6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Шәхес

Ҡаһарманлыҡтары мәңгелек
08.05.07


       Ҡәһәрле һуғыш миллиондарса кешеләр тормошон юҡҡа сығарҙы. Тере яуҙың бөгөнгө шаһиттары - Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һирәгәйгәндән-һирәгәйә. Иҫке яралар һәм ауырыуҙар эҙһеҙ үтмәй. Башҡорт кавалерия дивизияһы ветерандары ла кәмей. Башҡорт атлылары тураһында легендалар ижад ителгән. Бөгөнгө көндә ни бары 50 ҡаһарман яугир ҡалды. Шуларҙың береһе - легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының эскадрон командиры Әнүәр Хәтип улы Насиров.
       "БАШвестЪ" уның тураһында яҙғайны. Әммә совет һалдатының тиңһеҙ батырлығы тураһындағы мәҡәләне бер материалда ғына һыйҙырып буламы һуң? Ҡасандыр башлаған һөйләшеүебеҙҙе Бөйөк Еңеү көнө алдынан дауам итәбеҙ.
       - Әнүәр Хәтип улы, үҙегеҙ тураһында һөйләгеҙ әле, һуғышты һеҙ ҡайҙан башланығыҙ?
       - Мин Кушнаренко районы Солтанай ауылында, крәҫтиән ғаиләһендә тыуғанмын. 13 йәшемдә Кушнаренко техникумына уҡырға индем. Әммә ауырыу арҡаһында бер йылға уҡыуҙы туҡтатырға мәжбүр булдым. Бөрө педагогия училищеһына уҡырға индем, уны тамамлағас, Асҡын районында уҡыта башланым.
       Фин һуғышы бара ине. Мин фронтҡа ебәреүҙәрен һорап ғариза яҙҙым, әммә һуғышта ҡатнаша алманым. Беҙгә "Егеттәр, һуғыш тамамланыуға яҡынлаша, Һеҙ Новосибирск хәрби-пехота училищеһына уҡырға барығыҙ", тинеләр. Һәм беҙ уҡырға киттек...
       - Беренсе яу ҡырын хәтерләйһегеҙме?
       - Мәскәү янында, һәр ҡарыш ер өсөн аяуһыҙ һуғыш барған Малоярослав районында беренсе тапҡыр һуғышҡа индем. Бер нисә көн бомбаға тоттолар.
       Һуғыш ҡорбандары тураһында һөйләгәндә - улар күп булды. Минең ротала 150 кеше ине, шуларҙың 50-һе генә иҫән ҡалды. Башҡа роталарҙа ла хәлдәр шулай уҡ ине. Сигенеү аҙағында беҙҙең дивизияның 90 проценты юҡ ителгәйне.
       - Һуғышта иң ҡурҡынысы нимә?
       - Беренсе һуғышта яугир үҙен нисек тотасағын алдан белмәйһең. Еңеү бит меңдәрсә яугирҙар тарафынан яулана.
       - Башҡорт кавалерия дивизияһына нисек килеп эләктегеҙ?
       - Милли кавалерия дивизияһы булдырыу тураһында Сталин приказы буйынса килеп эләктем. Мин 1941 йылдың 26 декабрендә Дим районына, кавалерия дивизияһы урынлашҡан урынға килдем.
       27 декабрҙә дивизия командиры Шайморатов үҙенә саҡырып алды һәм оҙаҡ ҡына әңгәмәнән һуң "112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының өсөнсө эскадрон командиры итеп тәғәйенләйем" тине. Шулай итеп, мин эскадрон командиры булдым. Кешеләр менән эшләүе еңел булды, ә бына аттар менән... Дивизияла аттар мөһим ине. Иртән тороу менән, ат аҙбарына барып, аттарҙы таҙартаһың, ашатаһың, Һәм аҙаҡ ҡына үҙең йыуынып, ашарға ултыраһың.
       Беренсе кавалерия полк командиры майор Таһир Күсимов етәкселегендә беҙ ысын кавалеристар булдыҡ. Миңә эскадрон командиры булараҡ, ике ат бирҙеләр - Орлик һәм Манька. Орликка мин ғүмерем буйы бурыслымын.
       Әйткәндәй, хайуандар тураһында. Керчь исемле атыбыҙ ғына Башҡортостанға әйләнеп ҡайтты.
       Аттарҙы беҙ урманда йәшерә инек. Махсус сигнал булыу менән аттарға атланып, атакаға бара инек. Немецтар беҙҙе "Уралдың ҡырағай ҡәбиләләре" тип йөрөтә ине. Башҡорт кавалерия дивизияһы һалдаттары иҫән һәм сәләмәт була тороп, бер тапҡыр ҙа немецтар ҡулына әсирлеккә эләкмәне.
       - Һуғышты ҡайҙа тамамланығыҙ?
       - 1942 йылдың июлендә мин ҡаты яраландым. Атай-әсәйгә ҡара ҡағыҙ яҙғандар. Һәм атайым тере икәнде белгәс: "Уны тыуған ер өйөнә тартты" тигән.
       Ат ҡараусы Ниғмәт Сәфиуллин мине "үлгән" тип ишеткәс, аттарҙы тапшырған. Аҙаҡ миңә, "уға өс көндән һуң немец снайперы "тейҙе", тинеләр. Беҙ, күпме йылдар үткәс, ике "үлемдар" 1981 йылда ветерандар осрашыуында осраштыҡ...
       - Һуғыштан һуңғы тормошоғоҙ тураһында һөйләгеҙ әле...
       - Һуғыштан һуң мин оҙаҡ йылдар Ҡариҙел, Миәкә һәм Ҡалтасы район советтарында башҡарма комитет рәйесе булып эшләнем. Миәкә районында "Октябрь" колхозы рәйесе булдым. Аҙаҡ пенсияға тиклем "Башнефть" берекмәһендә эшләнем.
       - Бөгөнгө көнгә әйләнеп ҡайтайыҡ, Эстония властарының совет яугирҙары һәйкәлен хәрби зыяратҡа күсереүенә нисек ҡарайһығыҙ?
       - Был иҫ китмәле һәм мәсхәрәле ҡылыҡ.
       - Һеҙ 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы, генерал Минеғәли Шайморатов тураһында китап яҙҙығыҙ...
       - Эйе, мин 88 йәшемдә "Генерал батырлығы" тип аталған китап яҙҙым, уның ҡаһарманлығын һүрәтләнем.
       - Еңеү байрамын ҡайҙа ҡаршылайһығыҙ?
       - 65 йыл элек Дим станцияһынан фронтҡа алындыҡ бит. Шуға күрә беҙ Дим районында йыйылабыҙ. Башҡорт кавалерия дивизияһы стелаһына сәскәләр гөлләмәһе һаласаҡбыҙ, дивизия музейында буласаҡбыҙ, яугирҙар ҡаһарманлығы тураһында һөйләйәсәкбеҙ.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал