылдың 7 июлендә Алтай крайының Залесский районында тыуған. 1940 йылда Бийск ауыл хужалығы техникумын тамамлай, 1941 йылда - Томск артиллерия училищеһын. 1940 йылдың февралендә Ҡыҙыл Армия сафына инә. 1941 йылдың июленән 1945 йылдың майына тиклем Бөйөк Ватан һуғышы фронтында ҡатнаша. Сталинград (хәҙер - Волгоград), Ленинград (Санкт-Петербург), Курск дуғаһы һуғышында, Берлин һәм Праганы алыуҙа ҡатнаша. Иван Афанасьев взвод командирынан район хәрби комиссары һәм Башвоенкомат кадрҙар бүлеге начальнигына тиклем юл үтә. Өс Бөйөк Ватан һуғышы ордены, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм 28 миҙал менән наградлана. Шуның икеһе - "Хәрби ҡаҙаныштар өсөн", икеһе - Чехославакия һәм Польша илдәре ордены.
       Иван Харитонович фронтҡа алынған ваҡытта уға ни бары 22 йәш була. Уның йәшлеге ауыр йылдарға тура килә.
       - Һуғыш һәр ваҡыт ҡот осҡос хәлдәргә һәм ҡайғыға бәйләнгән. Айырыуса ул башта һиҙелә ине, - тип һөйләй Иван Афанасьев. - Яугирҙарға 1942 йылдың майында Харьков һуғышында ауыр булды. Сталинградҡа тиклем артҡа сигендек. Унда 1942 йылдың июнендә артиллерияһыҙ ҡалдыҡ, әммә июлдә пушкалар алдыҡ һәм дошман һөжүменә ҡаршы тора алдыҡ. Сталинград һуғышы 1942 йылдың 17 июленән 1943 йылдың 3 февраленә тиклем барҙы. Беҙ 1942 йылдың октябрендә иң ауыр ваҡыттарҙы кисерҙек. Беҙҙең полк 62-се армияға инеп, 138-се уҡсылар дивизияһына ярҙам итте. Беҙҙең яугирҙар Сталинградты ҡамап алған 330 мең немец һуғышсыларына ҡаршы тора алды. Совет һалдаттары немецтарҙың бомбаға тотасаҡ фронт участкаларын дөрөҫ билдәләй ине.
       1942 йылдың 19 ноябрендә беҙҙекеләр ҡаршы һөжүм яһай башланы. 23 ноябрҙә Дон һәм Сталинград фронттары Донда берләште, уның ярҙамында дошманды ҡамауға ирешелде.
       "Сталинградта фашистарҙы ҡыйратып, беҙ алға ынтылдыҡ", - тип һүҙен дауам итә Иван Афанасьев. - Башта тик бер генә уй - үҙ бурысыңды үтәргә, башҡаларҙы ауыр хәлдә ҡалдырмаҫҡа".
       - Сталинград янында дошманды ҡыйратҡас, беҙ Мамай ҡурғанына мендек Һәм тар-мар ителгән, емерек ҡаланы күреп, тетрәндек, - ти Иван Харитонович.
       Иван Афанасьев Сталинград һуғышында "Хәрби ҡаҙаныштар өсөн" миҙалы менән наградлана. Ул хеҙмәт иткән танкыға ҡаршы полк 17-се артиллерия дивизияһы составына ингән 218-се гвардия артиллерия полкы итеп үҙгәртелә.
       - 1945 йылдың 9 майында беҙ радио аша Еңеү тураһында ишеттек, - тип хәтерләй отставкалағы полковник Иван Афанасьев. - Әммә сикһеҙ шатлыҡ артынан ике көн барған һуғышта юғалтыуҙар тураһында ишетергә тура килде: беҙҙең полк алты кеше юғалтҡайны.
       1945 йылдың июль-авгусы тыныс үтте. Беҙҙең дивизия Австрияла, Креймс ҡалаһында туҡталды. 1946 йылдың көҙөндә Ҡырымға табан ҡуҙғалырға тигән приказ килде, ә 1947 йылдың яҙында 17-се артиллерия дивизияһы тарҡатылды, - тип һүҙен дауам итте Иван Харитонович.
       Һуғыш. Уны онотоп буламы? Ул тыныслыҡты, кешеләр йөрәгенә яҡын булғандарҙы алды. Бала саҡты алды, йәшлек йылдарын ҡара ҡайғыға һалды. Кескәй генә балалар яҡындарының үлемен күрҙе.
       Ҡәһәрле һуғыш, һин нимә эшләнең?
       Ҡәҙерле ветерандар! Бөйөк Еңеү өсөн һеҙгә рәхмәт!

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал